ЙЫРАҠАЛАУ
йөрәгемә илһам биргән тәуге һөйөу сафлығын. Т. Ҡарамышева. Аяҡтарым юлда, куңелем йырҙа, ерҙә мин бер шундай юламан, көндөҙ мин ҡояшҡа, ә төндәрен йондоҙҙарға ҡарап юл алам. М. Кәрим. • Йырҙың йыртығы юҡ, һуҙҙең һутеге юҡ. Мәҡәл. Йыры барҙың көйө бар. Мәҡәл. Кемдең йырын йырлаһаң, шуның көйөн көйләрһең. Мәҡәл. Мәжлес курке йыр менән. Мәҡәл. һуҙ — көмөш, йыр — алтын. Мәҡәл. Һәр табындың уҙ йыры. Мәҡәл. Йыр - йөрәккә ял. Мәҡәл. Йыр — куңеллегә ҡыуаныс, куңелһеҙгә — йыуаныс. Мәҡәл. Моңһоҙҙоң да бер йыры була. Әйтем.
2. кусм. Ҡош һайрауы. □ Пение (птиц). ■ Һандуғастар был яҡҡа ғына хас ярһыу дәрт менән урманды наҙлы йырға кумә. 3. Биишева. Йырлаймы куктә балҡыған ҡояштың нурын? Әллә айға арнағанмы һандуғас йырын? С. Юлаев. • һандуғас йырын йырлайым тип, уҙ йырыңды онотма. Мәҡәл.
3. кусм. Тәбиғәттә, эш барышында һ. б. булған тауыштар. □ Звук (природы, различных процессов)', песня. Тауҙар йыры. Йылға йыры. ■ Саф-саф теҙелеп бара бары ла, ҡулдарында ҡорал ялтырай. Урман, сахра барыһы гөж-шау килә, эш иртәһе йыры яңғырай. Ғ. Амантай. Уй томанын йырып ишетелә тракторҙың йырҙары. Р. Ниғмәти. • Һәр миҙгелдең уҙ йыры бар. Мәҡәл.
ЙЫРА (Р.: небольшой ров; И.: ditch; T: hendek) и.
1. Оҙон соҡор; канау. □ Небольшой ров, канава. ■ Ул йылды яҙ иртә килде. Йырғанаҡтар шарылдашып һыу ташыны. Соҡорҙар кулгә, йыралар йылғаға әйләнде. К. Мәргән.
2. ҡар. йырғанаҡ 1. Йыра һыу менән тулды.
ЙЫРАҒАЙТЫУ (йырағайт-) ҡ. ҡар. алыҫайтыу. Араларҙы йырағайтыу. ■ «Тартып ҡына тораһың шул», — тиеп, ниңә гел-гел һиңә бәйләнәм? Яҡынайтһаң — янып бөтәм бит мин, йырағайтһаң — боҙға әйләнәм. «Ағиҙел», № 9, 2009.
ЙЫРАҒАЙЫУ (йырағай-) ҡ. ҡар. алыҫайыу. Ҡала йырағайҙы. ■ Бер аҙҙан атыу тауыштары йырағайҙы. М. Хужин. [Ғафар] һалдатҡа килгәне бирле белә: ара
лар йырағайған һайын, мөхәббәт ялҡыны көсәйә генә бара икән. Н. Мусин. Араларыбыҙ йырағайған һайын [Таңһылыу менән Петрик] нығыраҡ яманһыуланалар, нығыраҡ ҡурҡалар төҫлө. Р. Камал.
ЙЫРАҒӘБЕЙ (Р: бабушка со стороны матери; И.: grandmother on mother’s side; T: anneanne) и. диал.
Өләсәй, әсәйҙең әсәһе. □ Бабушка со стороны матери. Йырағәбейем килде.
ЙЫРАҠ с. ҡар. алыҫ. Йыраҡ ара. Йыраҡ ер. Йыраҡ юл. М Ҡояш сыҡҡан яҡта, бик йыраҡта, Башҡортостан тигән ерем бар. М. Кәрим. Йыраҡта, бик йыраҡта кук кукрәне. Ф. Янышев. • Ағас урмандан йыраҡ уҫһә лә, шунда табан һығыла. Мәҡәл. Йыраҡҡа бар, яҡындан сап. Мәҡәл. Йыраҡ һал — яҡындан алырһың. Мәҡәл. Йыраҡ юл яҡындан башлана. Мәҡәл. Тамыры йыраҡ ағастың ғумере оҙаҡ. Мәҡәл.
ЙЫРАҠА (Р: промоина; И.: gully; T: çukur) и.
һыу йырған тәрән соҡор; йырғанаҡ. □ Промоина, рытвина. ■ Ауыл кешеләре һыуҙы аҫта, бик тәрәндә, ҡая таш итәгендәге йыраҡанан сығып ятҡан кескәй генә шишмәнән ташып эскән. 3. Биишева. Ауыл хәҙер яҡын ине инде. Бөтә балсыҡтар, туңгәк, йыраҡалар, суҡай таштар — барыһы ла, барыһы ла Һөйөнөскә таныш. Ғ. Дәүләтшин. • Йыраҡаны һыу боҙор, яман арба юл боҙор. Мәҡәл.
ЙЫРАҠАЙ (Р: бабушка со стороны матери; И.: grandmother on mother’s side; T.: anneanne) и. диал.
Өләсәй, әсәйҙең әсәһе. □ Бабушка (со стороны матери). Туғаным менән йыраҡайыма китәбеҙ.
ЙЫРАҠАЛАНЫУ (йыраҡалан-) (Р: покрываться промоинами; И.: get covered with gullies; T: çukurlanmak) ҡ.
Йыраҡа рәүешенә килеү, йыраҡа рәүешендә булыу. □ Покрываться промоинами, рытвинами. Тау бите йыраҡаланды.
ЙЫРАҠАЛАУ (йыраҡала-) (Р: образовывать промоины; И.: form gullies; T: çukur oluşmak) ҡ.
229