ЙЫР-МОҢ
уметь говорить (по-русски и т. д.). Белһә-белмәһә лә урыҫса йырмастап тора.
ЙЫР-МОҢ (Р.: песни, мелодии; И.: songs, melodies; T.: şarkılar) и. йыйн.
Йыр һәм моңло көй. □ Песни, мелодии. ■ Уны [башҡортто]йыр-моң да, ҡапыл иҫкә төшкән һуҙ ҙә, онотолған таныш еҫтәрҙе тәмләтеп тертләткән ел дә уята ала. Б. Рафиҡов. Тартып ҡына ебәр ҡурайыңды, ун бармаҡҡайҙарың уралһын. Кукрәктән сыҡҡан йыр-моңдарың тыуған илкәйемә таралһын. Халыҡ йырынан. Башҡорт һуғышсылары йыр-моңдары аша сал Урал, тыуған Башҡортостан менән рухи бәйләнеш тотҡан. Р. Өмөтбаев.
ЙЫРМЫС I (Р: петлица; И.: buttonhole; T.: ilik) и. диал.
Төймә тишеге. □ Петлица. Төймә йыр-мысы.
ЙЫРМЫС II (Р: рукав реки; И.: branch; T: kol) и. диал.
Йылға тармағы. □ Рукав реки. Йылға йырмысына тиклем кәмәлә йөҙөп барҙыҡ.
ЙЫРП-ЙЫРП (Р: подражательное слово; И.: imitative word; T: hışırtı) оҡш.
Ҡатыраҡ йоҡа нәмә төрлө яҡҡа ҡапыл-ҡапыл ҡағылғанда сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание звуку шуршания, хлопанья. Йырп-йырп итеп тороу. Тәҙрәләр йырп-йырп килә.
ЙЫРПЫЛДАУ (йырпылда-) (Р: шуршать, хлопать; И.: rustle; T: hışırdamak) ҡ.
Йырп-йырп итеү, йырп-йырп килеү. □ Шуршать, хлопать. Асҡанда ишек йырпылдап тора. ■ Уның [өйҙөң] ҡарындыҡ куҙле тәҙрәләре, ишекте асҡанда ла, япҡанда ла бер эскә, бер тышҡа һуғылып, ҡырп-ҡырп итеп йырпылдап торалар. Һ. Дәүләтшина.
ЙЫРПЫСЫҠ с. диал. ҡар. ҡылансыҡ.
Йырпысыҡ ҡыҙ. Йырпысыҡ булыу.
ЙЫРПЫСЫҠЛАНЫУ (йырпысыҡ-лан-) ҡ. диал. ҡар. ҡылансыҡланыу. Йырпы-сыҡланып һөйләшеу.
ЙЫРСАЙ с. диал. ҡар. бысый 2. Бысый куҙ.
ЙЫРСАЙЫУ (йырсай-) ҡ. диал. бысыйлау. Куҙ йырсайыу.
ЙЫРСЫ I (Р: певец; И.: singer; T: şarkıcı) и.
Йыр оҫтаһы. □ Певец, певица; песенник, песенница. Танылған йырсы. Опера йырсыһы. ■ Уңған апайҙар, көр тауышлы йырсыларҙы иҫкә алып, ҡымыҙ бешә. Д. Бүләков. Иң яҡшы көрәшселәр, йырсылар, ҡурайсылар, бейеуселәр, сәсәндәр йыйылған бында. 3. Биишева. • Йырсы барҙа ауыҙыңды тый, оҫта барҙа ҡулыңды тый. Мәҡәл.
ЙЫРСЫ II (Р: певчий; И.: singing; Т: ötücü) с.
Матур һайраусы (кошҡа ҡарата). □ Певчий (о птицах). Йырсы ҡоштар. ■ Йондоҙҙар һәм ай — серле дуҫтарым, һандуғас, турғай — йырсы ҡоштарым. Ш. Бабич. Ҡара ҡаурый сыйырсыҡ, һары шәлле һандуғас — йырсы ҡоштар йылы яҡтан ҡайта беҙгә яҙ булғас. Г. Юнысова.
ЙЫРСЫ БАРҠЫЛДАҠ (барҡылдағы) (Р: певчий дрозд; И.: throstle; T: öter ardıç kuşu) и. зоол.
Көрәнһыу һоро һыртлы, кәүҙәһенең аҫ яғы буй-буй таптар менән сыбарланған аҡ төҫтәге күсмә ҡош. □ Певчий дрозд (лат. Turudus philomelos Brehm). ■ [Сыбар барҡылдаҡ] йырсы барҡылдаҡтан ҙурыраҡ булыуы менән айырыла. Э. Ишбирҙин.
ЙЫРСЫ БЕЗЕЛДӘК (безелдәге) (Р: соловьиный сверчок; И.: savi’s warbler; T: bataklık kamışçım) и. зоол.
Турғайҙан бәләкәйерәк, оҙонсараҡ кәүҙәле, киң ҡанатлы, ҡара көрән һыртлы, кәүҙәһенең аҫ яғы ерәнһыу һоро булған бик һаҡ ҡош. □ Соловьиный сверчок (лат. Turdus philomelos Brehm).
ЙЫРСЫ ҠУРҘАЙ (P: соловьиная ши-рокохвостка; И.: cetti’s warbler; T: kamış bülbülü) и. зоол.
Түңәрәкләнеп торған киң ҡойроҡло, ҡыҙғылт көрән һыртлы, һорғолт аҡ төҫтәге күсмә ҡош. □ Соловьиная широкохвостка (лат. Cetta cetti Marm).
ЙЫРСЫЛ (Р: поющий; И.: singing; T: şarkı söyleyen) c.
Йыр яратыусан, күп йырлаусан. □ Поющий, любящий петь. Йырсыл булыу. ■ Йырлап туймаҫ йырсыл ҡарттарға беҙ: — Сәсән, — тибеҙ, — йәп-йәш йөрәге. Р. Тойғонов.
234