ЙЫТЫҠА
2. Эркелеп, быуылып ятҡан нәмәгә юл ярыу □ Прорывать (разрушая преграду), һыу быуаны йырған. Дамбаны һыу йырған. ■ Шунан, быуаны йырған ташҡын шикелле ярһыулы хистәр, һуҙҙәр, һорауҙар тулҡыны ике меҫкенде кумеп китте, бәреп йығырҙай итте. Ә. Әминев. Ат та ҡар һыуҙары йырған баҫыу буйлап, ҡара төндөц куҙенә тура ҡарап, юрта-атлай алға ынтылыуын белде. И. Абдуллин.
3. Кимереп, өңөп, юлаҡ яһау. □ Изъедать, истачивать (оставляя борозды, дырки). Ҡорт бурәнәне йырған. ■ Мин мөйөш-һөйөштәрен сысҡан кимереп, таҡталарын ҡорт йырып бөткән тутыҡҡан ҡалай ҡоршаулы ҙур ағас һандыҡҡа ҡыҙыҡһынып ҡарайым. 3. Биишева.
4. Буйға ярыу, телеү. □ Рвать, разорвать. ■ Һаҙаҡ Аҡһаҡ ҡоланың һыртын ярып, бер ҡолағын йырып барып сыға. «Аҡһаҡ ҡола».
5. Ниҙелер ян-яҡҡа аралап, алға хәрәкәт итеү. □ Прорывать, прокладывать дорогу. Үлән йырып барыу. Көрт йырыу. Ҡар йырыу. ■ Ыласындар бирелергә теләмәй. Улар, ҡара болот ҡамауын йырып сығып, куккә, бейеккә кутәреләләр ҙә хәрәкәтһеҙ ҡалалар. И. Абдуллин. [Шәмси] ҡалын ҡарҙы йырып, алға барыуын белде. Ғ. Хәйри. Аҡбуҙ һыуҙы йырған, ти, юлы ҡалҡып ҡалған, ти; Урал ярған юлдарҙан халыҡ эйәреп барған, ти. «Урал батыр».
6. Ҡаршылыҡты еңеп, алға хәрәкәт итеү. □ Пробиваться (разрушая преграду). Халыҡ куп, йырып уткеһеҙ. ■ Ай уҫкәндә, әҙәм балаһы көс-ҡеуәте артыуын тоя, ул теләһә ниндәй ауырлыҡты ла йырып сығырға әҙер. «Башҡортостан ҡыҙы», № 5, 2010. Төп көстәрҙән айырылған, улар менән элемтәһе өҙөлгән полк, ҡамауҙы йырып, Черкассы ҡалаһына табан сигенде. Ә. Хәкимов. Командир ҡамауҙы йырып сығырға ынтылып ҡарарға булды. Яр. Вәлиев.
♦ Йырып алғыһыҙ мыжғып торған күп. □ Много. Йырып алғыһыҙ куп булыу.
ЙЫТЫҠА (Р.: сплетница; И.: gossip; Т.: dedikoducu) с.
Останлап, һүҙ ташып йөрөүсән (ҡатынға ҡарата). □ Сплетница. Йытыҡа ҡыҙ. Йытыҡа булыу.
ЙЫУ\ (Р: дикий лук; И.: wild leek; T.: yabani pırasa) и. бот.
1. Һуғанбаш үҫемлектәр төркөмөнә ингән, кеше ашай торған әсе ҡыяҡ япраҡлы үләндәрҙең дөйөм исеме. □ Общее название дикорастущих луковичных растений. Йыуаға барыу. Йыуа йыйыу. ■ Оҙаҡ йырлашҡандан һуц, ҡыҙҙар йыуа йыйырға таралды. Б. Бикбай. Оло Эйек буйында йыуаһы ла, ҡуҙғалағы ла, ҡуянтубығы ла етерлек.
3. Биишева.
2. миф. Төрлө ауырыуҙарҙан, сихыр-зәхмәттән һаҡлаусы үлән. □ Мифологизированное растение, имеющее отпугивающую силу, как и все острые на вкус растения (используют как отпугивающее средство от болезней, нечистой силы). И Йыу а таптым! Беренсе мин таптым! — тип ҡысҡырһаң, зәңге сире ҡаса, тиҙәр. Ат йыуаһын ашағанда ат кеуек кешнәһәң, сир-сор килмәй. Башҡорт мифологияһынан.
ЙЫУАҒА СЫҒЫУ (йыуаға сыҡ-) (Р: ритуальное хождение за первым луком; И.: traditional Bashkir ritual rite; T.: bir âdet) ҡ.
Яҙ көнө беренсе йыуаға сығыу йолаһы (сәй эсеп, сир-сор ҡыуып, кумәкләшеп һаулыҡ теләуҙән ғибәрәт). □ Ритуальное хождение за первым луком.
ЙЫУАЙТЛАНЫУ (йыуайтлан-) к. диал. ҡар. ярамһаҡланыу. Йыуайтланып йөрөу.
ЙЫУАЛЫ (Р: луковое; И.: having wild leek; T.: yabani pırasah) c.
Йыуа үҫкән, йыуаһы булған. □ Луковое, с диким луком. Йыуалы урын. Йыуалы аш. Йыуалы ялан.
ЙЫУАЛЫҠ (йыуалығы) (Р: место, где растёт дикий лук; И.: place grown with wild leek; T.: yabani pırasah yer) и.
Йыуа үҫкән ер. □ Место, где растёт дикий лук. Һырттан төшөп, йылғаға сығыр алдынан оҙон һәм бейек ҡамышлыҡ, һаҙлыҡ аша туңәрәк йыуалыҡ яланына сығаһың.
ЙЫУАН [боронғо төрки йоғ-} (Р: толстый; И.: thick; T.: kaim) с.
240