ЙЫЛЫШЫУ
4. Һыуыҡтан йылыға әйләндереү, йылы итеү. □ Разогреть, греть. Аш йылытыу. Һыу йылытыу. Йылытып алыу. Утта йылытыу. Газда йылытыу. ■ [Фәузиә:] Һыу йылыттығыҙмы? Мәрхумәнең кәуҙәһен уҙем йыумаҡсымын. Т. Ғарипова. Аталы-уллы ике аусы, ҡуян итен ишеккә һыйҙыра алмағас, уны өйгә тәҙрәнең бәләкәй өлгөһө утә алып инә; икәуһенә ҡуян ите етмәй, шул уҡ ваҡытта иртәгеһенә йылытып тағы ашарлығы артып та ҡала. Ә. Сөләймәнов.
5. Температураһы ғәҙәттәгенән юғарыраҡ хәлгә килеү (көнгә, һауаға ҡарата).
□ Теплеть. // Потепление. Иртә йылытты. ■ Көн бер ни тиклем йылытты ла. Ғ. Хәйри. Иртәнсәк буранлап, һыуытыбырак торған көн төшкә табан ҡапыл йылытты. Я. Хамматов. Ошо бер нисә сәғәт эсендә тышта ҡарлы ямғыр яуыуҙан туҡтап, көн йылытып ебәргәйне. «Йәшлек», 6 май 2010. • Ялланған һуғышсы даны — йылытмаған ай яҡтыһы. Әйтем.
6. кусм. Йылы тойғо уятыу, рәхәтлек биреү. □ Согревать, отогревать. Куңелде йылытыу. ■ Исмаһам, хаттарым йылытһын, тип уларға [балаларына] көн һайын оҙон итеп хаттар яҙырға кереште [Дилбәр] — һағыныу тулы, һөйөу тулы хаттар. Г. Ғиззәтуллина. Йылы өй, йомшаҡ һуҙ урмансының йәнен йылытып ебәрҙе. Ф. Әсәнов. Февраль һыуығында, ҡуйының кеуек, йөрәктәрҙе йылыта һинең хат; йәйге ҡыҙыуҙарҙа, муйыл кеуек, куләгәһен бирә һинең хат. Р. Ниғмәти.
7. эйһ. ф. ҡар. йылыныу 3. Бөгөн йылытырға тейеш. И Марттың тәуге аҙналарында уҡ йылытып ебәрҙе. Ф. Иҫәнғолов.
4 Арҡа йылытыу илке-һалҡы йөрөү.
□ Бездельничать, букв. Греть спину. Арҡа йылытып йөрөу.
ЙЫЛЫТЫУСАНЛЫҠ (йылытыусан-лығы) (Р: удельная теплота сгорания топлива; И.: specific heat; T: özgül ısı) и. физ.
Бер килограмм яғыулыҡ янғанда сыҡҡан йылылыҡ миҡдары. □ Удельная теплота сгорания топлива. Ҡайын утынының йылытыусанлығы. Тапсыҡтың йылытыусан-лығы.
ЙЫЛЫУ I (йылы-) (Р: согреваться; И.: warm (get); T: ısınmak) ҡ. һөйл.
Һыуыҡтан йылыға әйләнеү. □ Согреваться, нагреваться. Булмә йылыны. Ер йылыны. Һурпа йылыны. • Ерек утын яҡма, еңгә ҡатын алма: ерек утындың йылыуы юҡ, еңгә ҡатындың ҡыҙыуы юҡ. Мәҡәл.
ЙЫЛЫУ II (Р: полынья; И.: unfrozen patch of water; T: buzlar arasında açık su) u.
һыуҙың ҡыш көнө туңмай ятҡан урыны; ҡаран. □ Полынья. ■ Ат йылыуға тура килеп, санаһы менән ҡуша гөмбөрләп төшөп киткән. Й. Солтанов. Дим буйыҡайҙары бороу-бороу, бороуҙары һайын бер йылыу. Ебәк шәлкәйҙәрен ҡырын һалып, йылмайып та килә бер һылыу. Халыҡ йырынан. [Тәтәй ҡош] ҡыш көнө йылыуҙар эҙләп, кусеп йөрөй.
Э. Ишбирҙин.
ЙЫЛЫУЛАУ (йылыула-) (Р: покрываться полыньями; И.: get covered with unfrozen patches of water; T: buzlar arası açık su ile kapanmak) ҡ.
Йылыулы булыу, туңмау (һыуға ҡарата).
□ Покрываться полыньями. Йылға йылыулап ята.
ЙЫЛЫ ҮТКӘРГЕС (Р: теплопровод-ник; И.: heat conductor; T.: ısı geçiren) ҡ.
Йылыны үҙе аша үткәрә торған ҡоролма.
□ Теплопроводник; проводник тепла. Баҡыр — иң яҡшы йылы уткәргес.
ЙЫЛЫШ (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Бөрйән ырыуы араһы. □ Родовое подразделение башкир-бурзянцев. Йылыштар араһы.
ЙЫЛЫШТЫРЫУ (йылыштыр-) ҡ. диал. ҡар. һырлыҡтырыу. ■ Үҙе [Еәләу ҡарт] кәмәнең ҡойроғон ярға табан йылыш-тыра. А. Таһиров. Тора-бара [Еаяз] беләгемде ҡыҫып-ҡыҫып уҙенә йылыштыра башланы, көрһөнөп тә ҡуйғылай. Н. Мусин.
ЙЫЛЫШЫУ (йылыш-) (Р: тянуться; И.: reach out; T: uzanmak) ҡ. диал.
1. Яҡын килеү, һырлығыу. □ Тянуться. ■ Ҡайҙандыр ҡабырғалары көйөп бөткән, һыңар аяғы өҙөлгән буре килеп сыҡты.
8 - 1.0117.12
225