Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 214


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

ЙЫЛМАҒАЙ
[ағайым] ауылда Ибраһимдарҙа бер йыл, Саттар байҙа бер йыл ярым, унан һуң Ҡотлозаманда ике йыл йыллыҡлап эшләгән. А. Таһиров.
ЙЫЛМАҒАЙ (Р.: пронырливый; И.: pushing; T: kurnaz ve girgin) с.
Төрлө хәйлә менән алдап-йолдап, ярамһаҡланып йөрөүсән. □ Пронырливый, пройдоха. Йылмағай әҙәм.
ЙЫЛМАЙЛЫҠ (йылмайлығы) (Р: смайлик; И.: smiley; T: gülenyüz) и. инф. һөйл.
Тыныш билдәләре һәм махсус символдар ярҙамында кеше хис-тойғоларының ҡыҫҡаса һүрәтләнеше (ғәҙәттә, Интернет селтәрендә, кеҫә телефондарында хат алышҡанда ҡуйыла). □ Смайлик. Йылмай-лыҡ ҡуйыу.
ЙЫЛМАЙТЫУ (йылмайт-) ҡ. йөкм. ҡар. йылмайыу 1. понуд. от йылмайыу 1.
■ Ғариф .. кукһел йәшкелт куҙҙәрен хәйләкәр йылмайтып, уҙенән аша урелеп ҡарап торған Ҡыҙырастың ҡабырғаһына төртөп алды.
3. Биишева. Зәлифә .. Һөйөнөскә ҡараны ла иртәнге ҡояш нуры менән һөйкөмлө булып балҡыған алһыу аҡ йөҙөн йылмайтты. Ғ. Дәүләтшин.
ЙЫЛМАЙЫУ (йылмай-) (Р: улыбаться; И.: smile; T: gülümsemek) ҡ.
1. Йөҙгә көлөү билдәһе сығарыу; көлөмһөрәү. □ Улыбаться, усмехаться. // Улыбка, усмешка. Шатлыҡлы йылмайыу. Асыҡ йылмайыу. Йылмайып килеу. Йылмайып ҡарау. Йылмайып ҡаршы алыу. Мыҫҡыллы йылмайыу. ■ [Байғужалар] уҙ мәртәбәләрен белеп, мыйыҡ аҫтынан ғына йылмайып ҡуялар. Яр. Вәлиев. Гөлгөл йоҡлай. Ирен ситтәрендә талпына бер йылы йылмайыу. Р. Ниғмәти. Бер ҡараһам һиңә, куңелем була, бер йылмайып ҡараһаң да ни була? Халыҡ йырынан. • Ир кешегә бер йылмайып ҡараһаң, ҡар өҫтөнән ялан аяҡ йугерер, ти. Мәҡәл. Дошмандың йылмайыуына ышанма, дуҫыңдың асыуына шикләнмә. Мәҡәл.
2. кусм. Салт асыҡ, нурлы, матур төҫ алыу. □ Улыбаться. // Улыбка. Ҡояш йылмая. Йондоҙҙар йылмая. Гөлдәр йылмая.
■ Тик, сәскәләр, ҡояш йылмайһа ла, һаман һынауҙа бит йөрәгең! Р. Ғарипов.
ЙЫЛМАЙЫУЛЫ (Р: улыбчивый; И.: smiling; T: güleç (yüzlü) с.
Йылмайыу сағылдырған. □ Улыбчивый.
■ Йылмайыулы ҡиәфәтем минең акварелдәр менән яҙылған. Т. Ғәниева. Ул көндө, асыу төтобораҡ йөрөй торған кешеләр ҙә минең йылмайыулы, асыҡ йөҙөмдө курҙеләр, йылы, яғымлы һуҙемде ишеттеләр. К. Мәргән.
ЙЫЛМАЙЫУСАН с. ҡар. йылмайыулы. ■ Йылмайыусан куҙҙәрен һылыуҙарҙың белгән һуң, айҙай Урал һылыуы — Маян-ды бер кургән һуң, Нуғай хан уй туплаған. «Мәргән менән Маянһылыу». Көнсығыш халыҡтары — йылмайыусан милләт. «Йәшлек», 20 август 2011.
ЙЫЛМАЙЫШЫУ (йылмайыш-) ҡ. урт. ҡар. йылмайыу, взаимн. от йылмайыу.
■ Улар [ҡунаҡтар] шым ғына бер-береһенә ҡарашып йылмайыштылар ҙа һуҙҙән туҡтанылар, һ. Дәүләтшина.
ЙЫЛМАНЛАҠ (Р: кокетливый; И.: flirtatious; T: cilveli) с.
Йылманлап йөрөүсән. □ Кокетливый. Йылманлаҡ ҡыҙ. Йылманлаҡ бала.
ЙЫЛМАНЛАУ (йылманла-) (Р: кокетничать; И.: flirt (with); T: cilvelenmek; cilve yapmak) ҡ.
Күҙҙе йылтыратып борғоланыу; ҡылансыҡланыу. □ Кокетничать, играть глазами. Ҡуҙе-башы йылманлап тора. Йылманлап йөрөу. ■ Ҡуҙең-башың йылманлап, куҙсән булма, киленсәк. Туй йырынан.
ЙЫЛМАУЫҘ и. диал. ҡар. ялмауыҙ. Йылмауыҙ йөрөй, тиҙәр.
ЙЫЛМАЯҠ (Р: неусидчивый; И.: restless; T: yerinde durmaz) с. һөйл.
Темеҫкенеп күп йөрөүсән; мөстән. □ Неусидчивый, любящий шататься. / Непоседа. Йылмаяҡ ҡыҙ. ■ Йылмаяҡ мин тугел! Мин-ме ул мурт?! Һыртсылдарға бигерәк насар мин. X. Назар. [Атаһулла] ҡарт бирешмәне, тегеңә [болан йыҡҡан кешегә] һеңкеҙәтә бер бирҙе лә, ҡулын артҡа шаҡарып бәйләп, милицияға тапшырҙы. Шунан аҙаҡ уның зонаһына йылмаяҡтар аяҡ баҫмаҫ булды. Н. Мусин. [Гөлйемеш Сафура тураһында:] Минең бахырымды мәсхәрә итә, етмәһә!
214