Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 248


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

ЙЫУЫНСА
ЙЫУ ЫНСА и. диал. ҡар. йыуғыс 1. Йы-уынса менән ышҡыу. Йыу ынса менән йыуыныу. Йукә йыуынса.
ЙЫУЫНЫУ I (йыуын-) (Р.: умываться; И.: wash (oneself); T.: yıkanmak) ҡ.
1. Бит, ҡулыңды йәки тотош тәнеңде йыуыу. □ Умываться, мыться, купаться. // Умывание, мытье, купание. Йыуынып алыу. Мунсала йыуыныу. ■ Өйгә инеу менән, йыуынып та тормаҫтан, башымды мендәргә төрткәйнем, уҙем дә һиҙмәҫтән, йоҡлап киткәнмен. Н. Мусин. Эшелонды юлда бер кесерәк ҡала станцияһында туҡтаттылар. Йыуынып, сайынып алырға приказ булды. һ. Дәүләтшина. Рамазан тиҙ генә майкаһын сисеп ташланы ла, тирә-яҡҡа һалҡын һыу сәсрәтеп, йыуынырға тотондо. Р. Низамов. • Һалдат беҙ менән ҡырыныр, төтөн менән йыуыныр. Мәҡәл.
ЙЫУЫНЫУ II (Р: ритуальное действие, направленное на очищение; И.: ritual against evil forces; T.: yıkanmak) и. этн.
Яуыз көстәрҙән таҙарыныу, арыныу йолаһы. □ Ритуальное действие, направленное на очищение от нечистой силы.
ЙЫУЫНЫУ III (йыуын-) ҡ. диал. ҡар. юныу. Таҡта йыуыныу. Ағас йыуыныу. Уҡ йыуыныу.
ЙЫУЫНЫУ БҮЛМӘҺЕ (Р: умывальная; И.: bathroom; T.: lavabo) и.
Йыуыныу өсөн тәғәйенләнгән бүлмә. □ Умывальная, ванная комната. ■ Лагерҙың яңы асылған бассейнында бер юлы 20-ләгән бала һыу инә ала. Шунда уҡ кейенеп-сисенеу урындары, йыуыныу булмәһе лә бар. «Йәшлек», 22 июнь 2010.
ЙЫУЫУ (йыу-) [боронғо төрки йуу\ (Р: мыть; И.: wash; T.: yıkamak) ҡ.
1. Һыу йәки бүтән шыйыҡлыҡ менән бысраҡтан таҙартыу. □ Мыть, обмывать; омывать; смывать; стирать. // Мойка; мытьё; обмывание; стирка. Ҡул йыуыу. Сәс йыуыу. Ҡөл менән йыуыу. Һабынлап йыуыу. Кер машинаһында йыуыу. ■ Урал торған, ти, таң менән, битен йыуған, ти, һыу менән, бер табында ултырып, тамаҡланған, ти, ҡыҙ менән. «Урал батыр». Байморат ҡарт тауыш-тынһыҙ ғына ҡулын йыуып, ҡарсығы
артынан өйгә керҙе. Ф. Янышев. Ғамилә мунсаның иҙәнен, ләукәһен йыуғас, пыхылдап барып тағы ике көйәнтә һыу килтерҙе. Б. Бикбай. Ап-аҡ ҡына керҙәр мин йыуҙым, элә алманым кәртә тулғансы, атаҡайым, мине йәштән бирҙең, курә алманым куҙем туйғансы. Сеңләүҙән. Емеш ҡулйыуғыс янында һалҡын һыу менән бик оҙаҡ битен йыуып торҙо.
3. Биишева. Таһира ҡашаяҡ яғында бейәләй бәйләй. Сафура шылтыратмаҫҡа тырышып, ҡашаяҡ йыуа. һ. Дәүләтшина. • Биттәге бысраҡты йыуһаң да, куңел бысрағын йыуып булмай. Мәҡәл. Ҡулды ҡул йыуа. Мәҡәл. Ҡунаҡҡа барһаң, ҡаҙаныңды йыуып кит. Мәҡәл. Яҙғы ҡарҙы ямғыр йыуа. Мәҡәл. һыуһыҙ йыуған — елһеҙ киптерә. Мәҡәл. Болот та кусер, ел ҡыуыр, ямғыр ҙа яуһа, ер йыуыр. Мәҡәл.
2. Һыу менән таштан, ҡомдан айырыу. □ Мыть, смывать. // Мытьё. Алтын йыуыу. Мәғдән йыуыу эше. ■ Бындай алтын йыуыу юлы эште еңеләйтте. Я. Хамматов. Өмөтбай, иртә менән китеп, ер ҡаҙып, руда әҙерләй ҙә төштән һуң Ҡарасәс менән уны йыуалар. Ғ. Дәүләтшин. Ул фабрикаларҙа уҙ иркенән тыш ылыҡтырылған эшселәр, ер ҡыртышын тарттырып, ботлап алтындар йыуып, бай кеҫәһенә тултыралар. Т. Хәйбуллин. [Башлыҡ — Илғужаға:] Атайың приискыла алтын йыумаһа ла, йыш ҡына алтын тешле кешеләргә операция яһай. Д. Бүләков.
3. Ағып, тейеп сылатыу. □ Мыть, смывать. ■ Үтеп барған Турәбай барыһына, барыһына баш эйеп кенә хушлаша. Ҡуҙенән тәгәрәп төшкән йәштәр битен йыуа. Т. Хәйбуллин. Ер кибә генә башлағайны, Серегәнкул яғынан иҫкән ел ҡыуып алып килгән болот бөтә донъяны ҡапланы ла һыуһаған ағастарҙы йыуырға тотондо. Я. Хамматов. Ҡариҙелдән ағыр һалмы ни, йылы ямғыр йыуыр балмы ни, бер ҡараһаң, бар ҙа, юҡ та һин, кубәләк тә, һут та, ут та һин. М. Басыров.
4. Яр ситенән ҡуҙғатып ағыҙыу, ашау (II, 2). □ Размывать. Тулҡын ярҙы йыуа. ■ Ҡомдағы аяҡ эҙҙәремде диңгеҙ тулҡыны йыуа бара. «Ағиҙел», №4, 2011. Ауылды икегә бу леп аҡҡан кескәй йылға һаман уҙ йы
248