Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 223


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

ЙЫЛЫНЫУ
Йылымыс хәлгә килтереү, йылымыс итеү. □ Делать тёпленьким, чуть тёплым, слегка нагревать. Йылымыслап ҡына һөт эсеу.
ЙЫЛЫНА ТӨШӨҮ (йылына төш-) (Р.: теплеть (о температуре)', И.: become warmer; T.: ısınmak) ҡ.
1. Һауа температураһының бер аҙ күтә-релеүе. □ Теплеть (о температуре). Ҡөн йылына төштө. Июндә төндә йылына төштө.
2. кусм. Яғымлылана барыу, йомшара барыу. □ Несколько смягчиться, стать менее суровым. Ҡарашы йылына төштө. ■ [Уралдың атаһының] ҡарашы йылына төштө. Ш. Хажиәхмәтов.
ЙЫЛЫНДЫРЫУ (йылындыр-) (Р.: согревать; И.: warm; T: ısıtmak) ҡ.
1. Йылытып, өшөгәнде бөтөрөү. □ Согревать, давать возможность согреться. Мейес башында йылындырыу. ■ Тышта, көслө ямғырҙан һуц, урамдар һурҡып, икенсе көндөң ҡояшы йәш уләндәрҙе йылындырып рәхәтләндерә ине. Ғ. Дәүләтшин. Ул [Кусәрев] ойоған аяҡтарын йыш-йыш һелккеләп йылындырҙы, яңы килеп туҡтаған поезд буйлап китте. А. Таһиров. Төньяҡ еле арҡаһында боҙ оҙаҡ ҡуҙғалмаһа, ел рухын йылындырырға ут янына саҡыралар. Ә. Сөләймәнов. [Иҫәкәй:] Осратһағыҙ, тотҡан ҡондоҙ, ҡамаларын һыпыра тартып алығыҙ, уҙҙәрен әле мин курһәткәнсә аҙ-маҙ йылындырып алыу ҙа гөнаһ булмаҫ. Н. Мусин.
2. эйһ. ф. ҡар. йылыныу 1. Шәп атлағас, йылындырҙы. ■ [Ғәббәс:] Нығыраҡ ҡалтыраһаң, .. тиҙерәк йылындыра. А. Игебаев.
ЙЫЛЫН УҠЫТЫУ (йылын уҡыт-) ҡ. ҡар. йылын үткәреү 2. Йылын уҡытыуға йыйылыу.
ЙЫЛЫН ҮТКӘРЕҮ (йылын үткәр-) (Р: праздновать годовщину; И.: celebrate an anniversary; T: yıldönümünü kutlamak) ҡ.
1. Йыллыҡты байрам итеү. □ Праздновать годовщину. ■ Унда [мөрәжәғәттә] әлеге йылдың айырым мәғәнәгә эйә булыуы — беҙҙең халыҡтың Бөйөк Ватан һуғышында Еңеуенең 65 йыллығын байрам итеу һәм Республика йылын уткәреу менән әһәмиәтле
икәнлеге һыҙыҡ өҫтөнә алынды. «Юшатыр», 2 март 2010.
2. Үлгән кешене бер йылдан һуң иҫкә алыу мәжлесе. □ Справить поминки через год. Өләсәйемдең йылын уткәрергә йыйылдыҡ.
ЙЫЛЫНЫП КИТЕҮ (йылынып кит-) (Р: потеплеть; И.: get warmer; T: ısınmak) ҡ.
1. haya температураһының күтәрелеүе.
□ Повышаться (о температуре воздуха), потеплеть. // Повышение температуры. Көндәр йылынып китте. ■ Иртән, ҡояш куренгәс тә, көн йылынып китә. А. Карнай.
2. кусм. Ҡурҡыныс, хәүеф бөтөп, күңелдә ышаныс тыуыу, күңелгә еңеллек килеү.
□ Потеплеть (в душе). ■ Ҡом-ташлы ҡалҡыулыҡтар, селек, тубылғы ҡыуаҡтары осрай башлағас, [Насирҙың] куңеле йылынып киткәндәй булды. 3. Ураҡсин. Ферма яғында тағы бер һыбайлы куренгәс кенә, куңел йылынып китте. М. Бураҡаева.
ЙЫЛЫНЫУ (йылын-) (Р: греться; И.: warm oneself; T.: ısınmak) ҡ.
1. Йылы алып, өшөүҙән туҡтау (тәнгә ҡарата). □ Греться, согреваться. // Согревание. ■ Һәндерәлә йоҡлап ятҡан улдары Буләкбай, сыу ал утына йылынып, тулап-ту-лап йоҡлай. Т. Хәйбуллин. Ул [Мифтахетдин] тәуҙә йылына алмай интекте. Я. Хамматов. Ҡыҙрас .. бер кәбән аҫтына инеп, йылынып йоҡлап киткән. Әкиәттән. Аяҡтары яйлап йылына, рәхәтлектән ҡыҙҙың куҙҙәре йомола. Ш. Хажиәхмәтов. • «Йылындым» тип, кейемен ташлаған — берләтә иҫәр, «туйҙым» тип, икмәген ташлаған — икеләтә иҫәр. Мәҡәл. Үҙеңдең яҡҡан утыңа у ҙең йылынырһың. Мәҡәл.
2. Һыуыҡтан йылыға әйләнеү, йылы хәлгә килеү. □ Греться, согреваться, нагреваться. // Согревание. Һыу йылынды. Булмә йылынған. ■ Айбулат ҡаҙан быуы, самауыр боҫо менән йылынған өйөндә гимнастёркаһының иҙеуен ысҡындырып, турҙә аяҡ салып, ғаиләһе менән ыумас эсеп ултыра ине. һ. Дәүләтшина. [Илтуғандың] бар ризығы — ус аяһындай кәлсә лә таш кеуек ҡаты ҡорот йоморсаһы. Йәнә кун
223