ЙЫЛТЫР
Йылтылдап торған ҡара; сөм ҡара. □Чёрный-пречёрный, очень чёрный. ■ Татлыбай .. аҡ кулдәге өҫтөнән йылт ҡара камзулын кейҙе. Ш. Шәһәр.
ЙЫЛТЛАТЫУ (йылтлат-) (Р.: делать блестящим; И.: make shining; T.: parlatmak) ҡ.
Йылт итеп ялтыратыу. □ Делать блестящим. ■ Ғариф эттәренец береһе, уның янына килеп, .. ҡар өҫтөндә ялбыр ҡойроғон болғап, куҙҙәрен йылтлатып, Шаһиҙәгә ҡарап торҙо. Ғ. Хәйри, һалдаттар, әйтерһең, туйға йыйыналар: кейемдәрен тырышып-ты-рышып йыуалар, төймәләрен йылтлатып таҙарталар. Д. Юлтый.
ЙЫЛТЛАУ (йылтла-) (Р.: блестеть; И.: shine; T.: parlamak) ҡ.
1. Йылт итеп ялтырау. □ Блестеть, сверкать. // Блеск, сверкание. Куктә йондоҙҙар йылтлай. Яңы һалынған мәсет йылтлап тора.
2. Йылт итеп ҡалыу, етеҙ хәрәкәт итеү. □ Быстро двигаться, передвигаться. ■ [Әйуп] аңын тотошлайы менән уҙе-нән ыскындырырға итһә лә, уткән аҙнаның ваҡиғалары бер-бер артлы кино кадрҙарылай куҙ алдынан йылтлап утте. Т. Ғарипова. Ваҡыт утә, .. станциялар йылтлап артта ҡала, унда ара-тирә кешеләр куренгеләй. Н. Ғәйетбаев. Йәшлек уҙған йылтлап ҡына бер тында, йәрем ҡалған йылдарымдың һыртында. Т. Йосопов.
ЙЫЛТЫҠАЙ (Р: коптилка; И.: wick lamp; T.: kandil) и. диал.
Һуҡыр шәм. □ Коптилка. И Йылты-ҡайҙың майы бөткән, янмай. Экспедиция материалдарынан.
ЙЫЛТЫЛДАҠ (Р: блестящий; И.: bright, brilliant; T.: parlak) с.
1. Йылтылдап торған. □ Блестящий, сверкающий. Йылтылдаҡ көн. Йылтылдаҡ кул-дәк.
2. ҡар. йылманлаҡ. ■ Хәйерле иртә, Мотал Булаттимерович! — Партия Өлкә Комитеты идеология секретарының ҡабул итеу булмәһендәге йылтылдаҡ хужабикә һылыуҡайҙың мырылдаҡ бесәйҙекеләй яғымлы, ныҡыш ауазы ине. Й. Солтанов.
ЙЫЛТЫЛДАТЫУ (йылтылдат-) (Р: делать блестящим; И.: render shining; T.: parıldatmak) ҡ.
Йылт-йылт ялтыратыу. □ Делать блестящим, сверкающим. Тәҙрәләрҙе йылтылдатып йыуыу.
ЙЫЛТЫЛДАУ (йылтылда-) (Р: сверкать; И.: shine; T.: parlamak) ҡ.
Йылт-йылт итеп ялтырау. □ Сверкать, блестеть, играть на свету, блеск, сверкание. Аҫыл таш йылтылдай. Алыҫта ут йылтылдай. Йондоҙҙар йылтылдай. Ҡояшта йылтылдау. ■ Куҙҙәре менән тештәре генә йылтылдай ине. Ф. Иҫәнғолов. Шаҡман хандың һарайҙары куҙ яуын алып торорлоҡ биҙәктәр менән биҙәлгән буласаҡ, бөтә тирә-яғында алтын-көмөш йылтылдап торасаҡ уның! К. Мәргән. [Юламан ҡарт] ҡояш яҡтыһында аҡ ҡалай шикелле йылтылдап осҡан балыҡты тейен етеҙлеге менән эләктереп алыр ҙа, риза, ҡәнәғәт булып йырлай-мөңрәй, уны һыулы кунәккә ырғытыр. 3. Биишева.
ЙЫЛТЫН КҮҘ (Р: блестящие глаза; И.: shining eyes; T.: parlak göz) и.
1. Йылтанлап уйнап торған үткер күҙ.
□ Живые, блестящие глаза. ■ Кәкре ҡойроҡ, йылтын куҙ буреһе куп Уралтау; ҡыҫҡа ҡойроҡ, шеш ҡолаҡ ҡуяны куп Уралтау. Ҡобайырҙан.
2. Баланы ҡурҡыта торған бапаҡ.
□ Бука.
ЙЫЛТЫН ШӘМ и. диал. ҡар. һуҡыр шәм.
ЙЫЛТЫР I (Р: блестящий; И.: shining; T.: parlak) с.
Йылт-йылт итеп, ялтырап торған; ялтыр. □ Блестящий. Йылтыр кун. Йылтыр куҙ. ■ Уның [Ғабдулланың] ҡарашы иң тәу-ҙә ҡаршы стеналағы йылтыр туңәрәккә төштө. М. Кәрим. Куп ваҡыт ул [Мәҙинә], битенә һырылған йәш ботаҡтарҙы абайлап ҡына айыра-айыра, зөбәржәттән йылтыр, аҡыҡтай шыма япраҡтарҙы һыйпап, ҡайҙа юл тотоу ын да иҫәпләмәйенсә, атлай ҙа атлай. Ә. Хәкимов. Йылтыр ҙа ғына йылтыр ут куренә — юлаусынан ҡалған бер кумер. Халыҡ йырынан.
217