Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 230


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

ЙЫРАҠБАБАЙ
Йыраҡа рәүешенә килтереү. □ Образовывать промоины, рытвины. Йыраҡалап бөтөу. Яҙғы һыуҙар ерҙе йыраҡаланы.
ЙЫРАҠБАБАЙ (Р.: дедушка; И.: grandfather; T.: dede) и. диал.
Олатай, әсәйҙең атаһы. □ Дедушка (со стороны матери). ■ Йыраҡбабайым һуғыштан орден-миҙалдар алып ҡайтҡан. Экспедиция материалдарынан.
ЙЫРАҠЛАШЫУ (йыраҡлаш-) ҡ. ҡар. алыҫлашыу. И Ошо мәл Исабәк менән арабыҙ йыраҡлашып киткәндәй булды, һуц, зиһен етерлекме ни? М. Кәрим. Саҡрымдар ҡала, саҡрымдар ауылдар, һыуҙар аша. Саҡрымдар артына боҫоп, юл башым йыраҡлаша. Р. Назаров.
ЙЫРАҠЛЫҠ (йыраҡлығы) и. ҡар. алыҫлыҡ. Йыраҡлыҡты үлсәү. ■ Ҡулымдағы балдағымдың исемдәре Зарифа. Араларҙың йыраҡлығы бер күреүгә зар итә. Йырҙан.
ЙЫРАУ и. ҡар. йыраусы. ■ Йырауҙар думбыраларға ҡушып күңелдәргә зарлы һәм ғәйрәтле моң сифатында еткерҙеләр был ваҡиғаны, сәсәндәр ҡобайыр итеп теҙҙеләр. К. Мәргән. Ынйыташ, йорт эштәрен бөтөрөп, барынсакейенеп-яһанып, Йылҡыбай йырау тирмәһе янына барып еткәндә, йыйын тамамлана яҙғайны. Ә. Хәкимов.
ЙЫРАУСЫ (Р: сказитель; И.: narrator; T.: meddah) и.
Эпос, ҡобайырҙарҙы көйләп әйткән кеше. □ Народный певец, сказитель. ■ [Нава-лихин:] Был ир йыраусы инде, белмәйем, уның алдына кем сығып йырлай алыр икән? Т. Хәйбуллин. Тирә-яҡта даны таралған йыраусы Мәрзиә өләсәһенең ейән-ейәнсәрҙәрен самауыр сәйе менән һыйлаған арала әкиәт һөйләуе йәки моңло берәй көйҙө һуҙыуы ла зиһенен матурлыҡ менән һуғарғандыр, халыҡ ижадына мөхәббәт уятҡандыр. «Башҡортостан ҡыҙы», №9, 2010. Әҙерәк йыуаныс тапмаммы, тип саҡырған йыраусы ҡарт уҙенең даусыл-боласыл һамаҡтары менән әмирҙең бауырын ҡуҙғатып китте. Ә. Хәкимов.
ЙЫРАУСЫЛЫҠ (йыраусылығы) (Р: сказительство; И.: narrators’ art; T.: meddahlık) и.
Халыҡ ижадын башҡарыу сәнғәте.
□ Сказительство. Йыраусылыҡ традициялары. Йыраусылыҡмәктәбе. ■ Йыраусылыҡ сәнғәтенең сәскә атҡан осоро XIV—XVI быуаттарға ҡарай. Интернет селтәренән.
ЙЫРАУ-СӘСӘН (Р: певцы и сказители; И.: bards; T.: meddahlar) и. йыйн.
Йырауҙар һәм сәсәндәр. □ Певцы и сказители. ■ Йырау-сәсән атты маҡтап йыр сығара, уны ир-егеттең ҡанаты тип алҡышлай. Ә. Хәкимов.
ЙЫР БАШЛАУСЫ (Р: запевала; И.: first singer; T.: koronun solisti) и.
Йырҙы башлап ебәреүсе, башҡарыусы.
□ Запевала. Хәрби часта йыр башлаусы. ■ Йыр башлаусы йыр башлаһын, күмәкләп күтәрәйек; йыр башлаусы юл башлаһын, иң алға үткәрәйек. К. Кинйәбулатова.
ЙЫР БАШЫ (Р: запев; И.: solo (part); T.: şarkı başı) и.
Йырҙың башланғыс өлөшө. □ Запев. Йыр башы көслө яңғыраны.
ЙЫРҒАҠ (йырғағы) и. ҡар. йырғанаҡ 1.
Йырғаҡтар һыу менән тулды.
ЙЫРҒАҠЛАНЫУ (йырғаҡлан-) ҡ. ҡар. йыраҡаланыу. ■ Әллә ҡайһы урындарҙан борғаланып, ҡултыҡланып, йырғаҡланып килеп сыҡҡан Таштуғай йылғаһы буйының .. йәшеллек эсендә ҡалған урындары ла, тап-таҡыр таулы, яланғас таштан ғына бөткән бейек ярлы урындары ла күренеп ҡалалар. Ғ. Дәүләтшин.
ЙЫРҒАҠЛАУ I (йырғаҡла-) ҡ. ҡар. йыраҡалау.
ЙЫРҒАҠЛАУ II (йырғаҡла-) ҡ. ҡар. йырғыслау. ■ Ҡапҡанға баҫҡан бүре ҡапыл ситкә һикергән, ҡарҙы йырғаҡлап аунаған, ярһып тулаған, ахыр килеп, ҡапҡанды һөйрәп ҡыуаҡлыҡҡа ингән. С. Кулибай.
ЙЫРҒАНАҠ (йырғанағы) (Р: промоина; И.: gully; T.: çukur) и.
1. Һыу йырған тәрән соҡор, йыраҡа.
□ Промоина, рытвина, овражек (образованный потоком воды). И Ҡарҙар иреп, һыуҙар һыуға ҡушылды, йырғанаҡтар ярылды, Ағиҙелдә боҙ китте. Ғ. Ибраһимов. Бер ат әсе сарылдап, ал аяҡтарын үргә күтәреп, туп-тура баҫып торҙо ла ҡурҡыуҙанмы,
230