Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 233


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

ЙЫРМАСТАУ
көйөп, әрнеп, күңел һыҙлау менән. Ш. Бабич. Талдар моңло дуэт йырлашалар, улар икәү тыңлап ултыра. Шул икәүҙе курер өҫөнмөлөр ярға үрмәләйҙәр тулҡындар. Р. Ниғмәти.
ЙЫРЛЫ (Р.: песенный; И.: song, vocal; T.: şarkılı) с.
Йыры булған. □ Песенный, вокальный. ■ Мең йырлы матур яҙ килә, ҡырҙарҙы ҡаплай гөлдәр; көмөш тәңкәләр уйнатып, тулҡына тымыҡ кулдәр. Р. Ниғмәти. [Илнур Муллабаев:] Йырлы ролдәрем дә булды минең. Әммә тауышты юғалтмау өсөн даими рәүештә шөғөлләнергә кәрәк. «Шоңҡар», №6, 2011. Йәншишмәнең тамсы бөртөгө ул бәндәләрҙең йырлы аҙымы, һәр яңырыу — осош! Әйтеп ҡара кешелектең көҙө, яҙымы?!. Л. Абдуллина.
ЙЫРЛЫ-МОҢЛО (Р: с песнями; И.: with songs and music; T.: şarkılı, müzikli) c.
Йыры, моңо булған. □ С песнями и музыкой. И Йырлы-мотщо ауыл янында кош тауыштары ла, тәбиғәттә төҫтәр ҙә кур-кәмерәк. М. Бураҡаева. Мырҙабулатовтар-ҙың өйҙәре — мөхәббәтле, күңелдәре — йыр-лы-моңло. «Юшатыр», 10 ноябрь 2009.
ЙЫРМАҠ (йырмағы) и. ҡар. йыра. ■ Улар [Кинйәләр], ауылға килеп етәрәк, таллы йырмаҡ буйындағы туғайлыҡта туҡтап, бер тирәгә туплана башланы. Ғ. Ибраһимов. Кисә, иртән, йәшкелт тау битендә ергә һуҙылып ятҡан аҡ томан күренә ине шишмә йырмағынан. Ә бөгөн ул шишмәгә ни булған?! Ғ. Хәйри.
ЙЫРМАҠЛАНЫУ (йырмаҡлан-) ҡ. төш. ҡар. йырмаҡлау, страд, от йырмаҡлау. Йырмаҡланған баҫыу. Йырмаҡланған ер.
ЙЫРМАҠЛАТЫУ (йырмаҡлат-) ҡ. йөкм. ҡар. йырмаҡлау, понуд. от йырмаҡлау.
ЙЫРМАҠЛАУ (йырмаҡла-) (Р: бороздить; И.: cover with furrows; T: karık açmak) ҡ.
Теләһә нисек йырыу; йырғыслау, йырмалау. □ Бороздить. М Сыу алдың утын һөйәп ҡуя торған урынынан йырмаҡлап, тамсы йылғалары аға. Т. Йәнәби.
ЙЫРМАЛАҠ I (йырмалағы) и. диал.
1. ҡар. гөрләүек. Йырмалаҡтар сылтырап аға.
2. ҡар. йырғанаҡ 1. Йырмалаҡтар һыу менән тулған.
ЙЫРМАЛАҠ II (йырмалағы) (Р: ширинка; И.: fly; T: fermuar) и. диал.
Салбарҙың ҡапламаһы, шәлтәү. □ Ширинка. Йырмалаҡты эләктереү. Йырмалаҡ-ты сисеү.
ЙЫРМАЛАУ (йырмала-) ҡ. ҡар. йырмаҡлау. Ерҙе йырмалап бөтөү. Машиналар юлды йырмалаған.
ЙЫРМАС (Р: узкая ложбина; И.: narrow gully; T: dar çukur) и.
1. Һыҙылып ҡына үткән соҡор. □ Узкая ложбина. Оҙон йырмас. Тәрән йырмас.
2. Өҫ кейеменең артында махсус ҡалдырылған йырыҡ. □ Разрез (на одежде, на голенищах сапог). Итәктең йырмасы. Күлдәктең йырмасы. Плащтың йырмасы.
ЙЫРМАСЛАНЫУ (йырмаслан-) ҡ. төш. ҡар. йырмаслау, страд, от йырмаслау. ■ Уның [ҡарама ағасы] һымаҡ ҡарт, сырайы әрһеҙ елдәрҙән ҡарайған, йырмасланып-йыйырсыҡланып бөткән. И. Абдуллин. [Кейәүе] механизатор икән, йөҙө тәрән сырыштар менән йырмасланған — йәшенән иртә ҡартайғаны күренеп тора. Т. Ғиниәтуллин.
ЙЫРМАСЛАУ (йырмасла-) (Р: избороздить; И.: cover with furrows; T: karık açmak) ҡ.
Теләһә нисек йырыу; йырғыслау. □ Избороздить, изрезать. Һуҡа менән ерҙе йырмаслау. И Йомшаҡ урман һуҡмағын йырмаслап йөҙәр метрға һуҙылған төрткө сысҡан юлының тап ҡаты һуҡмаҡ аша сыҡҡан ере ҡыҙыҡһындыра беҙҙе. Д. Шәрәфетдинов. Корошоп бөткән ябыҡ ҡатын. Йөҙөн тәрән йыйырсыҡ йырмаслаған, күҙендә нур юҡ. Ә. Хәкимов. Кис менән, ҡояш байыр алдынан, канонада бер аҙ тына төштө, ҡараңғы төшөр-төшмәҫтән күкте ракеталар һәм прожекторҙар йырмасларға кереште. Д. Юлтый.
ЙЫРМАСТАУ (йырмаста-) (Р: немного уметь говорить; И.: speak a little; T: biraz bir dilde konuşabilmek) ҡ. диал.
Икенсе бер телдә яҡшылап уҡый-яҙа белмәй әҙ-мәҙ һөйләү; һупалау. □ Немного
233