ЙЫУАШЛАНЫУ
көйләп йыуат. Мәҡәл. Мәҡәл әйткән — юл өйрәткән, әйтем әйткән — куңел йыу атҡан. Мәҡәл.
2. Онотолдороп, яҡты тойғо уятып, тынысландырыу. □ Утешать; успокаивать, тешить. // Утешение, успокоение. Куңелде йыуатыу. Үҙеңде өмөт менән йыуатыу. Хәйләһеҙ бер сабый һымаҡ уны [Туҡайҙы] йыуатты тик яҙған юлдары. Р. Ғарипов. Былбыл булып һайра, куцелемде йыуат, былбылым. Я. Ҡолмой. Бына ул [Мазһар] төрлө иҫтәлектәр менән куцел йыуатып, хыялға батып, аҡрын ғына атлап бара. Ш. Насыров.
ЙЫУАТЫШЫУ (йыуатыш-) ҡ. урт. ҡар. йыуатыу, взаимн. от йыуатыу. М Роман биреп ебәргән справканы тапшырғас, [Мәҙинәнец] хеҙмәттәштәре аһ-уһ итеп йәлләште, йыу атышты ла бутәнсә төпсөнөп торманы. Ә. Хәкимов.
ЙЫУШ! I (Р.: кроткий; И.: meek; T.: halim) с.
Йомшаҡ, баҫынҡы, баҫымсаҡ тәбиғәтле; киреһе — уҫал. □ Кроткий, смирный, безропотный. Йыуаш ат. Йыуаш холоҡло. Йыуаш ҡыҙ. ■ Шунан һуц мин уныц йыуаш, хәрәкәтһеҙ йөҙөнә ҡарап алам да шул кешенән шундай эштәрҙең башҡарылыуына ғәжәпләнәм. Д. Юлтый. Яҡуп бөтә урамда иц йыуаш һәм тыңлаусан малай ине. М. Кәрим. Ғәйни ағай уҙе былай йыуаш тәбиғәтле кеше ине. Т. Йәнәби. Кәрт уйнарға быйыл ғына өйрәнгән йыуаш Әхмәҙи өндәшмәй генә тәмәке һурҙы. Һ. Дәүләтшина. Тайба әбейҙең ире йыуаш, сиркәтәу генә кеше булды. 3. Биишева. • Йыуаш аттың тибеуе ҡаты булыр. Мәҡәл. Йыуаш ишәккә һәр кем менер. Мәҡәл. Йыуаш эткә таяҡһыҙ яҡын барма. Мәҡәл. Тыштан йыуаш, эстән шайтанға юлдаш. Мәҡәл.
ЙЫУАШ II (Р. кротко; И.: meekly; T: halim) р.
Йомшаҡ, баҫынҡы, баҫымсаҡ тәбиғәтле булып. □ Кротко, смирно, безропотно. Йыуаш ҡына ултырыу. Йыуаш куренеу. Йыуаш ҡарау. ■ Бурылдың уҫал булыуы Ғәләмшә әбейҙең йыуаш булыуынан килә. С. Агиш. Бибекәй әбей табындағы һәр кешегә куптән курмәгән, һағынған ҡараш менән бала һымаҡ
ҡыйыуһыҙ, йыуаш ҡына йылмайып, берәм-берәм ҡарап сыҡты. 3. Биишева.
ЙЫУАШАЙТЫУ (йыуашайт-) (Р: усмирить; И.: pacify; T.: halimleştirmek) ҡ.
Йыуашҡа әйләндереү, йыуаш итеү. □ Делать кротким, смирным, усмирить. Уҫал кешене йыуашайтыу. ■ Таныш мөхит шунда уҡ йыуашайтты Дилбәрҙе. Г. Ғиззәтуллина. Рәхимәлә, уның [Мәғфурәнең]был һуҙҙәренән риза булып, тауышын йыуашайтты, һ. Дәүләтшина.
ЙЫУШ1АЙЫУ (йыуашай-, йыуашая) (Р: становиться смирным; И.: grow quiet, meek; T: halimlenmek) ҡ.
Йомшаҡ, баҫымсаҡ тәбиғәтлегә әйләнеү, йыуашҡа әйләнеү. □ Становиться смирным, кротким; присмиреть. Эт йыуашайған. ■ Маңлайындағы һарғылт сәс өлпөһөн артҡа һыйпап, подполковникҡа әллә нисек йыуашайып, мөлдөрәп ҡараны егет. А. Мағазов. Сашаның бындай йыуашайыуына бөтәһе лә ғәжәпләнде. Ә. Бикчәнтәев.
ЙЫУАШБАЙ (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Табын ырыуының аймағы. □ Название одного из родовых подразделений башкир-табынцев.
ЙЫУАШ БИЛСӘН (Р: бодяк полевой; И.: Canada thistle; T: köygöçerten) и. бот.
Ҡатмарлы сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған сәнскәк япраҡлы ҡый үләне. □ Бодяк полевой (лат. Cirsium arvense). Бал ҡорттары йыуаш билсәндең татын да, һеркәһен дә яратып йыя.
ЙЫУАШЛАНДЫРЫУ (йыуашландыр-) ҡ. ҡар. йыуашайтыу. Тауышты йыуашландырыу. Кешене йыуашландырыу.
ЙЫУАШЛАНЫУ (йыуашлан-) ҡ. ҡар. йыуашайыу. ■ Гузәлде кургәс, Каһымбай эткә тап булған бесәй һымаҡ һырт йөнөн ҡабартып ебәргәйне лә, улай ярамағанлығын белеп, кире йыуашланды. И. Ғиззәтуллин. Мәхмуттең кешегә атырҙай итеп, бер ни ҡәҙәр мыҫҡыллы, юғары әһаңлелек менән һалҡын нур тулы элекке осҡор, һауалы куҙ ҡараштары хәҙер йыуашланып, меҫкенләнеп,
245