ЙЫРЛАТЫУ
доға. X. Назар. Ҡобайырҙарҙың күбеһенсә тарихи әһәмиәтле хәлдәр тураһында булыуы, уларҙа тыуған илдең һәм уныц данлы батырҙарының маҡталып йырланыуы .. осраҡлы хәл түгел. Ә. Харисов. Килмәй ҡалһаң, мине утҡа һалһаң, купме йырым ҡала йырланмай. Р. Ғарипов.
ЙЫРЛАТЫУ (йырлат-) ҡ. йөкм. ҡар. йырлау 1, 2. понуд. от йырлау 1, 2. Йыр йырлатыу. ■ Уралып ятҡан Уралда .. йырсынан йыр йырлатып, эсер сәйен һыуытып, бар донъяһын онотоп, йыйылып ултырыр ҡарттар бар. Ҡобайырҙан. Йәриәнән йыр йырлатыу ғәҙәт булған ғәйет көн пәйғәмбәрҙең диһлизендә. М. Аҡмулла.
ЙЫРЛАУ (йырла-) [боронғо төрки йырла-} (Р.: петь; И.: sing; T.: şarkı söylemek) ҡ.
1. Тауыш ярылары ярҙамында моңло тауыш сығарыу, йыр башҡарыу. □ Петь, напевать. // Пение. Башлап йырлау. Күмәкләп йырлау. Ку шылып йырлау. Моңло йырлау. ■ [Мөбәрәк ағайҙар] иркен ултыралар, ахыры, көлөшәләр, булыр-булмаҫ тауыштары менән йырлап та маташалар. Ә. Әминев. Хакимдың ниһен маҡтайһың — яуыз йырын йырлаған; егеттеңниһен маҡтайһың — илде дошман сарлаған. М. Аҡмулла. • Ерен һатҡан — йырлап тамаҡ туйҙырған. Мәҡәл. Йыр йырламай күңел баҫылмай. Мәҡәл. Кем арбаһына ултырһаң, шуның йырын йырларһың. Мәҡәл. Кемдең йырын йырлаһаң, шуның көйөн көйләрһең. Мәҡәл. Курҡаҡ маҡтанып йырлар, батыр һаҡланып йырлар. Мәҡәл.
2. Моңло итеп тауыш биреү (ҡошҡа ҡарата)', һайрау. □ Петь. // Пение (о птицах). И Көндәр, айҙар үтте. Баҡһам, ҡоштоң китте көйө, һүнде моңдары. Мин үртәләм, янам, хафаланам, — түҙмәй көтәм уның йырлау ын. М. Ғәли. Тик бер кәкүк кенә юл ситендә емдәр эҙләп йөрөй, бисараң, йырлар йырҙарыңды йырлап бөткәс, күктән ергә төшмәй ни сараң? М. Кәрим. Һәр яҙ һайын йылы яҡтан ҡоштар беҙгә йырлап ҡайталар, тормош үҙе алыҫ ташлаһа ла, тормош тыуған ергә ҡайтара. Р. Ниғмәти. Һабансылар күңелен нурлай-нурлай, һай, йырлай ҙа һуң был һабантурғай! Р. Ғарипов.
3. күсм. Бер ыңғай, бер көй менән матур итеп шаулау. □ Петь; стучать в унисон.
■ Вагон тәгәрмәстәре тимер көйөн йырлай башлағас та, теге өсәү мин ятҡан купеға инде. Ғ. Хәйри. Буйҙары зифа ҡамыштар шым ғына йырлап тора; күк йөҙөндә тулған айы йылмайып ҡарап тора. Р. Ниғмәти.
4. күсм. Шиғыр менән маҡтап әйтеү. □ Воспевать, восхвалять. И Саф көмөштәй йырҙарымды йырламайым алтын өсөн. Йырлайым тик саф көмөштәй саф йөрәк халҡым өсөн. Ш. Бабич. Р. Назаров, тыуған төйәгенең, иленең һоҡланғыс тәбиғәтен ҡәҙерләү һәм йырлау менән бергә, шул ер кешеләренең, яҡташтарының, ватандаштарының булмышы һәм яҙмышы менән йәшәй, шулар тураһында уйлана, борсола, уяу булырға саҡырып иҫкәртә. Р. Мифтахов.
5. миф. Барлыҡ тереклеккә йоғонто яһау көсөнә эйә булған мификлаштырылған эш-хәрәкәт. □ Петь (мифологизированное магическое действие, способное воздействовать на душу всего живого).
О Кеше йырын йырлау кеше яйын яйлап, кеше һүҙен һөйләү. □ соотв. Плясать под чужую дудку. Кеше йырын йырлайым тип, үҙ йырыңды онотма. Мәҡәл.
ЙЫРЛАУСЫ I (Р: исполнитель; И.: performer; T: şarkıcı) и.
Йыр башҡарыусы. □ Исполнитель (песни). Лирик йыр йырлаусы. Хорҙа йырлаусы.
■ Йырлаусы был ергә килгәнендә, хан бер тороп, урынына бер ултырҙы. «Буҙйегет».
ЙЫРЛАУСЫ II (Р: исполняющий; И.: performing, singing; T.: şarkı söyleyen) c.
Йыр башҡарған, йырлаған. □ Поющий, исполняющий (песню). ■ Йырлаусы ла егет йыр йырламай, үҙ хәсрәткәйҙәре булмағас. Йырҙан.
ЙЫРЛАШЫУ (йырлаш-) ҡ. урт. ҡар. йырлау, взаимн. от йырлау. ■ Ирекле ҡоштарҙың йәйге таңға кинәнеп йырлашыу-ҙары Гөлйөҙөмдөң йөрәген өҙҙөләр. Һ. Дәүләтшина. Әхмүштең асыуы онотолған, һәтәү шаярыу һүҙҙәренән, ихахайҙарҙан өй эсе гөр килә, күкле-йәшелле тауыштар менән йырлашалар. Б. Бикбай. Остолар моңдар һауаға, йырлашып ҡыҙҙар менән, мин тороп ҡалдым
232