ЙЫУАСА
кешенең йыуанысына әйләнде, уҙе артынан бөтә цехты эйәртеп алып китте; ауыҙына ҡарата белә, хөрәсән! Ә. Бикчәнтәев. • Йыр куңеллегә — ҡыуаныс, куңелһеҙгә — йыуаныс. Мәҡәл.
ЙЫУАНЫС БИРЕҮ (йыуаныс бир-) (Р.: утешить; И.: console; T.: teselli etmek) ҡ.
Күңелде йыуандырыу, шатландырыу. □ Утешить кого, быть отрадой кому. Ку-ңелгә йыуаныс бирсу. И [Мәҙинә] иҫенә килгәс, әҙме-купме йыуаныс бирерҙәй тәуге уйы ла һөйгәненә бәйле ине. Ә. Хәкимов. Уның [Мәрйәм] хаҡында уйлау ғына ла ауыр минуттарҙа куңелгә еңеллек, йыуаныс бирә, әҫтәңә ябырылған ҡыйынлыҡтар, тормоштоң тупаҫлыҡтары бер нисә минутҡа онотолоп тора. Д. Юлтый.
ЙЫУАНЫСЛЫ (Р.: утешительный; И.: consolatory; T.: teselli verici) с.
Йыуаныс биргән. □ Утешительный, отрадный. Йыуаныслы хәбәр. Йыуаныслы һуҙ. Йыуаныслы хат алыу. ■ [Алтынсәс] атаһының ниңәлер куңеле төшөнкө булыуын да, йыуаныслы берәй хәбәре юҡлығын да онотҡайны ул. Ә. Хәкимов. Юғарынан куңелде тынысландырырлыҡ йыуаныслы хәбәрҙәр килмәй. Ғ. Хөсәйенов. Һаман ышаныр-ышанмаҫ торған бригадир, бармаҡтарына ураған йугән теҙгенен ыскындырмайынса, ғәйрәте кәмеп, йыуаныслы икенсе һуҙ ишетергә теләгәндәй, ауылдаштарына ҡараны. Я. Хамматов.
ЙЫУАНЫС ТАБЫУ (йыуаныс тап-) (Р: находить утешение; И.: find consolatation; T: teselli bulmak) ҡ.
Кемдәндер йәки нимәнәндер йәм табыу, йыуаныслы булыу. □ Найти утешение. Эштән йыуаныс табыу. Ғаиләнән йыуаныс табып йәшәу. ■ [Кинйәғол] баҡыйын, әхирәтен уйлағанда дин китаптарын, хәҙистәрен, ҡасиҙәләрен куҙҙән кисереп уҙенсә йыуаныс таба. Ғ. Хөсәйенов.
ЙЫУАНЫСҺЫҘ (Р: неутешительный; И.: unconsoling; T.: tesellisiz) с.
Йыуаныс бирмәгән, йыуанысы булмаған. □ Неутешительный. ■ Болотло төн булһа, бик яманһыу, кук нурҙарын ҡаплай болоттар; йыуанысһыҙ булһа төнгө тын
лыҡ, ауыр утә икән минуттар. Ҡ. Даян. Людмиланың көндәре һанаулы икәнен дә беләм, тойғоларымдың фажиғәле икәнен дә аңлайым, һуҙҙәремдең йыуанысһыҙ икәнен дә курәм, шулай ҙа яҙам. М. Кәрим.
ЙЫУАНЫУ (йыуан-) (Р: утешаться; И.: seek consolation; T.: teselli bulmak) ҡ.
Ауыр, күңелһеҙ хәлдә өмөт, ҡыуаныс табып, үҙеңде әүрәтеү. □ Утешаться кем-чем, находить утешение или отраду в ком-чём. // Утешение, отрада. Балаға йыуаныу. И Пожарный алдында ла, ат һарайҙары алдында ла артыҡ йыуаныр нәмә тапманым. Ф. Иҫәнғолов. Ейәнсура төнөн беләһең бит — Һаҡмар йырын тыңлап йыуана. Б. Ишемғол. Ерҙең еҫен тойоп ләззәтләнәм, һәр берегеҙ кеуек ҡыуанам; көндән — төндө, көҙҙән яҙҙы айырам, яҙға әурәп, моңға йыуанам. Б. Вәлид. [Сәлимә:]Исмаһам, әсәлә була алманым. Балаға йыуанып көнөм утер ине. Ә. Атнабаев. • Маҡтансыҡ уҙен маҡтап ҡыуаныр, бәхетһеҙ уҙен алдап йыуаныр. Мәҡәл.
ЙЫУАН ЭСӘК (эсәге) (Р: толстая кишка; И.: colon; T.: kaim bağırsak) и. анат.
Эсәктең ас эсәктән тура эсәккә тиклемге йыуан өлөшө. □ Толстая кишка. Йыуан эсәк ауырыуҙары. ■ Уның [болануттың] япрағынан әҙерләнгән ҡайнатманы йыуан эсәктең колит сире булғанда, нервылар ҡаҡшағанда ҡулланырға кәңәш ителә.
В. Ғүмәров.
ЙЫУАСА (Р: изделие из пресного теста; И.: kind of Bashkir pastry; T: yemek türü) и. кул.
1. Ҡамырҙан йәйеп, дүрткелләп ҡырҡып, майҙа ҡайнатып бешерелгән ашамлыҡ. □ Жареные в масле кусочки теста в виде ромбиков. И Ҡаҙан тултырып ит һалынды, биш-алты йәймә һалма йәйелде, тултырма, йыуаса, ләуәш, кумәс — береһе лә ҡалмай бешерелде. 3. Биишева. [Ғәлләм:] Беҙ, Шөкөр ҡорҙаш, ҡабарып бешкән бойҙай йыуасаһы ғына тугел, ҡыҙарып бешкән алма ла ашарға тейешбеҙ. Ә. Вәли. Эй, йыуаса, йыуаса, ниңә әле бығаса иҫләмәнем һине бик? Һай, бик тәмле инең бит! Р. Ғарипов. Килене берәмләп йыуасаһын ырғыта бара, Мәскәй әбей йота
243