Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 244


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

ЙЫУАСА ЙЫРЫ
бара, ти. Әкиәттән. • Юл аҙығы — йыуаса. Мәҡәл.
2. Ҡунаҡҡа йәки туйға күстәнәс итеп алып барылған шул ашамлыҡ. □ Гостинцы для свадебного стола или гостей. ■ Ҡоҙа килде яҙ ғына, килгән юлы һаҙ ғына. Кургән көнө ауыр микән, йыуасаһы аҙ ғына! Йырҙан. Тоҡтоң ауыҙын асайыҡ, йыуасаһын сәсәйек, ҡоҙағыйҙың куңеле булһын, бөтөргәнсе ашайыҡ. Йырҙан.
3. диал. Күстәнәс. □ Гостинец. ■ Яҡуптың әсәһе кескәй банкаға һалып бал, байтаҡ ҡына йыуаса ҡуйҙы. М. Кәрим. [Сөнәғәт]заводтан ҡайтҡанда, еҙнәһенә гел йыуаса алып ҡайта. Ж. Кейекбаев.
4. этн. Туй, ерләү йолалары менән бәйле ритуаль аш. □ Обрядовое блюдо, связанное со свадебным и поминальным обрядами.
5. миф. Түллек, муллыҡ символы. □ Символ плодовитости и благополучия.
♦ Йыуаса кеүек ныҡлы, батыр. □ Крепкий, здоровый (обычно о мужчине). И Йыуаса ла кеуек батыр ирҙәр беҙҙән киткән инде, юҡ у лар. Халыҡ йырынан.
ЙЫУАСА ЙЫРЫ (Р.: шутливая свадебная песня; И.: jocular wedding song; T: düğün şarkısı) и. этн.
Туйҙа ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар күстәнәс күтәреп бейегәндә йырланған шаян йыр. □ Шутливая свадебная песня, исполняемая во время раздачи гостинцев и направленная на обеспечение благополучия, плодовитости.
ЙЫУАСА КӨНӨ (Р: второй день свадьбы; И.: the second day of a wedding; T: düğünün ikinci günü) и. этн.
Туйҙың икенсе көнө, йәш киленгә муллыҡ, түллек теләүгә йүнәлтелгән көн. □ Второй день свадьбы, направлен на обеспечение плодовитости и благополучия невесты. Күршеләрҙе йыуаса көнөнә саҡырыу.
ЙЫУАСАЛАУ (йыуасала-) (Р: чаепитие с гостинцами; И.: tea-party with presents; T: çay içme töreni) ҡ.
Килтерелгән йыуаса менән теләк теләп сәй эсеү. □ Чаепитие с гостинцами и благо-пожеланиями, благословением. Йыуасалап сәй эсеу. ■ [Фәрдебаныу:] Әйҙә, йыуасалап сәй эсәйек. И. Абдуллин.
ЙЫУАСА СӘЙЕ (Р: чаепитие с гостинцами родни жениха; И.: tea-party with bridegroom’s presents; T: çay içme töreni) и. этн.
Кейәүҙең туғандары килтергән йыуаса менән сәй эсеү. □ Ритульное чаепитие с гостинцами родни жениха. И Беҙҙә туйҙа йыуаса сәйе эсеу йолаһы бар. Башҡорт мифологияһынан.
ЙЫУАТА (Р: род; И.: family, clan; T: soy) и.
Нәҫел-ырыуҙың төп тамыры, заты; йоҡан. □ Род.
ЙЫУА ТЕЛЕ (Р: заклинание лука; И.: wild onion invocation; T: türü büyüsü) и. миф.
Беренсе йыуаға барғанда әйтелә торған магик һамаҡ. □ Заклинание лука.
ЙЫУАТҠЫС I (Р: утешение; И.: consolation; T: teselli) и.
Йыуаныс биргән кеше йәки нәмә. □ Утешение. ■ [Ғәлиәкбәр:] Бая мәктәптән йөҙөң бик яҡтырып сығып килә инең. Бәйлә әле, ауылдаш, унда ниндәй куңел йыуатҡыс таптың? 3. Биишева. Юҡ тиһәң дә, барҙыр әле куңел йыуатҡыстарың. Халыҡ йырынан. Һин йыуатҡыс, һин уятҡыс, һин миңә ысын атам, булмаһаң һин, мин һине һағынып ҡына сирләп ятам. Ш. Бабич.
ЙЫУАТҠЫС II (Р: утешительный; И.: consolatory; T: teselli verici) с.
Йыуаныс биргән. □ Утешительный, отрадный. Куңел йыуатҡыс моң. .
ЙЫУАТТЫРЫУ (йыуаттыр-) ҡ. йөкм. ҡар. йыуатыу, понуд. от йыуатыу. Куңелдәрен йыуаттыралар.
ЙЫУАТЫУ (йыуат-) (Р: утешать; И.: console; T: teselli etmek) ҡ.
1. Ауыр, күңелһеҙ хәлдә һүҙ менән әүрәтеп, тынысландырыу. □ Утешать, забавлять, развлекать; успокаивать, тешить. // Утешение, успокоение. Илаған баланы йыуатыу. И Юҡ, хәҙер һин укһеп илаһаң да, һис кем килеп инде йыуатмаҫ, һиҙгер ҡулы менән сәсең һыйпап, сеу, балам, тип инде һуҙ ҡатмаҫ. Р. Ғарипов. Илама, тип йыуатһам да, барыбер иларһыңдыр. Болоттар бит тулышҡандар — ямғырҙы тыйырһыңмы? Ә. Атнабаев. • Баланы туҡмап йыуатма,
244