Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 241


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

ЙЫУАНДЫРЫУ
1. Әйләнәһе ҙур (оҙонса, йомро нәмәнең арҡырыһына ҡарата); киреһе — нәҙек. □ Толстый (об округлых продолговатых предметах). Йыуан ҡайын. Йыуан еп. Йыуан бурәнә. ■ Гөлнур ҡойма буйындағы йыуан бурәнәнең бер башына атланған да ямғыр тамсылары менән һөйләшә. М. Кәрим. Беҙҙең эргәләге ағастар беҙҙең куҙҙәргә йыуан һәм бейек булып куренделәр. Д. Юлтый. Батырҙар, шулай кәңәшләшкәндән һуң, теге батшалыҡҡа китмәксе булып, Уҡъюнарҙың уҙенән дә йыуаныраҡ уғына теҙелешеп ултырғандар. Әкиәттән. • Бурәнәнең йыуан башы кемдә булһа, шуға ауыр. Мәҡәл. Таяҡ ике башлы була, йыуаны уҙеңә төшмәһен. Мәҡәл.
2. Кәүҙәгә ҡалын; һимеҙ, таҙа. □ Толстый, тучный, полный. Йыуан ир. Йыуан аяҡ. ■ Тик уның [Ғәлиәхмәт байҙың] кәзә һаҡалы, хәйләкәр куҙҙәре, мискә кеуек йыуан ҡорһағы ғына уҙгәрмәгән. Я. Хамматов. Беҙҙе бәләкәйерәк булмәлә теге йыуан ҡатын Ур-манцева ҡаршы алды. С. Агиш. Урта буйлы, тулы кәуҙәле, өлкән ҡуңыр куҙле, йыуаныраҡ .. Өмөтбай, уның артынан Ҡарасәс килеп инде. Ғ. Дәүләтшин. • Бәйге алмаған йугеректән биле йыуан бишле артыҡ. Мәҡәл. Йыуаштан йыуан сыға. Мәҡәл. Йыуан йыуанды курә алмай. Мәҡәл. Беләге йыуан берҙе йығыр, белеме йыуан меңде йығыр. Мәҡәл. Ит ашағандың балтыры йыуан. Мәҡәл.
3. һөйл. Ҡалын, түбән тембрлы (тауыш хаҡында). □ Низкий (о голосе). Йыуан тауышлы. ■ Берәу йәмһеҙ, йыуан тауыш менән олой. А. Таһиров. Бөтә кәуҙәһе менән төшөрөлгән портрет завод эшселәренең манифестацияға йыйылыуын һәм йыуан-йыуан тауыштар менән «Боже, царя храни»ҙы йырлауын туҙемлек менән көтөп тора бирҙе. Ж. Кейекбаев.
♦ Йыуан ҡорһаҡ кеше хаҡын ашаған байҙарға ҡарата әйтелә. □ Толстое брюхо, толстопузый; богач. И Тәуҙән ук ҡандары ҡомарып, яралары тоҙланып килгән йыуан ҡорһаҡтар, был һуҙҙе ишеткәс, ярыла яҙҙылар. Ғ. Дәүләтшин. Таяҡтың йыуан башы төшөү (йәки эләгеү) эш-хәлдең ауырлығын күтәргән, хөкөм, язаның ҡатырағын алған
кеше. □ Основная тяжесть (при каком-л. деле). Төптән йыуан сыҡҡан эре һөйәкле, ҡыҫҡа буйлы, ныҡлы кешегә әйтелә. □ Кряжистый, приземистый, крепкого телосложения человек.
ЙЫУАНАЙТЫЛЫУ (йыуанайтыл-) ҡ. төш. ҡар. йыуанайтыу, страд, от йыуанайтыу.
ЙЫУАНАЙТЫУ (йыуанайт-) (Р.: утолщать; И.: thicken; T: daha kaim yapmak) ҡ.
Йыуанға әйләндереү. □ Утолщать, делать толще. // Утолщение. Арҡандың осон йыуанайтыу.
ЙЫУАНАЙЫУ (йыуанай-) (Р.: утолщаться; И.: become thicker; T.: daha kaim yapılmak) ҡ.
1. Йыуанға әйләнеү, йыуан (1) булып китеү. □ Утолщаться. Тирәктәр йыуанайған.
■ Кул өҫтөнән болотҡа олғашҡан бағана һымаҡ ҡара нәмә уҫеп сыҡты. Бер оҙоная, бер ҡыҫҡара, бер йыуаная, бер нәҙегәйә ине ул бағана. Д. Бураҡаев.
2. Һимереү, кәүҙәгә ҡалынайыу. □ Поправиться, становиться толстым, толстеть.
■ Ул [Хәлил] һаман да шул уҡ баҫынҡы характерлы, аҙ һуҙле, тағы ла нығыраҡ йыуаная төшкән таҙа кәуҙәле кеше ине. Б. Дим.
ЙЫУАН АТ (Р: лошадь старше пяти лет; И.: nag; T.: ihtiyar at) и. диал.
1. Биш йәштән үткән йылҡы малы. □ Лошадь старше пяти лет. Йыуан атты егеу. Йыуан атты һатып ебәреу.
2. Эшсе ат. □ Рабочая лошадь. Йыуан атыбыҙ йөктө яҡшы һөйрәй.
ЙЫУАНБЕЛӘК (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Ҡатай ырыуының араһы. □ Родовое подразделение башкир-катайцев.
ЙЫУАНДЫРЫУ (йыуандыр-) (Р: утешать; И.: console; T.: teselli etmek) ҡ.
Ауыр, күңелһеҙ хәлдәге кешелә өмөт, ышаныс уятыу. □ Утешать, забавлять, развлекать; успокаивать, тешить. // Утешение, успокоение. Үҙ-уҙеңде йыуандырыу. Куңелде йыуандырыу. ■ [Әхтәмов] уларға мәғәнәле һуҙҙәр, ҡыҙыҡлы көләмәстәр һөйләп
241