Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 246


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

ЙЫУАШЛАТЫУ
хәлһеҙләнеп ҡалған. С. Поварисов. • Ситлеккә ябылғас, йыртҡыс та йыуашлана. Мәҡәл.
ЙЫУАШЛАТЫУ (йыуашлат-) ҡ. ҡар. йыуашайтыу. ■ Бындағы тыныс тормош ниңәлер йыуашлата төштө. Д. Юлтый.
ЙЫУАШЛЫҠ (йыуашлығы) (Р: кротость; И.: gentleness, meekness; T.: halim) и.
Йыуаш булыу сифаты. □ Кротость, смиренность, безропотность. Йыу ашлыҡ курһәтеу. Йыу ашлыҡтан файҙаланыу. ■ Улының йыуашлығын белгән Юламан эште уҙ ҡулына алды, Бөҙрә Фәтҡулланың эсенә-бауырына инеп, уны Сыртлановтар яғына ауҙарырға кереште. Ә. Хәкимов. • Йы-уашлыҡты беләләр, тоталар ҙа убәләр. Мәҡәл.
ЙЫУАШЫТЫУ (йыуашыт-) ҡ. ҡар. йыуашайтыу. Тауышын йыуашыта төштө. Уҫал кешене йыуашытыу.
ЙЫУАШЫУ (йыуаш-) ҡ. ҡар. йыуашайыу. Тай йыуашып ҡалды. Малай йыуашып китте. К [Ниғмәтулла:] Ир менән оҙаҡ йәшәмәгән бисә өйрәтелмәгән тай менән бер була бит ул. Сыпыраңдай-сыпыраңдай ҙа теҙгенен ҡыҫыбыраҡ тотҡан эйәһе табылғас та йыуашый. Я. Хамматов.
ЙЫУҒЫР с. диал. ҡар. йыума. Йыуғыр тел. Йыуғыр ҡатын. Йыуғыр булыу.
ЙЫУҒЫС (Р.: мочалка; И.: wisp of bast; T.: kese) и.
1. Ниҙелер ышҡып йыуыу өсөн тәғәйенләнгән махсус нәмә. □ Мочалка, тряпка. Йукә йыуғыс. Ҡаҙан йыуғысы. Сепрәк йыуғыс. Иҙән йыуғысы. Йыуғысҡа әйләнеу. М [Гөлшат:] Иҙән йыуыу бына иң ауыр эш инде донъяла. Йыуған саҡта йыуғыс борабора, биттән, арҡаларҙан тир аға. Т. Арслан. Тас тултырып һыу һалдым, ҡулыма йыуғыс алдым. Мин тәу ҡат иҙән йыуам, уҙем бик ҡурҡып ҡуям. Ф. Рәхимғолова. Хафиза ҡулындағы эҫе йыуғысын бер ҡулынан икенсеһенә кусерә-кусерә аңлатып бирҙе.
С. Агиш.
2. кусм. Өнһөҙ, һүҙһеҙ хеҙмәт иткән хаҡһыҙ ялсы. □ Слуга, прислужник. Йыуғыс булыу. ■ [Зәлифә — Этҡолға:] Һиңә йыу
ғыс булырға килгәнем юҡ... Ана урының, һал да ят. Т. Хәйбуллин.
ЙЫУҒЫСЛАНЫУ (йыуғыслан-) (Р: обтрепаться; И.: become frayed; T.: yıpranmak) ҡ.
Әрһеҙләнеп, туҙып, йыуғыс кеүек булыу. □ Обтрепаться, измочаливаться. Әйбер йыуғысланып бөткән. Итәк осо йыуғысланып бөткән. Кейеме йыуғысланған.
ЙЫУҒЫСЛАУ (йыуғысла-) (Р: пользоваться мочалкой; И.: use a wisp of bast; T.: kese kullanmak) ҡ.
Йыуғыс менән ышҡыу. □ Пользоваться мочалкой или тряпкой. Йыуғыслап йыуыу. Йыуғыслап йыуыныу. ■ Гөлбаҙыян инәй тиҙ генә һыу йылыта һалды. Егерме йыл буйына файҙаланылмай ултырған килене, килеһаптарын йыуғыслап, ҡырып йыуа башланы. Ғ. Шәрипов. Рәхмәтулла оҙаҡ итеп йыуғыслап йыуынды. Яр. Вәлиев.
ЙЫУҘЫРТЫУ (йыуҙырт-) ҡ. йөкм. ҡар. йыуыу 1, 2, 6. понуд. от йыуыу 1, 2,
6. Ҡабаттан йыуҙыртыу. Иҙәнде йыуҙыртыу. ■ Алтын ятышын белгән, алтынды куберәк йыуҙыртҡан шәп управляющий кәрәк буласаҡ уға [Ҡасъяновка]. Я. Хамматов. Яурынына сигелгән һөлгө һалып, йышып ағартылған еҙ тас, еҙ ҡомған тотоп Байрас эҫе һыу менән ҡунаҡтарҙың ҡулдарын йыуҙыртып сыҡты. 3. Биишева. [Гөлйөҙөм:] Өсөнсө көн йыуған керемде Ғәзимә: «Асылмаған, буҙартҡанһың», — тип, тотош ҡабат йыуҙыртты. Һ. Дәүләтшина.
ЙЫУҘЫРЫУ (йыуҙыр-) ҡ.
1. йөкм. ҡар. йыуыу 1, 2, 6. понуд. от йыуыу 1, 2, 6. Кер йыуҙырыу. Өҫтөн йыуҙырыу. ■ Мырҙағәле [ҡунаҡтарҙың] һәр береһен уҙ урынына ултыртты, еҙ тас менән ҡомған йөрөтөп, ҡулдарын йыуҙырып сыҡты. 3. Ураҡсин. Ҡәмәр әбей ҡунаҡҡа барғанда кейергә ярарлыҡ кейем-һалымдарын рәтләп, килешмәгән урындарын төҙәтеп, йыртыҡ урындарын ямап, тушелдеректәрен йыуҙырып, таҫтарҙарын таҙарта. Ғ. Дәүләтшин. Магазин эсе аш мәжлесенә әйләнә. Әмирханов минән ҡомған менән ҡунаҡтарҙың ҡулдарын йыуҙырырға ҡуша. С. Агиш.
246