Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 236


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

ЙЫРТҠЫС
Йыртҡыс кеше. Йыртҡысҡа әйләнеу. ■ [Алтынсәс:] Дурт йыл буйы ҡан ҡойоп, яуыз дошман менән алышҡан батырҙарҙың илгә ҡайтыр көнө яҡынлаша. Тағы бер ынтылып, йыртҡыстың өңөн баҫып алырға торғанда, һеҙ ҙә һынатмағыҙ, туғандар. Ә. Хәкимов. Бынан 270 йыл элек, ошо яҡтарҙағы 51 башҡорт ауылын яндырып, Тәфтиләу яуы уткән, ошондағы Һөйәнтуҙҙа йыртҡыс башкиҫәр, һарайға бикләп, 151 кешене тереләй яндырған. Р. Бикбаев. [Салауат:] Бына мин шул йыйыласаҡ ғәскәрҙең һәммәһенә баш булып, башҡорт илен йыртҡыстар золомонан ҡотҡарыу өсөн ҡорбан булырға һуҙ бирәм. Б. Бикбай. Ер менән алыш-биреш итеу шул уҡ ҡомһоҙ йыртҡыстарға файҙа килтерә. М. Өмөтбаев.
ЙЫРТҠЫС II и. этн. диал. ҡар. йыртыш
2. Бар кешегә йыртҡыс өләштеләр туйҙа.
ЙЫРТҠЫСЛАНЫУ (йыртҡыслан-) (Р: звереть; И.: become brutalized; T.: canavar kesilmek) ҡ.
Йыртҡыс кеүек аяуһыҙланыу; ҡанһыҙланыу. □ Звереть, свирепеть. Эт йыртҡысланған. ■ Унтер-офицер, ротныйҙарҙан башлап, һәммәһенең дә төҫтәре ҡасҡан, һәммәһе лә бик мөһим, ашығыс бер эш булған кеуек етеҙләнгәндәр, башҡа көндәргә ҡарағанда әллә нисә тапҡыр уҫалланғандар, йыртҡысланғандар ине. М. Ғафури. Ай ярым ваҡытта купме ерҙе баҫып алды [немец], һаман йыртҡысланып алға ынтыла. Ә. Хәкимов.
ЙЫРТҠЫСЛЫҠ (йыртҡыслығы) (Р: хищничество; И.: rapaciousness; T.: sömürücülük) и.
1. Бер төр хайуандарҙың икенсе төр хайуандарҙы аулап, улар менән туҡланып йәшәү рәүеше. □ Хищничество, хищность.
■ Бутән саҡта, ҡан еҫенән оторо ярһып, әллә ниндәй йыртҡыслыҡҡа барыр януар, әле аҡтыҡҡы көсөн туплап, урман эсенә йомолдо. Ә. Хәкимов.
2. кусм. Сиктән, саманан тыш аяуһыҙлыҡ, рәхимһеҙлек. □ Зверство, жестокость.
■ [Зәки:] Башҡорт халҡы быуаттар буйы ҡанһыҙ баҫҡынсыларҙың йыртҡыслыҡта
рынан ҡаты ғазап сиккән, йән аямай ғәҙеллек өсөн, азатлыҡ өсөн көрәшкән. Н. Асанбаев.
ЙЫРТҠЫСТАР (Р: хищные; И.: predatory animals; T.: yırtıcı) и. зоол.
Плацентар һөтимәрҙәр төркөмөнә ҡараған хайуандар. □ Хищные (лат. Carnivora). ■ Бөтә йыртҡыстар ҙа ҡуяндарҙы ошо оҙон ҡойроҡтарынан эләктереп ала торған булғандар, һис кенә лә ҡотолор әмәл юҡ икән. Әкиәттән. Республика урмандарында йыртҡыстар һаны арта. Интернет селтәренән.
ЙЫРТҠЫСТАРСА (Р.: по-зверски; И.: brutally; T.: yırtıcılar gibi) р.
Ҡаты, бәғерһеҙ, йыртҡыс кеүек ҡыланыу (кешегә ҡарата). □ По-зверски. ■ Ағастар йыртҡыстарса файҙаланыла, һәр кем теләгән ағасын йыға. Я. Хамматов. Полицейский уға башта уҡ йыртҡыстарса ҡараны, бындай ҡәбәхәт ҡарашты Анатолийҙың иректә саҡта һис кургәне юҡ ине. Ш. Шәһәр.
ЙЫРТЛАС (Р: с ямами; И.: having pits; T.: çukurlu) с.
Тәрән-тәрән булып соҡорланған. □ Симами, рытвинами. Йыртлас уҙән. Ю Мәрғубә ҡарсыҡтың иҫке өйө уҙе төҫлө булып ултыра. Бөкрө өйҙөң йыртлас маҙраһына буран, услап, кершән тултыра. С. Ҡудаш.
ЙЫРТМА (Р: отрывной; И.: tear-off; T: koparma) с.
Йыртып ала торған, өҙмә. □ Отрывной. Йыртма календарь. Йыртма билет. ■ Рәсәй Президенты һайлауҙарында тауыш биреу өсөн тәғәйенләнгән теркәуҙән төшөрөу таныҡлығы ике өлөштән — таныҡлыҡтан һәм йыртма талондан тора. Интернет селтәренән.
ЙЫРТМА КАЛЕНДАРЬ (Р: отрывной календарь; И.: tear-off calendar; T: koparma takvimi) и.
Биттәре йыртып алына торған календарь. □ Отрывной календарь. Стеналағы йыртма календарь. ■ 1986 йылда башҡорт телендә йыртма календарь сыға башлай. Интернет селтәренән.
ЙЫРТМАЛЫ КАЛЕНДАРЬ и. ҡар. йыртма календарь. 2012 йылғы йыртмалы календарь.
236