ЙЫП-ЙЫЛТЫР
ЙЫП-ЙЫЛТЫР (Р.: ярко блестящий; И.: very lustrous; T.: çok parlak) с. артыҡл. дәр. ҡар. йылтыр, превосх. степ, от йылтыр.
Бик йылтыр, саманан тыш йылтыр. □ Ярко блестящий. Н Ул [Һатыбал], йып-йылтыр еҙ төймәле ҡара китель кейеп, ике ҡулды кеҫәгә тығып,.. ишек алдында ары-бире йөрөй. 3. Биишева.
ЙЫП-ЙЫЛЫ (Р.: очень тёплый; И.: very warm; T.: ipilik) с. артыҡл. дәр. ҡар. йылы. превосх. степ, от йылы.
Бик йылы, саманан тыш йылы. □ Очень тёплый. ■ Барҫ ултерелгән, йып-йылы көйөнсә ята. Эпостан. Сена ярҙарында йып-йылы көҙ, ғәжәп мәғәнәле йылмая куперҙәр. М. Ғәли. Йып-йылы ерҙең ҡуйынын ҡосоп, тамыры менән яҫтыҡтай ярҙар янында һаҡсылай тора имән. Р. Назаров.
ЙЫП-ЙЫП (Р: подражание миганию; И.: imitation of winking; T: ışıl ışıl) оҡш.
Асылып-йомолоп, йылпылдап торған нәмәне белдергән һүҙ; леп-леп. □ Подражание миганию. Йып-йып итеу. Йып-йып килеу.
ЙЫП-ЙЫУАН (Р: очень толстый; И.: very thick; T.: şipşişman) с. артыҡл. дәр. ҡар. йыуан, превосх. степ, от йыуан.
Бик йыуан, саманан тыш йыуан. □ Очень толстый. Йып-йыуан еп. Йып-йыуан кеше. Йып-йыуан ағас.
ЙЫПҠЫ и. диал.
1. ҡар. уйпат. Йыпҡы ер. Йыпҡы урын.
2. ҡар. ек I. Иҙән йыпҡыһы. Өрлөк йып-ҡыһы.
ЙЫПҠЫУ с. диал. ҡар. иңкеү. Йыпҡыу урын. Йыпҡыу ерҙә әле лә һыу ята.
ЙЫПТЫР (Р: медлительный; И.: sluggish; T.: ağır) с. диал.
Мыштыр; ығыш. □ Медлительный, неповоротливый. Йыптыр кеше. Йыптыр булыу. ■ Сос һайыҫҡан шул арала кәйелеп кенә ҡуйы сытыр араһына инеп юғалды, оҙон ҡойроғо ғына куренеп ҡалды. Ҡайҙа инде йыптыр ҡарғаға шырлыҡ араһында уны ҡыуып етеуе. «Башҡортостан», 10 ғинуар 2009.
ЙЫПЫҠАС с. диал. ҡыйпысыҡ. Йы-пыҡас ҡыҙ.
ЙЫПЫЛДАҠ с. ҡар. йылманлаҡ.
ЙЫПЫЛДАТЫУ I (йыпылдат-) (Р.: моргать; И.: blink; T.: gözlerini kıpıştırmak) ҡ. һөйл.
Йып-йып иттереү, йып-йып килтереү.
□ Моргать. ■ Яланбикә, куҙҙәрен йыпылдатып ымлап, Гөлйөҙөмдөң ҡолағына: — Сеуә-тәләрен йыуа башланылар, әйҙә, сығайыҡ, — тине. Һ. Дәүләтшина.
ЙЫПЫЛДАТЫУ II (йыпылдат-) ҡ. диал. ҡар. йыпырыу. Ҡоймаҡтарҙы йыпылдатып бөттө.
ЙЫПЫЛДАУ (йыпылда-) (Р: моргать; И.: blink; T.: gözlerini kıpıştırmak) ҡ. һөйл.
1. Йып-йып итеү, йып-йып килеү.
□ Моргать (о глазах). Ҡуҙе йыпылдап тора.
2. Йып-йып итеп ҡыйшанлау; ярамһаҡланыу (ҡатын-ҡыҙға ҡарата). □ Стараться угодить. Йыпылдарға тырышыу.
ЙЫПЫРТЫУ (йыпырт-) ҡ.
1. һөйл. ҡар. йыпырыу. Йыпыртып ашау.
■ [Байғужа:] Ярар, ярар, юҡтыц башын ауырттырма инде. Алдыца ни килгән — ҡәнәғәт булып, йыпырта ғына бир. Д. Юлтый.
2. диал. Һыпыртыу, ҡасыу. □ Удирать, улепётывать. Урманға табан йыпыртты.
■ Рәйес килеп сыҡмаҫ элек тип, шыпырт ҡына уҙебеҙҙец өй яғына йыпырттым. Н. Мусин.
ЙЫПЫРЫУ (йыпыр-) (Р: уплетать;
И.: eat up; T.: silip süpürmek) ҡ. һөйл.
Ҡомһоҙланып ашау, ҡалдырмай тиҙ-тиҙ ашап бөтөү; йыпыртыу (1). □ Уписывать, уплетать. Йыпырып ашау. ■ [Марат] бер ҡасан да тәмләп ҡарамаған балығын, әллә ниндәй дицгеҙ ашамлыҡтарын йыпырҙы. «Ағиҙел», № 9, 2009.
ЙЫПЫСЛАУ (йыпысла-) ҡ. диал. ҡар. кепесләү. Ҡуҙе йыпыслап тора.
ЙЫР [дөйөм төрки йыраг} (Р: песня; И.: song; T.: şarkı) и.
1. Көй менән башҡарыла торған шиғри әҫәр. □ Песня, песнь; пение. Моцһоу йыр. Бишек йыры. Лирик йыр. Йыр жанры. Йыр ижад итеу. Йыр башлау. ■ Барып еткәс, Зөләйхә ишек ҡаҡты. Өй эсендә гармун, йыр тауыштары ишетелде. Т. Йәнәби. Йырға һалам йәшлегемдең һағыштарын, шатлығын,
228