ЙЫЛЫҠАЙ
рыуҙар бер генә булманы, әлбиттә. Ләкин йылы сағында яҙып ҡалдырмағанлыҡтан, кубеһе онотолған. С. Кулибай.
♦ Йылы ҡулда көн йылы саҡта. □ Пока тепло. Йылы ҡулда ҡайтып ҡалырға кәрәк. Йылы ҡулдан биргән ыңғайы, ҡулдан алғас та. □ Сразу, доел. Из тёплых рук. И [Ғариф:] Йә әле, Шәрәфи, йылы ҡулдан берҙе эсеп ебәр. И. Насыри. Йылы тәнеңдә туҙһын яңы кейем кейгән кешегә әйтелгән теләк һүҙе. □ Носи на здоровье. Кулдәгең матур, йылы тәнеңдә туҙһын.
ЙЫЛЫ II (Р.: тепло; И.: warmth; T.: ısı) и.
1. Эҫе менән һыуыҡ араһындағы хәл; ниҙеңдер юғары температураһы һәм шул әйберҙең тыны. □ Тепло. Ус йылыһы. ■ Йондоҙҙоң да икән нуры һунә, ҡояштың да тына йылыһы. М. Ғәли. Сәбилә менән йәшәгән [Ихсанбайҙың] ғумере ерек утын, арыш икмәге кеуек: уты яна — йылыһы юҡ, ашап әсең тула — кәйефең кутәрелмэй. Т. Ғарипова. Өй самауыр йылыһы менән йылына төштө. С. Агиш. Ошо ҡулдың йылыһы һәм ҡөҙрәте бынан ары ла мине бөтә ғумерем буйы һаҡлаясаҡ һәм яҡлаясаҡ. М. Кәрим. Ҡояш йылыһын тойоп, һаламлыҡҡа сыҡҡан тауыҡтар, ҡурҡышып, ҡытҡылдап, аҙбар ҡыйығына һибелделәр. Ғ. Лоҡманов. Ольга Ивановна ут йылыһында балаһының одеялын асты. Б. Дим. • Йылы һөйәк һындырмаҫ, һыуыҡ тәнде тындырмаҫ. Мәҡәл. Иҫке кейемдең йылыһы юҡ. Мәҡәл. Тун йылыһы — иңдән төшкәнсе, дуҫ йылыһы — гургә киткәнсе. Әйтем.
2. Температураһы ғәҙәттәгенән юғарыраҡ булған урын. □ Тепло, тёплое место. Йылыла тотоу. Йылыға ҡуйыу. • Йылыға йылан эйәләй. Мәҡәл. Аяғыңды йылыла, башыңды һалҡында тот. Мәҡәл.
3. Температураһы ғәҙәттәгенән юғарыраҡ булған йыл, тәүлек миҙгеле. □ Тепло. Йәйҙең йылыһына тән иҙрәй. ■ Тапалған ҡар яҙ йылыһына бирешергә теләмәй, ныҡ ята, шуға курә сана егеп йөрөйҙәр. Н. Мусин.
4. кусм. Яғымлы, яҡын тойғоноң тәьҫире.
□ Тепло, теплота. Йөрәк йылыһы. Куңел йылыһы. Мөхәббәт йылыһы. ■ Айсыуаҡты һауыҡтырыу өсөн, уның куҙҙәрендә шатлыҡ
нурҙарын балҡытыу өсөн ауыл тәбиғәте генә тугел, тиңдәштәренең дуҫлыҡ йылыһы ла кәрәклеген аңланы Гөлназ апай. Ш. Янбаев. Курәһең, әҙәмдәр уҙенә иң яҡын, йөрәк йылыһын булешерҙәй кешене сәсеп уҫтерә алмай. Н. Мусин. [Биктимер:] Ҡасҡынға ҡайҙа ла бер, Шаҡман ағай, куңел йылыһы ғына етмәй. К. Мәргән.
♦ Йылы урын эш, йәшәйеш өсөн үтә тыныс, ҡулай шарттар тыуҙырылған ер. □ Тёплое местечко. ■ Уҙған йыл уҡ, йәйге каникул ваҡытында, ҡаҙаҡтар араһында булып, уҙенә дуҫ-иш, йылы урын табып ҡайтҡайны Сафа. Б. Бикбай. Эскә йылы инеү ҡурҡыныс-маҙар бөтөп, күңелгә еңеллек килеү. □ букв. Появилась надежда на благополучный исход чего, отлегло от сердца.
ЙЫЛЫ III (Р: в год; И.: in the year of ...; T: yılında) р. һөйл.
Ҡайһылыр йылда; йылды. □ В год. Теге йылы. Һуғыш башланған йылы. Эшкә урынлашҡан йылы.
ЙЫЛЫ АШ (Р.: горячая пища; И.: hot food; hot meals; T: sıcak yemek) и.
Бешкән аш. □ Горячая пища. Йылы аш ашау.
ЙЫЛЫ БИРЕҮ (Р: отопление; И.: heating; T: ısıtma) и.
Көҙөн йорттарҙы йылытыу өсөн радиаторҙарға йылы ебәреү. □ Отопление. Йорттарға йылы биреу башланды. Бөтә мөһим социаль объекттарға йылы биреу тамамлана.
ЙЫЛЫ ИТ (Р: парное мясо; И.: fresh meat; T: taze eti) и.
Яңы һуйылған мал ите. □ Парное мясо. Баҙарҙан йылы ит алыу.
ЙЫЛЫ КЕРЕҮ (йылы кер-) (Р: надежда на благополучный исход; И.: hope for a good outcome; T: içi rahatlamak) ҡ.
Күңелдә ышаныс, ыңғай хис-тойғо барлыҡҡа килеү. □ Надежда на благополучный исход чего', отлегло от сердца. Куңелгә йылы керҙе.
ЙЫЛЫҠАЙ с. ирк. ҡар. йылы I.
■ Кәримә ҡыҙының йылыҡай тығыҙ тәненән һыйпаҡлай. М. Кәрим. [Бибисара абыстай:] Бик тә йомшаҡ, бик тә йылыҡай ғына була
221