Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 220


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

йылы
Ваҡиғаларҙы йыллап яҙа барыусы.
□ Летописец. И Амон биләмәһенең үҙәк өлөшөндә «Йылъяҙмалар залы» төҙөлә, был залдың диуарҙарында фирғәүен алып барған яуҙарҙың шаһиты булған йылъяҙмасы Чани-ни тарафынан яҙылған яу тарихтары бәйән ителә. Интернет селтәренән.
ЙЫЛЫ I [боронғо төрки йылығ] (Р.: тёплый; И.: warm; T.: ılık) с.
1. Ғәҙәттәгенән юғарыраҡ температуралы; эҫегә тартым; киреһе — һыуыҡ. □ Тёплый. Йылы өй. ■ Зәңгәрһыу яу лыҡтай күктә йылы нурҙар ағылйым монар һымаҡ ағыла ине. Картотека фондынан. Бер ваҡыт шулай марттың йылы ҡояшында Байғужа менән икәү генә ултырабыҙ. Д. Юлтый. • Йылы ергә йылан да эйәләшә. Мәҡәл.
2. Температураһы ғәҙәттәгенән юғары, бик һыуыҡ түгел. □ Горячий, тёплый. Йылы сәй. Йылы ямғыр. Йылы ел. Йылы ағым. И Йомшаҡ ҡына йылы күк томанға төрөнгән туғайҙарҙы маҡтап, һандуғастар һайраны. И. Насыри. Таң менән эс йылындырырлыҡ ҡына йылы сәй эстек тә кейенеп санаға ултырҙыҡ. Ғ. Дәүләтшин. Яратам мин күмәк хеҙмәт яҙын, ҡымыҙ кеүек татлы һауаһын, ергә йылы ямғыр һибәләгән болоттарҙың алтын ҡанатын. М. Кәрим. Йылы ҡоймаҡ ашай-ашай тәүге сынаяҡ сәйҙе лә эсергә өлгөрмәнеләр, кемдер былай ҙа асыҡ торған ишеккә бер-ике тапҡыр сиртте. Ғ. Ибраһимов.
3. һауаһы юғары температуралы, һыуыҡтары бик булмаған (һауа, йыл миҙгеле, тәүлеккә ҡарата). □ Тёплый. Йылы төн. Йылы ҡыш. Йылы көн. ■ Кешеләр сәсеүҙе яҡшы башҡарып сыға, ямғыр яуғас, йылы булғас, иген дә бик матур үҫә. Ғ. Хисамов. Ағастарҙа ҡоштар һайрай йәйҙең йылы таңында. Тәбиғәт тә башын эйә беҙҙең көстәр алдында. Халыҡ йырынан. Ҡойон да, йылы ел дә кешегә зыян ҡыла ала. Ә. Сөләймәнов.
4. һауаһы уртаса температуранан юғары (ергә, климатҡа ҡарата). □ Тёплый.
5. Тәнде һыуыҡтан яҡшы һаҡлай торған.
□ Тёплый. Йылы салбар. Йылы ойоҡ. Йылы түшәк. ■ Унан, [атаһы] ашыға-ашыға, уға [Юлдашҡа] ҡоро, йылы кейемдәр бирҙе. 3. Би
ишева. Күҙгә йоҡо тойөлә. Заһиттың тиҙерәк кәләше янына, йылы юрған аҫтына сумғыһы килә. Һ. Дәүләтшина. • Юлға сыҡһаң, йылы кейемеңде ҡалдырма. Мәҡәл.
6. һалҡын көндәрҙә лә бик һыуынмай торған, елде, һыуыҡты үткәрмәй торған (бинаға ҡарата). □ Тёплый. Йылы өй. Йылы фатир. Йылы һарай. ■ Завод крәҫтиәндәре ыһ та итмәй, үҙ ауыҙынан өҙөп икмәген бирҙе, ылау бирҙе, йылы өйөн йәлләмәне. Ғ. Ибраһимов. Бындай ямғырҙа, дәрес әҙерләп, төрлө ҡыҙыҡлы китаптар уҡып, рәсемдәр төшөрөп, йылы өйҙә ултырыу ниндәй рәхәт була бит. 3. Биишева. Бәлки, юлсы толоп йылыһында тынмайҙыр ҙа буран йырҙарын. Ашығалыр йылы өйгә, һөйгәненең янына ҡайтырға. Р. Ниғмәти. • Өй эсендә ҡабағыңдан ҡар яуҙырма, асыуыңа юл ҡуйып, йылы өйөңдө туҙҙырма, юҡ талашҡа юл ҡуйып. Мәҡәл.
7. күсм. Күңелгә хуш килерлек, яғымлы; ихлас күңеллелекте, һөйөү тойғоһон сағылдырған. □ Тёплый. // Тёплое отношение, теплота. Йылы һүҙ. Йылы хәбәр. Йылы ҡаршылау. Йылы оҙатыу. Йылы тойғо. Йылы мөнәсәбәт. Йылы тәьҫир. ■ Шуның өсөн дә Усманға үҙенең ерҙәштәре Муса Алиев менән Садыҡ Сәйетов йылы һүҙ ыскындырмағандарҙыр, моғайын. Ғ. Ибраһимов. Һәм мин тоям төн ҡараһы аша ул күҙҙәрҙең йылы ҡарашын. М. Кәрим. Был көндәр Айбикәнең күңелендә ғүмеренең иң яҡшы, тормоштоң иң рәхәт, иң йылы ваҡыттары булып иҫендә ҡалғандар. Һ. Дәүләтшина. Сәйҙел йылы итеп йылмайҙы. Ғ. Сәләм. Тик осрашыуҙың беренсе көндәрендәге кеүек бер-береһенә һоҡланыу, ҡыуаныу менән бәйләнгән айырыуса йылы дуҫлыҡ ҡына юҡ ине хәҙер. 3. Биишева. • Йылы көн ҡарҙы иретер, йылы һүҙ йәнде иретер. Мәҡәл. Йылы һүҙ — йән аҙығы, яман һүҙ — баш ҡаҙығы. Мәҡәл. Йылы һүҙ таш иретер. Мәҡәл. Йылы һөйләһәң, йыланды ла өңөнә индереп була. Мәҡәл. Өйөң һалҡын булһа ла, күңелең йылы булһын. Мәҡәл. Йылы һүҙ — йән аҙығы, яман һүҙ — баш ҡаҙығы. Әйтем.
8. күсм. Иҫкереп юйылмаған, онотолмаған; яңы. □ Свежий. ■ һөйләшеп улты
220