ЙЫЛТЫР
ЙЫЛТЫР II (Р.: блеск; И.: lustre; Т: parıltı) и.
1. Йылтырап торған нәмә. □ Блеск, сверкание, блёстка. Самауырҙың йылтыры бөткән. ■ [Миңзифа] бутәндәрҙән бер ни менән дә айырылмай кеуек ул. Шул уҡ йылтыры ҡасҡан резинка калуш, шул уҡ тоноҡ буяуға мансып иҫке простынянан тегелгән тар кулдәк. Й. Солтанов.
2. кусм. һөйл. Араҡы. □ Водка. ■ [Ғәлимә:] Ҡана, ҡәйнеште һыйларға йугереп бара һалып, бер йылтырҙы килтерәйем. Б. Бикбай.
ЙЫЛТЫРАҒАН и. ҡар. йылтырған. Йылтыраған ятҡылығы.
ЙЫЛТЫРАҠ I (Р.: блестящий; И.: shining; T.: parlak) с.
Йылтырап торған. □ Блестящий, сверкающий. Йылтыраҡ әйбер. Йылтыраҡ куҙле.
ЙЫЛТЫРАҠ II (йылтырағы) (Р: блёстка; И.: spangle; T.: pul) и.
Йылтырап торған нәмә. □ Блёстка; блестящая вещь. Йылтыраҡтар эләктергән ҡыҙ.
ЙЫЛТЫРАҠ-ЙЫШЫРАҠ (йылтыраҡ-йышырағы) и. йыйн. ҡар. йылтыр-йышыр.
ЙЫЛТЫРАМА и. диал. ҡар. ялтырма. Йылға буйында йылтырамаға балыҡ ҡаптырып йөрөй.
ЙЫЛТЫРАТЫУ (йылтырат-) (Р: делать блестящим; И.: render lustrous; T: parlatmak) ҡ.
Йылт итеп балҡып торорлоҡ итеү; йылтыр итеү; ялтыратыу. □ Делать блестящим, сверкающим; придавать блеск, начищать. Тештәрҙе йылтыратып көлөу. Самауырҙы ҡом менән ышҡып йылтыратыу. ■ Яҡуп, куҙҙәрен йылтыратып, Ғабдулла кукрәгендәге миҙалға ҡарап алды. М. Кәрим. Унан, еҙ йугәнен сылтыратып, көмөш эйәрен йылтыратып, ергә етеп торған оҙон ялдарын елпелдәтеп, стакан тояҡтарын тыпылдатып ала айғыр килеп сыҡһын ине. Ф. Иҫәнғолов. Дурт-биш аҙымда ғына, ҡан баҫҡан куҙҙәрен йылтыратып, дер-дер ҡалтырап, ниндәйҙер януар ята. Ә. Хәкимов. Уларҙы теҙеп, гөлт итеп йыйыштырылған яҡты, иҙәндәре йылтыратып буялған казармаға индергәс, ҡайһы бер курсанттар
тупһа эргәһендә итектәрен һала башлай. Р. Өмөтбаев.
ЙЫЛТЫРАУ (йылтыра-) (Р: блестеть; И.: shine; T.: parlamak) ҡ.
1. Йылт итеп балҡыу; йылтырлау, ялтырау. □ Блестеть, сверкать. // Блеск, сверкание. Ныҡ йылтырау. Быяла кеуек йылтырау. Йылтырап торған сәс. Ҡар бөртөктәре йылтырай. ■ Ҡатын һылыулығы өҫтөнә бик алсаҡ һәм яғымлы ине, көлгән саҡта бит остары соҡорланып ала, тигеҙ аҡ тештәре йылтырап китә. С. Агиш. Ҡөлмәҫлек тә тугел шул — тегеләрҙең тештәре генә йылтырап куренә, бөтә ере баштан-аяҡ көл-кумер менән бысранып бөткән, ти. Әкиәттән. Ерҙең өҫтө бәрхәт кеуек йылтырар, куктә — монар, ерҙән быуҙар борҡорар. М. Аҡмулла. • Йыландың йылтырағанына ышанма. Мәҡәл.
2. Йышылып шымарыу. □ Лосниться (о загрязнённой и потёртой одежде). // Лоск. Еңе йылтырап бөткән. ■ Ҡерләнеп, йылтырап, ҡайышҡа өйләнгән таҡыяһын ҡырын кейеп,.. Әлекәй килә. Т. Хәйбуллин.
ЙЫЛТЫРАУЫҠ I с. ҡар. йылтыр I. ■ Ауырыу туръяҡта, йылтырауыҡ башлы тимер карауатта, йомшаҡ тушэккә сумып ята. М. Кәрим. Ҡып-ҡыҙыл ҡуҙҙан кук һәм алһыу йылтырауыҡ ялҡындар арҡыс-торҡос һалынған ҡоро ағастар буйлап урмәләнеләр. Я. Хамматов.
ЙЫЛТЫРАУЫҠ II (йылтырауығы) и. ҡар. йылтыр II, 1. ■ Баҙыҡ йылтырауыҡ. Шыршы йылтырауыҡтары.
ЙЫЛТЫРАУЫҠЛЫ (Р: блестящий; И.: shining; T.: parlak) с.
Йылтыр булып балҡыған. □ Блестящий, сверкающий. Йылтырауыҡлы булыу. Йылтырауыҡлы кулдәк.
ЙЫЛТЫРАШЫУ (йылтыраш-) ҡ. урт. ҡар. йылтырау, взаимн. от йылтырау. Ҡомда алтын бөртөктәре йылтыраша. ■ Был саҡта уның [Ғәйшәнең] ҡиәфәте бөтөнләй уҙгәреп китте: алһыу бите бер аҙ ослая төшкәндәй булды, ҡаштары юғары сөйөлдө, нурлы куҙҙәрендә өр-яңы осҡондар йылтырашты. Д. Юлтый. Бер нисә бала, дәрес менән
218