ЙЫЛЫ ҠАНЛЫЛАР
бит инде был [Емештең ҡул эше]. 3. Биишева.
ЙЫЛЫ ҠАНЛЫЛАР (Р: теплокровные; И.: warm-blooded; T.: sıcakkanlı hayvanlar) и. зоол.
Төндәренең даими температураһын һаҡлаусы йәнлектәр. □ Теплокровные. Һөтимәрҙәр һәм ҡоштар йылы ҡанлылар рәтенә ҡарай.
ЙЫЛЫЛЫҠ (йылылығы) (Р.: тепло; И.: heat; warmth; T: ısı) и.
1. физ. Есемдең атом һәм молекулаларының температураһы күтәрелеү менән билдәләнгән энергия. □ Тепло, теплота. / Тепловой. Йылылыҡ улсәу берәмеге. Йылылыҡ энергияһы.
2. Есемдең йылыныу дәрәжәһе; температура. □ Тепло. ■ Көн буйынса нуры, йылыһы менән тәнгә йылылыҡ, рәхәтлек биргән ҡояш, инде байырға яҡынлашып, тау битендәге урман артына йәшеренде. Һ. Дәүләтшина. Ҡайнар өйрә эскә йылылыҡ бирҙе. Д. Юлтый. Йылылыҡ теймәгән йомортҡанан себеш яралмауы һәр кемгә билдәле. Ә. Хәкимов. Шакира өйҙөң йылылығына, еләк, ҡарағат еҫтәре сыҡҡан һауаға ирәйеп китте, тунын сисеп элеп, уҙе ширлеккә барып ултырҙы. Т. Ғарипова. • Ҡояш янында — йылылыҡ, инә янында — изгелек. Мәҡәл.
3. кусм. Ниҙеңдер йәнгә рәхәт биргән шауҡымы. □ Тёплое отношение, теплота. Куңел йылылығы. Ҡараштағы йылылыҡ. И Башҡа беренсе килгән нәмә — ҡояштың йылы ҡарауы, донъяның яҡтылығы тураһындағы тәьҫир булды, йөрәкте ниндәйҙер сикһеҙ яғымлы йылылыҡ солғап алған кеуек булды. Был — йәшәу шатлығы ине, курәһең. А. Карнай. Был һорауҙа кукрәк йылылығы һәм хәстәрлек бар ине. Б. Дим. Ҡуҙҙән-куҙгә кусеп нур уйнаны, йөрәктәрҙән бәрҙе йылылыҡ. М. Ғәли. Ҡояш! Беҙ йөрәктәр йылылығын йырҙа һиңә тиңдәш итәбеҙ. Р. Ниғмәти.
ЙЫЛЫМ I (Р: невод; И.: seine; T: sürtme ağı) и.
Ҙур һөҙгө. □ Невод. Йылым менән балыҡ һөҙөу. Йылым тартыу. ■ Бала-саға купме ҡырмыҫҡа иләуен туҙҙыра, кеше ул мурҙа, ул
йылым менән балыҡты ҡыра, юлында осраған бар йыланды, кеҫәрткене ултерә. Ә. Әминев. Теге йылғырҙар ҡармаҡҡа тотмай бит, йылым менән уратып һөҙә лә ала. Ә. Хәкимов. Баҡһам, йылым тарта балыҡсылар, кис мәлеме, яҡты таң мәллә. М. Ғәли.
ЙЫЛЫМ II и. диал. ҡар. шыя. Йылым ҡалҡҡан.
ЙЫЛЫМ III и. диал. ҡар. йөлөн. Йылым буйы.
ЙЫЛЫМ IV и. диал. ҡар. йылыу.
ЙЫЛЫМСА с. диал. ҡар. йылымыс.
■ Кемдер ең эсенә йылымса һыу ҡойғандай булды. Ә. Чаныш. Йылымса, йомшаҡ төнгө ел уларҙың [Юлдаш менән Ҡыҙырастың] биттәренән, сәстәренән һөйә. 3. Биишева.
ЙЫЛЫМ ҺӨҘӨҮ (йылым һөҙ-) (Р: рыбачить; И.: seine; T: balık avlamak) ҡ. диал.
Балыҡ һөҙөү. □ Рыбачить (сетью, бреднем ). Иртә менән йылым һөҙөргә барабыҙ.
ЙЫЛЫМЫҠ с. диал. ҡар. илгәҙәк. Йылымыҡ ҡыҙ. Йылымыҡ булыу.
ЙЫЛЫМЫС (Р: чуть тёплый; И.: tepid; T: ılık) с.
Әҙ генә йылы (шыйыҡлыҡҡа ҡарата). □ Чуть тёплый, тёпленький, тепловатый. Йылымыс һыу. Йылымыс итеу. И Тамырҙар буйлап, арыуҙан тыуған йылымыс ҡына ҡан йугерә. С. Агиш. Алдар һул аяғы буйлап йылымыс нәмә ағыуын тойҙо. Н. Мусин. Балды йылымыс һыуға ҡушып эсеу ҙә файҙалы. «Башҡортостан ҡыҙы», № 11,2010. Әсирҙәргә төш етеп килгәндә генә алюмин сеуәтәләрҙә йылымыс кәбеҫтә һурпаһы, шырпы ҡабы дәумәлендәге икмәк бирелде. Ғ. Хәйри.
ЙЫЛЫМЫСЛАНЫУ (йылымыслан-) (Р: становиться тёпленьким; И.: become tepid; T: ılıklaşmak) ҡ.
Йылымысҡа әйләнеү. □ Становиться тёпленьким, чуть тёплым, слегка нагреться.
■ Тәнәфес булдымы, арлы-бирле генә яғыл-ғанлыҡтан саҡ-саҡ йылымысланған мейесте һырып алабыҙ. Н. Мусин. Ҡомғандағы һыуы йылымысланғас, хужа, ҡуңалтаҡ ҡатаһын ҡатып, тәһәрәт алып инде. Ғ. Хөсәйенов.
ЙЫЛЫМЫСЛАУ (йылымысла-) (Р: делать чуть тёплым; И.: make tepid, lukewarm; T.: ılıklaştırmak) ҡ.
222