ЙЫЛПЫЛДАТЫУ
ЙЫЛПЫЛДАТЫУ (йылдылдат-) ҡ. йөкм. ҡар. йылпылдау, понуд. от йылпылдау.
ЙЫЛПЫЛДАУ (йылпылда-) (Р.: мигать (об огне)] И.: twinkle; T.: ışıldamak) ҡ.
1. Бер һүнеп, бер тоҡанып китеү. □ Мигать (об огне). Май шәм йылпылдай. ■ Аҫмалы лампаның тәҙрәнән төшкән яҡтыһында куләгәләр йылпылданы, һ. Дәүләтшина.
2. диал. ҡар. емелдәү. Йондоҙҙар йылпылдай.
3. диал. ҡар. күҙ йомғолау.
ЙЫЛПЫС I (Р.: непоседливая; И.: fidgety; T.: yerinde durmaz) с. һөйл.
Ҡыланырға яратҡан, ҡыйпысыҡ (куберәк ҡыҙ балаға ҡарата). □ Непоседливая, вертлявая (о девочке). // Непоседа, вертушка. Йылпыс ҡыҙ. Йылпыс булыу.
ЙЫЛПЫС II (Р: деревянное корыто для просеивания крупы; И.: wooden trough; T.: ahşap tekne) u. диал.
Ярманы елдә иләй торған киң оҙонса ағас ялғаш, һелкеүес. □ Широкое, продолговатое деревянное корыто для просеивания на ветру крупы и т. п.
ЙЫЛТ (Р: подражание внезапному и быстрому движению; И.: imitative word; T.: ani hareketi bildiren kelime) оҡш. ,
Ҡапыл булған етеҙ хәрәкәтте, тиҙ-тиҙ генә эш итеүҙе белдергән һүҙ. □ Подражание внезапному и быстрому движению. Йылт итеп килеп инеу. Йылт итеп ҡарау. ■ Ошо ваҡыт ниндәйҙер ҡарасҡы юл аша йылт итеп ырғыны. Ә. Хәкимов. Зөфәр текә генә бер тауҙы артылғансы өндәшмәй генә руль тәгәрмәсен борғолап килде лә, тигеҙлеккә сыҡҡас, йылт итеп хужаһына ҡарап алды. Д. Бүләков. Тик егеттең ултырыуы булды, уның ҡарсығаныҡылай сос куҙҙәре алыҫта йылт итеп уткән ялҡын кеуек һарғылт шәуләне куреп ҡалды. Ғ. Әмири.
ЙЫЛТАЛАУ (йылтала-) ҡ. ҡар. йылтанлау 2. Куҙҙәре йылталап тора.
ЙЫЛТАН с. диал. ҡар. йылтанлаҡ. ■ Айыры ҡолаҡ, йылтан куҙ буреһе куп Бал-ҡантау; алпан-толпан атлаған айыуы куп Балҡантау. Эпостан.
ЙЫЛТАНКҮҘ и. ҡар. бүре I, 2. Йыл-танкуҙ аулау. Йылтанкуҙ көсөгө.
ЙЫЛТАНЛАҠ (Р: кокетливая; И.: flirtatious; T.: cilveli) с.
Ҡылансыҡланып, һырғаланып тороусан; ҡыйшанлаҡ (ҡатын-ҡыҙға ҡарата). □ Кокетливая, игривая. / Кокетка (о женщине). Йылтанлаҡ ҡатын. Йылтанлаҡ булыу.
ЙЫЛТАНЛАТЫУ (йылтанлат-) (Р: сверкать (глазами); И.: shine; T.: ışıldatmak) ҡ.
Ялт-йолт уйнатыу (ҡуҙҙе, башты).
□ Сверкать, играть (глазами). Куҙҙе йылтанлатыу. ■ Иҫәр кешеләй, ауыҙымды йырып, куҙемде йылтанлатып, көҙгө алдында баҫып торҙом, келәм өҫтөндә тауыш сығармай ғына бейеп алдым. Н. Мусин.
ЙЫЛТАНЛАУ (йылтанла-) (Р: сверкать (глазами); И.: glitter; T.: parıldamak) ҡ.
1. Ялт-йолт уйнау (куҙгә, башҡа ҡарата).
□ Сверкать, играть (глазами). ■ [Кыҙҙар:] Ай, Хоҙайым, ҡайһылай матур! Йылтанлап тора бит куҙ-башы, тап Ағиҙел буҙ ташы. М. Буранғолов. Ғәлиәнең йәшкелт куҙҙәре йәнә мут йылтанланы. Н. Мусин.
2. Күҙҙе йылтыратып ҡылансыҡланыу; ҡыйшаңлау. □ Кокетничать. ■ Курше ҡатын, ир-егет курһә, йылтанлап китә.
ЙЫ Л ТАН Л АШЫУ (йылтанлаш-) ҡ. урт. ҡар. йылтанлау, взаимн. от йылтанлау. ■ Уҡыусылар уларҙы дәррәу генә аяғурә баҫып ҡаршы алды. Аптырауҙары ла куренеп тора: йылтанлашып берсә Зифаға, берсә Бәхтиәровҡа ҡарайҙар. Н. Мусин.
ЙЫЛТ-ЙЫЛТ (Р: подражание внезапному и быстрому движению; И.: imitative word; T.: ani hareketi bildiren kelime) оҡш.
Ҡабат-ҡабат йылт иткәнде белдергән һүҙ. □ Подражание внезапному и быстрому движению. Кояшҡа йылт-йылт итә. ■ Юҡ, туҡтаманы атыш, йылт-йылт итеп автоматтарҙан ут һибелгәне куренә, тик ниңәлер тауышы ишетелмәй. Ә. Хәкимов. Һанай батыр шул толпарҙы менеп, ҡоралдарын таҡҡас, көҙгөһөн алып ҡарайым тиһә, көҙгөһөндә, йылт-йылт итеп, төрлө һурәт куренә, ти. Әкиәттән. Әле теге яҡта, әле был яҡта шул икәуҙең йә быныһына, йә тегеһенә йунәлгән куҙ ҡарашы йылт-йылт итеп ҡала. М. Кәрим.
ЙЫЛТ ҠАРА (Р: чёрный-пречёрный; И.: pitch-black; T.: simsiyah) с.
216