Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 224


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

ЙЫЛЫ СЫУАҠ
һауытта йылынып бөткән ике уртлам һыу. Ә. Хәкимов.
3. Температураһы ғәҙәттәгенән юғарыраҡ хәлгә килеү (көнгә, һауаға ҡарата). □ Греться, согреваться, нагреваться. ■ Йәй етеп тә, көндәр һаман йылынмай. Ә. Вәли. Яҙ етеп, көндәр йылына башлағас ҡына, [Мифтахетдин] тышҡа сығып йөрөй башланы. Я. Хамматов. Март аҙағында һауа йылынды. А. Таһиров. Бына ҡояш ҡыҙҙыра башлар, көндәр йылыныр, йәшел хәтфә кеуек уләндәр йәшәреп сығыр. С. Мифтахов. • Кышҡы көндөң йылыныуына ышанма, дошмандың көлөуенә ышанма. Мәҡәл.
♦ Эс йылыныу ҡар. эскә йылы инеү. Уны кургәс, эс йылынып китте.
ЙЫЛЫ СЫУАҠ (сыуағы) и. диал. ҡар. әбейҙәр сыуағы. Йылы сыуаҡ осоро. ■ Йылы сыуаҡ та етте. Куктең йөҙө зәңгәр, бер болот юҡ, йылы сыуаҡ ҡарҙы иретә. Б. Вәлид.
ЙЫЛЫТҠЫ (Р.: подогретый; И.: heated; T: ısıtılmış) с. һөйл.
Йылытылған (ашҡа ҡарата). □ Подогретый, разогретый. Йылытҡы былау. Йылытҡы аш.
ЙЫЛЫТҠЫС I (Р: нагреватель; И.: heater; T: ısıtıcı) и.
Йылылыҡ бүлеп сығарыусы, йылыта торған нәмә. □ Нагреватель, подогреватель, грелка. Һыу йылытҡысы. Өй йылытҡысы. ■ [Ғәлимә:] Ғәли булышты, һинең тән йылытҡысыңды мин эстән кейҙем. А. Таһиров.
ЙЫЛЫТҠЫС II и. зоол. диал. ҡар. еңгәсәй. Яҙ етеу менән бурәнәләрҙә, таштарҙа йылытҡыстар куренде.
ЙЫЛЫ ТУЛЫУ (йылы тул-) (Р: истечь; И.: run out; T: vakti geçmek) ҡ.
Ҡуйылған ваҡыты етеү. □ Выйти, истечь (о сроке службы). Йылы тулған документ. Йылы тулған һалдат.
ЙЫЛЫТЫЛЫУ (йылытыл-) ҡ. төш. ҡар. йылытыу 4. страд, от йылытыу 4. ■ Өйҙөң аҫҡы ҡатындағы ҙур булмә рәтләп йылытылмаған да. А. Таһиров. Уттарҙа көйгән, ҡан аралаш куҙ йәштәренә сыланған, мөхәббәт менән йылытылған, анттар менән яҡтыртылған ил тупрағында бер-береһенән
өс кенә аҙым арала Ерҙең ике балаһы баҫып тора. М. Кәрим. Куберәк «тере», йәғни, туңдырылмаған, консерваланмаған, микро-волновкала йылытылмаған ризыҡ ашарға тырышығыҙ. «Башҡортостан ҡыҙы», № 12, 2010.
ЙЫЛЫТЫУ (йылыт-) (Р: греть; И.: warm; T: ısıtmak) ҡ.
1. Йылылыҡ бүлеп сығарыу. □ Греть, нагревать. // Нагревание. Мейес йөҙө йылыта. Пар менән йылытыу. Көҙгө ҡояш һаран йылыта. ■ Эй, утындар! Купме мәрхәмәтлек һеҙҙең утта, һеҙҙең ялҡында! Һеҙ уҙегеҙ янып, кешеләрҙе йылытаһығыҙ бит һалҡында. Н. Нәжми. Мөрйәнән сыҡҡан төтөн донъяны йылытмаған кеуек, ата даны ла баланы биҙәмәй. М. Кәрим. Уның [Ғилмандың] шулай етемһерәп ултырыуына Зөбәржәттең йәне әсене, бына хәҙер йугереп инеп, ялт иттереп ут тоҡандырғыһы, тәмле итеп тамағына бешергеһе, һыйлағыһы, унан ҡуйынына һыйынып, тәне менән йылытҡыһы килде. Н. Мусин.
2. Йылыны тотоу, һыуыҡтан һаҡлау (кейемгә ҡарата). □ Греть. Тун ҡаты һыуыҡтарҙа ла тәнде яҡшы йылыта. ■ [Вадик — Мадоннаға:] Куреп торабыҙ, дер-дер ҡалтырайһың, хатта кавалерҙың кулдәге лә йылытмай. Д. Бүләков. Кыптыр тун да Абдулланың әрнегән, өшөгән тәнен йылыта алманы. «Йәшлек», 7 октябрь 2008.
3. Өшөгәнен бөтөрөү; йылындырыу. □ Погреть. Аяҡты йылытыу. Кулды йылытыу. Арҡаны йылытыу. ■ Саҡай әле Булгаков, әле Маһитап менән һөйләшеп, өҫтөн һалды, ҡулдарын ыуғылап йылытты, йылы мейескә яҡын барып, арҡаһын терәне. А. Таһиров. Барабан тирәһенә уралған тимерсыбыҡтың эҫелеге әле лә булһа кун бейәләй аша ҡулды йылытып торған кеуек. А. Карнай. [Мәскәй:] Кояшты һиңә йылытҡаны, донъяны йәнләндергәне һәм туҡландырғаны өсөн курһәттем. «Ҡуҙыйкүрпәс». Тәненән һыуыҡ тулҡын уткән Ихсанбай бөрөштө, арҡа мейеһенең өшөуен ныҡлап ҡыҙған усаҡ йылыһы ла йылыта алмай. Т. Гарипова.
224