Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 235


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

ЙЫРТҠЫС
ЙЫРСЫЛЫҠ (йырсылығы) (Р: способность к пению; И.: ability for singing; T: şarkı söyleme yeteneği) u.
Йырға һәләтлек. □ Способность к пению; певческий талант. ■ [Сәлмән:] Был ваҡытта мин үҙемдең йырсылыҡ көсөмә ул тиклем ышанмай башлағайным инде. 3. Биишева. Шул саҡта уны [Аҡҡошто], тауышы моңло тип, йырсылыҡ һәнәрен өйрәнергә Мәскәүгә ебәрергә димләп ҡаранылар. М. Кәрим.
ЙЫРТАНАС (Р.: кокетливая; И.: flirtatious; T.: cilveli) с.
1. Ҡыланып, күҙен-башын уйнатып, осоп-төшөп тороусан (ҡатын-ҡыҙға ҡарата). □ Кокетливая, игривая (о женщинах). ■ [Шаһисолтандың туған-тыумасаһы:] Анауы ҡыҙ-тәкә, йыртанас һөйәрбикә һыу һөлөгөләй егеттең башына етте, мәсхәрәһен күтәрә алмай китте бит, бисара. «Ағиҙел», № 5, 2010. [Зада:] Ни эшләйһең? Оятһыҙ! Йыртанас ҡыҙҙар кеүек. С. Кулибай.
2. Оят, намыҫты белмәй, һәр нәмәне үҙ файҙаһына тартыусы (кеше); өҙгөс. □ Рвач. ■ Андрейҙың ихласлығына, бүтәндәр һымаҡ йыртанас, тупаҫ әҙәм түгеллегенә [Ғөбәйҙең] тәүҙән үк күҙе етте. Ә. Хәкимов.
ЙЫРТАНАСЛАНЫУ (йыртанаслан-) (Р: урвать; И.: snatch; T.: bulmak) и.
Һәр нәмәне үҙ файҙаһына тартыу. □ Урвать. ■ Мырҙабай кеүектәрҙән уҙҙырырға тырышып, яман йыртанасланып китте Сәләхетдин. Ә. Хәкимов.
ЙЫРТАНАСЛЫҠ (йыртанаслығы) (Р: рвачество; И.: self-seeking; T.: kendine yontuculuk, çıkarcılık) и.
Өҙгөслөк, йолҡҡослоҡ. □ Рвачество. / Рваческий. Йыртанаслыҡ ғәҙәттәре. Йыр-танаслыҡ менән көрәш.
ЙЫРТАНЛАҠ с. диал. ҡар. йыртанас 1. Йыртанлаҡ ҡатын. Йыртанлаҡ булыу.
ЙЫРТАНЛАУ (йыртанла-) ҡ. диал. ҡар. ҡылансыҡланыу. ■ Был еңгәйгә ни булған? Бигерәк йөрөй йыртанлап. Йырҙан.
ЙЫРТҠЫЛАНЫУ (йыртҡылан-) ҡ. төш. ҡар. йыртҡылау, страд, от йыртҡылау. ■ Ҡаратау башынан, һүнеп барған
янғындан һуң күтәрелгән ҡуйы төтөн шикелле, болоттар һөйрәлеп күккә олғаша һәм, йыртҡыланған итәктәрен йыя-йыя, ялбырлатып ауыл өҫтөнә табан ығыша. Н. Мусин. [Урмановтың] күҙгә ташланып торған ике билдәһе бар: береһе — һул яңағын ашанан-аша үтеп, кескәй генә матур ҡолағына барып тоташҡан, ситтәре йыртҡыланған иҫке яра эҙе. М. Кәрим. Тойғон өҫ-башы һыуланып, йыртҡыланып бөткән Ғәнәкәне һөйрәп алып инә. М. Буранғолов.
ЙЫРТҠЫЛАУ (йыртҡыла-) (Р: рвать; И.: tear; T.: koparmak) ҡ.
Киҫәк-киҫәк итеп йыртыу. □ Рвать, разрывать на куски, в клочья. Эт бүректе йыртҡылап ташланы. И Ул [Ҡолбаев], үртәнеп, ҡағыҙҙы йыртҡыланы һәм ҡалын ҡарағай таҡтанан эшләнгән урнаға ташланы. Н. Мусин. Ул [һалдат] Кәбирҙең эске күлдәген һалдырып, уны йыртҡыланы ла сикәһенә, муйынына уҡмашҡан ҡанды таҙартты һәм яраһын ҡыҫып бәйләп ҡуйҙы. Н. Мусин. Дим төбөндә ятҡан быялаға ярҙырған ул аяҡ табанын, аҡ майкаһын йыртҡыланы Яҡуп, ҡаны аға тәрән яраның. Т. Арслан. [Сәфәрғәлиев] ишек эргәһенә еткәс, кире боролоп өҫтәл ҡаршына килде, иҙәндә ятҡан һурғыслы буш конвертты алып, ваҡ ҡына итеп йыртҡыланы, иҙәнгә сәсеп ташланы. А. Таһиров.
ЙЫРТҠЫС I (Р: хищник; И.: predator; T: yırtıcı hayvan) и.
1. Башка хайуандарҙы тотоп, итен ашап йәшәгән хайуан. □ Хищник. Уҫал йыртҡыс. Йыртҡысты эҙәрлекләү. Йыртҡыс олоуы. ■ Ауыртыуға сыҙай алмай ҡоба йыртҡыс хатта үкереп ебәрҙе. М. Кәрим. Бүре заты — хужалыҡҡа бик ҙур зыян килтерә торған йыртҡыс. С. Кулибай. • Ике йыртҡыс бер яланға һыйыр, ике батша донъяға һыймаҫ. Мәҡәл. Йыртҡыс тырнағынан билгеле. Мәҡәл. Йыртҡысына күрә ҡапҡаны. Мәҡәл. Ситлеккә ябылғас, йыртҡыс та йыуашлана. Мәҡәл.
2. күсм. Бик ҡаты бәғерле, мәрхәмәтһеҙ кешегә ҡарата әйтелә. □ Зверь, изверг. / Жестокий, безжалостный; озверевший.
235