Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 215


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

ЙЫЛПЫЛДАҠ
Таптырырмын мин һиңә тыуманы! Йылан! Йылмаяҡ! Ж. Кейекбаев.
ЙЫЛМАЯҠЛАНЫУ ( йылмаяҡлан-) (Р.: быть неусидчивым; И.: be restless; T.: yerinde durmamak) ҡ. һөйл.
Темеҫкенеп йөрөү; мөстәнләнеү. □ Быть неусидчивым, любить шататься. ■ [Ҡартәсәһе — Һылыуҡайға:] Ни эшләп улайтып йылмаяҡланып йөрөйһөң? Һ. Дәүләтшина.
ЙЫЛ МИҘГЕЛЕ (Р.: время года; И.: season; T: mevsim) и.
Йылдың һауа шарттары менән билдәләнгән дүрт ваҡыттың береһе: яҙ, йәй, көҙ, ҡыш. □ Время года, сезон. ■ Йыл миҙгелдәренең сиратлашыуын тотҡарлар көс бармы? Ә. Хәкимов. Боронғо замандарҙа игенселек, баҡсасылыҡ, малсылыҡ менән шөғөлләнгән кешеләргә йыл миҙгелдәрен билдәләу утә мөһим булған. «Башҡортостан ҡыҙы», № 1, 2010.
ЙЫЛ МӨСӘЛЕ и. ҡар. мөсәл.
ЙЫЛМЫЛДАУ (йылмылда-) (Р: сверкать; И.: sparkle; T: işıldamak) ҡ.
1. Йым-йым итеп ялтырау. □ Сверкать, мерцать. // Сверкание, мерцание. Алыҫта уттар йылмылдай. ■ Үҙҙәре [ямғыр тамсылары ] ҡояш нурына йылмылдай, ямғыр тугел, терегөмөш ҡойола тиерһең. Р. Солтангәрәев. Ахырҙа башымды ҡалҡытып ҡараһам, танк люгы эсендә йылт-йылт килеп ут йылмылдай. «Ағиҙел», № 11, 2010.
2. ҡар. йылманлау. Ауыҙың-башың остаң-лап, һуҙсән булма, киленсәк. Куҙең-башың йылмылдап, куҙсән булма, киленсәк. Туй йырынан.
ЙЫЛМЫЛДАШЫУ (йылмылдаш-) ҡ. урт. ҡар. йылмылдау 1, 2. взаимн. от йылмылдау 1, 2. Йондоҙҙар йылмылдаша. ■ Инеп ултыралар [егет менән һыңар саңғылы ], ҡыҙҙар йылмылдашып ҡына йөрөйҙәр. Әкиәттән.
ЙЫЛМЫРЛАУ (йылмырла-) ҡ. диал. ҡар. йылмылдау.
ЙЫЛП (Р: подражание мгновенному действию; И.: imitative word; T: ani hareketi anlatan kelime) оҡш.
Ҡапыл ғына етеҙ хәрәкәтте белдергән һүҙ. □ Подражание мгновенному действию. Йылп итеп сығып китеу. ■ Ирҙәр, йылп итеп, тауыш килгән яҡҡа ҡараны. Н. Ғәйетбаев. Арыҫландар гелән ырғылып һөжум яһай, шул саҡта егет, ҡалҡан менән көпләнеп, йылп итеп кенә лыпын ята һәм аҫтан рәхимһеҙ януарҙың йөрәгенә ҡаҙай. «Ағиҙел», № 9, 2009. Мин ҡыуам, ләкин инде тотам тигәндә, Зөләйха йылп итеп ялтана ла икенсе яҡҡа йугерә. Н. Мусин.
ЙЫЛПАҪ I (Р: лежащий пластом; И.: lying on one’s back; T: serilen) с. диал.
Йәйелеп, һуҙылып ятҡан, лыпын йығылған. □ Лежащий пластом; распластанный. Йылпаҫ ятыу.
ЙЫЛПАҪ II (Р: валежник; И.: fallen trees; T: yatık) и. диал.
Ятыҡ (игенгә ҡарата). □ Валежник (о хлебе). Борсаҡ яуһа, иген йылпаҫ булып бөтөр ҙә ҡуйыр инде.
ЙЫЛП-ЙЫЛП (Р: подражание мигающему огню; И.: twinkle, imitative word; T: ışıl ışıl) оҡш.
Бер һүнеп, бер ҡабынып киткән ялҡынды белдергән һүҙ. □ Подражание мигающему огню. Шәм йылп-йылп итте лә һунде. Йылп-йылп ҡына ҡабынған усаҡ оҙаҡ янды.
ЙЫЛПЫ с. ҡар. йылпыс. ■ Ишекте төртөп асты ла Камил, эстәге бәхәсте ярыҡтан тыңлап торған йылпы секретаршаны бәреп йыға яҙып, коридорға атылып сыҡты. Ә. Хәкимов. Медпунктта эшләгән йылпы бисә .. ҡарап та тормайынса: «Дарыуым да, бинттарым да юҡ. Ҡаратауға китергә торам. Иртәгә килерһең», — тип бороп сығармаһынмы. Ә. Хәкимов.
ЙЫЛПЫЛДАҠ I (йылпылдағы) (Р: коптилка; И.: (primitive) oil lamp; T: kandil) и. диал.
Ҡыуыҡһыҙ кәрәсин шәме; һуҡыр шәм. □ Коптилка. Йылпылдаҡты яндырыу.
ЙЫЛПЫЛДАҠ II (йылпылдағы) (Р: платье с оборками; И.: frilled dress; T: fırfırlı elbise) и. диал.
Ҡатмар һалып тегелгән күлдәк. □ Платье с оборками. Йылпылдаҡ кейеу. Йылпылдаҡ тектереу.
215