ЙЫПАЙТЛАП ЙӨРӨҮ
ЙЫМШАН и. бот. диал. ҡар. әрем. Ҡәртә артын йымшан баҫҡан.
ЙЫМЫЛДАТЫУ (йымылдат-) (Р.: вызывать мерцание; И.: cause twinkling; T.: ışıldatmak) ҡ.
Йым-йым иттереү, йым-йым килтереү. □ Вызывать мерцание, мигать. Фонарь утын йымылдатыу. И Тегеһе [ҡыҙ] утыҙ ике аҡ тешен йымылдатты. Ә. Хәкимов. Ә бер төндә Ҡыҙыл Ерек өҫтөн йымылдатты янғын шаңдағы. Ш. Бикҡол. Атыш тынып торған ваҡытта башынан аяғынаса ҡап-ҡара туҙанға батҡан шайтан ҡиәфәтле заряжающий, ап-аҡ тештәрен йымылдатып, хихылдап көлөп ебәрҙе. М. Кәрим.
ЙЫМЫЛДАУ (йымылда-) (Р.: блестеть; И.: shine; T.: ışıldamak) ҡ.
Йым-йым итеү, йым-йым килеү. □ Блестеть, сверкать, мерцать, сверкание, мерцание. Йондоҙҙар йымылдауы. Ысыҡ тамсылары йымылдай. Шәм йымылдай. ■ Үҙҙәрен [Юлдаш менән Ҡыҙырасты] шундай көләс, наҙлы йымылдап саҡырып алып та, аҙаҡтан йота яҙған мәкерле күл өҫтөнә текләп тынып ҡалдылар. 3. Биишева. Байыр яҡҡа тәгәрәгән ҡояштың һарғылт нурҙары Шә-рифулланың ыҫланған мыйыҡ остарына төшөп йымылдайҙар. М. Кәрим. Өфоҡтоң бер яҡ ситендәге йымылдап торған берҙән-бер яңғыҙ йондоҙ ҙа ҡайҙалыр юғалды. Я. Хамматов.
ЙЫМЫЛДАШЫУ (йымылдаш-) ҡ. урт. ҡар. йымылдау, взаимн. от йымылдау. Ҡар бөртөктәре йымылдаша. ■ Тик йондоҙҙар ғына йымылдашып торалар. А. Таһиров. һөнәрсенең бөтә өйө тулып, йондоҙ кеуек йымылдашып ултырған ғәжәп зифа, ысын яһау көршәктәрҙең әле береһен, әле икенсеһен алып, баш сайҡап, тел сатылдатып торған [Өйрәнсек]. 3. Биишева.
ЙЫМЫЛ-ЙЫМЫЛ оҡш. ҡар. йым-йым. Йондоҙҙар йымыл-йымыл килә. Йымыл-йымыл янған уттар.
ЙЫМЫРЛАУ (йымырла-) (Р: кишеть;
И.: swarm (with); T: kaynaşmak) ҡ.
Бер тирәлә ҡайнашып ҡыбырлау; ҡымйыу. □ Кишеть, собираться. ■ Улар [боландар] сикһеҙ киңлектә тирмә иҙәнендә йы
мырлаған ҡырмыҫҡа шикелле генә күренгән атлы әҙәмдәргә, һеҙ беҙҙең илгә ҡайҙан килеп сыҡтығыҙ, тигәндәй, аптырап ҡарап ҡалалар. Н. Мусин.
ЙЫМЫТЫР (Р: имущество; И.: property; T: mal (varlığı) и. диал.
Ҡемдең йәки нимәнеңдер ҡарамағында булған бөтә нәмә; мөлкәт. □ Имущество. Йымытыр бүлешеү.
ЙЫНАЗА [ғәр. (Р: отпевание; И.: funeral service; T: cenaze töreni) и.
1. Үлгән кешене ислам дине ҡанундары буйынса ерләү йолаһы. □ Похороны (по исламским традициям). ■ [Яҡуптың] улдары бергә йыназаға йыйылды, фәрештәләр уға оҙаҡ намаҙ ҡылды. «Ҡиссаи Йософ». Ҡолош халҡы саҡырыулы туйға, саҡырыуһыҙ баҙарға ихлас йөрөй, ә бына йыназаларға һайлап бара. М. Кәрим.
2. Ҡәбергә алып китер алдынан мәйет эргәһендә уҡыла торған доға. □ Отпевание, панихида, заупокойная молитва. Йыназа уҡыу. Йыназаһыҙ ерләү. ■ [Ишкәкселәрҙең] берәүҙәре өҙгөләнгән елкәндәрҙән ашығып кәфен бесә. Икенселәре ҡалтырай, ашыға, йыназа уҡый. 3. Биишева. • Ҡеше туй һөйләгәндә, ул йыназа һөйләгән. Мәҡәл.
ЙЫНАЗА ДОҒАҺЫ и. ҡар. йыназа 2. Йыназа доғаһы уҡыу.
ЙЫНАЗАЛАУ (йыназала-) (Р: отпевать (покойника)', И.: perform a funeral service; T.: cenaze töreni) ҡ.
Йыназа уҡытыу. □ Отпевать (покойника), совершать обряд отпевания. ■ [Юлай ҡарт:] Мин һеҙҙән алда үлһәм, һеҙ мине икәүләп йыназаларһығыҙ. Ясин уҡып. Б. Рафиҡов.
иыныс и. диал. ҡар. енес. И [Юлыш батыр:] Әммә эш кемдең ҡайһы йыныстан бу лыу ында түгел. Ә. Хәкимов. Төрөк батыры йынысы менән төрөк түгел, уларға ялланған черкес ине. Н. Мусин.
ЙЫПАЙТЛАП ЙӨРӨҮ (йыпайтлап йөрө-) (Р: сплетничать; И.: gossip; T: dedikodu yapmak) ҡ. диал.
Ғәйбәт һөйләү. □ Сплетничать. Ауыл буйлап йыпайтлап йөрөмә.
8*
227