Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 247


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

ЙЫУЫНДЫРЫУ
2. Көслө һыу баҫымы йәки ағымы менән йыуыу. □ Мыть, смывать (сильной струёй воды). Йыуҙырып төшөрөу. Машинаны йыуҙырып сығарыу. ■ [Аҡҡош:] Йәншишмәнән һыу алып, әсәм тәнем йыуҙырған. «Урал батыр». Ут һундергәс, мискәләр алып килеп, шуның эсәктәренән һыу һиптереп, урам таштарын йыуҙырҙылар. Һ. Дәүләтшина.
♦ Эсәк йыуҙырыу файҙаһыҙға сәй, һыу эсеү. □ Полоскать кишки. ■ [Ғәзимә:] Йә, ҡатыҡ эскәс, сәй ни нәмәгә кәрәк ул, эсәк йыуҙырып. Һ. Дәүләтшина.
ЙЫУМА (Р.: льстивый; И.: flattering; T.: pohpohlayıcı) с.
Һүҙ менән күңелде арбаусан. □ Льстивый. Йыума тел. Йыума кеше. • Йыума тел ташты иретә. Әйтем.
ЙЫУЫЛДЫРЫУ (йыуылдыр-) ҡ. йөкм. ҡар. йыуылыу, понуд. от йыуылыу. ■ Ҡунаҡтарҙың ҡулдары йыуылдырылды. Рәтләп түңәрәкләп ултырып табын яһанылар. Т. Хәйбуллин.
ЙЫУЫЛЫУ (йыуыл-) ҡ. төш. ҡар. йыуыу. страд, от йыуыу. Кер йыуылған. Машина йыуылған. Йыуылған өй. ■ Гольцов һуңғы йылдарҙа яҙғы ташҡын һыу ярҙамында йыуылып ташланған иҫке отвалдарҙы бутар итте. Я. Хамматов. Был өйҙөң тубәһе бейек, таҡта иҙәне һап-һары итеп ҡырып йыуылған. Һ. Дәүләтшина. Өй ғәҙәттәгенән матур итеп йыйыштырылған. Иҙән һап-һары итеп йыуылған. Т. Хәйбуллин. Иҫәнлек-һаулыҡ һорашылды, ҡул йыуылды, бишбармаҡ килтерелде. Т. Йәнәби. • Ишленең мең ғәйебе йыуылыр, яңғыҙҙың бер хатаһы мең булыр. Мәҡәл. Йәш менән гөнаһ йыуылмай. Мәҡәл.
ЙЫУЫН (Р.: крестец; И.: sacrum; T.: sağrı kemiği) и. анат.
Һыйырҙың һигеҙгүҙ өҫтө (быҙаулар алдынан йомшап, соҡорланып төшә). □ Крестец (часть туловища коровы). Һыйыр йыуынын йомшатҡан.
ЙЫУЫНҒЫС (Р: умывальник; И.: washstand; T.: lavabo) и.
Йыуына торған элеп ҡуймалы һауыт. □ Умывальник, рукомойник. ■ Тышҡа ҡараған ишектән ингәс тә мөйөштә йыуынғыс, уның өҫтөнә һабын ҡуйылған, стенаға аҡ
һөлгө эленгән. А. Таһиров. Әсәйем һабын, таҫтамал алып, тышҡа йыуынырға сығып китә. Ишек алдындағы ҡарт алмағасҡа йыуынғыс урынына кескәй генә иҫке еҙ самауыр эленгән. «Шоңҡар», № 9, 2010.
ЙЫУЫНДЫ (Р: помои; И.: slops; T: bulaşık suyu) и.
Берәй нәмәне йыуған бысраҡ һыу. □ Помои. // Помойный. Йыуынды соҡоро. Йыуындыны тугеу. ■ Бөгөн тик йыуынды әҙерәк булған, ахырыһы, аҡ һыйыр уны берике һемереуҙә эсеп бөттө лә шыраулы теле менән тамсыһын ҡалдырмай яларға тотондо. Ш. Янбаев.
ЙЫУЫНДЫ БӨРКӨҮ (йыуынды бөрк-) (Р: магический способ лечения болезней детей от нечистой силы; И.: spell against children’s diseases; T: büyü usülü) ҡ. миф.
Балаларҙы ҡара көстәрҙән һәм күҙ тейеүҙән дауалау ысулы. □ Магический способ лечения болезней детей от нечистой силы и сглаза. ■ Бала ярһып илаһа, уға өс тәҙрәнең, ишек тотҡаһының йыуындыһын бөркәләр. Башҡорт мифологияһынан.
ЙЫУЫНДЫҠ (йыуындығы) (Р: помои; И.: slops; T: bulaşık suyu) и.
Йыуынды, бысраҡ һыу. □ Помои. / Помойный. ■ Ишектән ингәс тә, мейес эргәһендә лаҡан. Уның эсендә йыуындыҡ туп-тулы була. Ғ. Хәйри. Кухняла эш тағы ла ҡыҙа төштө. Миңә лә әленән-әле йыуындыҡ һыуҙарҙы сығарып түгергә, иҙәнде бер нисә тапҡыр һеперергә тура килде. Ғ. Ғүмәр. Ниндәйҙер бер ҡатын, өйҙән йыуындыҡ һыу алып сығып, Мәрғубә апайҙың башынан ҡойҙо. Ш. Шәһәр.
ЙЫУЫНДЫРЫУ (йыуындыр-) ҡ. ҡар. йыуыныу I. понуд. от йыуыныу I. Баланы йыуындырыу. ■ Ул [Ольга Ивановна] имсәк балаһын йыуындырып, йоҡларға һалғас, .. хужаның өс йәшлек улы сирле булыуын ишеткәс, икенсе бүлмәгә сығып, уны ҡараны. Б. Дим. һаҡсыһы уны [Ядкәр мырҙаны] Өршәккә алып төшөп йыуындырҙы. К. Мәргән. [Ғариф ҡарт:] Беҙҙе тәуләп шул һыуҙа йыуындырғандар, ҡустым, шуны эсеп уҫкәнбеҙ, улһәк, шул һыу менән йыуып кумерҙәр. Б. Бикбай.
247