Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 226


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

йылы яҡ
Кешегә, мал-тыуарға теймәй, киреһенсә, халыҡ бар ергә йылыша. Ә. Хәкимов. Бите менән тәҙрәгә йылышҡан ҡыҙ тротуарҙағы егеткә бармағы, куҙҙәре, ирендәре менән ниндәйҙер аңлайышһыҙ ишаралар яһап өлгөрҙө. Ф. Иҫәнғолов.
2. Шылышыу; ятҡан килеш ҡул-аяҡтар ярҙамында хәрәкәт итеү. □ Ползать, ползти. ■ Иптәштәр бер нәмәнән дә ҡурҡмай алға йылышты. Ш. Хоҙайбирҙин.
ЙЫЛЫ ЯҠ (яғы) и. ҡар. көньяҡ. Йылы яҡҡа барыу. Йылы яҡтан ҡайтыу. ■ Куп илдәрҙе, куп ерҙәрҙе курҙем, ғашиҡ итте мине йылы яҡ. Р. Ғарипов. Куп тә уҙмаҫ, ҡолан көтөуе лә яйлап-яйлап йылы яҡтарға ыңғайлар. Ә. Хәкимов. Коштар ҙур-ҙур булып туптарға тупланды. Улар йылы яҡҡа оса. Ғ. Ибраһимов.
ЙЫЛ ӘЙЛӘНӘҺЕНӘ (Р.: круглый год; И.: all the year round; T.: yılın dört mevsiminde)/?.
Бер йыл буйына. □ Круглый год. ■ Ул [Арслан] бит йыл әйләнәһенә бер уҙе Әминә тирәһендә өйөрөләсәк!Д. Шәрәфетдинов. Беҙ халыҡ педагогикаһын уҡытыу нигеҙендә гимназия һәм «Артек» тибында йыл әйләнәһенә эшләй торған уҡыу һәм сәләмәтлэндереу уҙәге асыу тураһында оло хыял менән пландар төҙөй башланыҡ. М. Бураҡаева.
ЙЫМ I (Р: гладкий; И.: smooth; T.: düz) с. диал.
Шыма, йылтыр. □ Гладкий. Йым киндер. Йым кун.
ЙЫМ II с. диал. ҡар. йыш 1. Йым текмә. Йым сәстек быйыл кишерҙе.
ЙЫМ III с. диал.
1. ҡар. бысый 1. Йым икмәк. Оном насар, шуға икмәк йым бешә.
2. ҡар. бысый 2. Йым куҙ.
ЙЫМАЯҠ с. диал. ҡар. йылмаяҡ. Йы-маяҡ бесәй.
ЙЫМҒЫРЫУ (йымғыр-) (Р: загнуть; И.: turn up; bend; T.: kıvırmak; bükmek) ҡ.
1. Ҡалай һауыттың ситен сүкеп бөгөү, ҡайтарыу. □ Загибать. Калайҙы йымғырыу.
2. кусм. Һуғып йәмшәйтеү. □ Сплющивать, расплющивать, мять. // Сплющивание, расплющивание. Биҙрәне йымғырыу. Аңғармаҫтан йымғырыу.
ЙЫМЙЫЛДАУ (йымйылда-) ҡ. диал. ҡар. йымылдау. ■ Карағөлөмбәт бей, йөрөй торғас, тиреһе йымйылдап торған бик матур һеләуһенгә тап була. «Бабсаҡ менән Күсәк».
ЙЫМ-ЙЫМ (Р: подражание блеску; И.: twinkle; T.: ışıl ışıl) оҡш.
Балҡып-балҡып киткән яҡтылыҡты, утты белдергән һүҙ. □ Подражание блеску, мерцанию, сверканию. Йым-йым итеу. М Эҙҙәрендә йым-йым итә ваҡ таш, гуйә, ергә йондоҙ сәселгән. М. Кәрим. [Кыҙҙың] йым-йым итеп куренгән ваҡ ҡына тештәре Таштимергә ныҡ оҡшаны. Ә. Хәкимов. Һандыҡ эсе хас бер хазина... Сәйлән биҙәк йым-йым нур һибә. М. Ғәли. Уның [кулдең] төбөндә куҙ яуын алып, йым-йым итеп ике таш ята. М. Өмөтбаев.
ИЫМҠЫРАУ (йымҡыра-) ҡ. диал. ҡар. йымғырыу 1. Һауыттың ситен йымҡырап эшләйһең.
ЙЫМЛАНЫУ (йымлан-) ҡ. төш. ҡар. йымлау II. страд, от йымлау II. ■ [Торомтай] ихатаһына сығып, ни тотоп, ни эшләргә белмәй тишек-тошоҡ тубәлеге, бурәнәләре йымланмай ғына һалынған бурама аласығы тирәһендә тертәнләп йөрөй бирә лә тағы өйөнә инә. Н. Мусин.
ЙЫМЛАУ I (йымла-) (Р: делать гладким; И.: smooth out; T.: düz yapmak) ҡ.
Шымартып йылтыратыу. □ Делать гладким, разглаживать, шлифовать, полировать. // Шлифование, шлифовка, полирование, полировка. Етен йымлау. ■ Фәйрузәле куктәреңдә йымлаған йондоҙ ҙа юҡ, томраған көндөҙ ҙә юҡ, ай ҙа юҡ, һис йәйҙәрендә йәй ҙә юҡ! А- Юлтый.
ЙЫМЛАУ II (йымла-) ҡ. диал. ҡар. йышлау 1. Тубәне йымлап һалыу. Иҙәнде йымлау. ■ Ғилман ҡул осона алған таҡтаһын кузовҡа ырғытты, Нина иһә уны аяғы менән типкеләп, йымлабыраҡ һалып ҡуйҙы. Н. Мусин.
ЙЫМЛЫ с. диал. ҡар. йыш 1. Йымлы бура. Йымлы иҙән. ■ Кояш байышы һәм төн яғындағы өлкән тимер ҡапҡалар сысҡан уткеһеҙ йымлы итеп бикләнгән. Н. Мусин.
226