Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 242


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

ЙЫУАН ҠОРҺАҠ КҮБӘЛӘКТӘР
көлдөрә, йыуандыра, Барсакова Йәмиләнец һарыуын кайната ине. А. Таһиров. [Ибне Йәмин — Мөсәлимгә:]Куренһәң, ҡайғыларҙы оноттораһың, матурлыҡ менән беҙҙе йыуандыраһың, Йософома бигерәк тә оҡшап тораһың. «Ҡиссаи Йософ».
ЙЫУАН ҠОРҺАҠ КҮБӘЛӘКТӘР (Р.: коконопряды; И.: eggars; T: sarkan kurt) и. зоол.
Ҙур йөнтәҫ ҡорһаҡлы, һәр ерҙә йәшәй торған төнгө күбәләктәр. □ Коконопряды, тол стобрюшки (лат. Lasiocampidae). Йыуан ҡорһаҡ кубәләктәр ауыл хужалығына ҙур зыян килтерҙе.
ЙЫЖН ҠОРҺАҠТАР и. ҡар. йыуан ҡорһаҡ күбәләктәр. Йыуан ҡорһаҡтарҙы ағыулау. Йыуан ҡорһаҡтар менән көрәш.
ЙЫУАН ҠУНЫС (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Түңгәүер ырыуының араһы. □ Родовое подразделение башкир-тунгаурцев.
ЙЫУАНЛЫҠ (йыуанлығы) (Р: толщина; И.: thickness; T: kalınlık) и.
1. Оҙонса, йомро нәмәнең арҡыры киҫелеш ҙурлығы; киреһе — нәҙеклек. □ Толщина (круглых продолговатых предметов). Ағастың йыуанлығын билдәләу. ■ Урмандарҙа беләк йыуанлығы көпшәләр уҫә, аҡландарҙа турғай башы ҙурлығы еләктәр бешә. М. Кәрим. [Әсәһе — Сабираға:] Ошо йөндән һиңә ойоҡ бәйләр өсөн тегәр еп йыуанлығы иттереп, нәҙек кенә итеп иләйем әле. Ғ. Хәйри. Аяҡтар кум-кук булғандар, кук тамырҙар бармаҡ йыуанлығы булып ҡалҡҡандар. Д. Юлтый.
2. Кәүҙәгә ҡалын, йыуан булыу сифаты. □ Полнота, тучность. Йыуанлыҡтан уңайһыҙланыу. ■ [Катын:] Минең йыуанлыҡта һеҙҙең эшегеҙ булмаһын! К. Мәргән.
ЙЫУАННАР (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Юрматы ырыуы аймағы. □ Название одного из родовых подразделений башкир-юрматинцев.
ЙЫУАНСА с. диал. ҡар. йыуантыҡ. Йы-уанса кеше. Йыуанса булыу. Йыуанса куренеу.
ЙЫУАНТАҠ (йыуантағы) с. ҡар. йыуантыҡ. ■ Мифтахетдиндың кем балаһы икәнлеген һорашып белгәс, башына оло сәллә ураған, оҙонса йөҙлө, ерән һаҡал-мыйыҡлы, йыуантаҡ Лоҡман мулланың ҡырыҫ йөҙө яғымлыланды. Я. Хамматов. Малайҙарҙың береһе — нәҙек оҙон буйлы, ҡара сәсле, икенсеһе — ҡыҫҡа йыуантаҡ кәуҙәле, ҡуңыр сәсле. Н. Ғәйетбаев.
ЙЫУАН ТАМЫР (Р: сонная артерия; И.: carotid; T: şahdamar) и. диал.
Йоҡо тамыры. □ Сонная артерия. Йыуан тамырға баҫыу.
ЙЫУАНТЫҠ (Р: полноватый; И.: thickset, plump; T: şişman) с.
Уртаса йыуан һәм ҡыҫҡа. □ Полноватый, толстоватый. Йыуантыҡ ҡатын. Йыуантыҡ бармаҡтар. ■ Йыуантығыраҡ, ол-патыраҡ кәуҙәлеһе, йөнтәҫ муйынын эскә тартып, хәрәкәтһеҙ уйланып ултырырға ярата. Й. Солтанов. Айбулатҡа ҡарағанда байтаҡ йәш, урта буйлы, йыуантыҡ Асатай ат өҫтөндә лә дурткел һымаҡ булып куренә. һ. Дәүләтшина. Ишекте ҡапыл асып, булмәгә йыуантыҡ кәуҙәле, уркәс танаулы, шаҙра йөҙлө, өҫтөнә эш кейеме кейгән бер эшсе инде. Ғ. Ибраһимов.
ЙЫУАНЫС (Р: утешение; И.: consolation; T.: teselli) и.
1. Күңелде әүрәткән, йыуандырған тойғо. □ Утешение, утеха, отрада (чувство). Йыуаныс эҙләу. ■ Бөтә ҡыуанысымды, йыуанысымды, барлыҡ өмөтөмдө йотоп бөттөң дә, миңә тағы йымылдап, йылтырап ятмаҡсыһыңмы?! 3. Биишева.
2. Күңелде йыуандыра, шатландыра торған кеше йәки нәмә. □ Утешение, утеха, отрада. ■ Башҡорт халҡының ифрат бай һәм гузәл йыр мираҫы бар. Борон-борондан был мираҫ халҡыбыҙҙың ҡыуанысы һәм йыуанысы булған. С. Галин. Миңһылыу еңгә беҙҙең ҡыуаныс булһа, әсәйҙәребеҙҙең куҙ терәп торған йыуанысы ине. Р. Солтангәрәев. һөрмәле керпектәрең ни өсөн, куңел йыуанысы өсөн генә, бер тапҡыр кутәрелмәй, һылыуым?! Т. Йәнәби. Ярты сәғәт эсендә механик бөтә
242