Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 249


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

ЙЫҺАЗЛАНДЫРЫЛЫУ
рын йырлай. Уның саф һыуҙары ике яҡ ярҙы ла тигеҙ йыуа. М. Ямалетдинов.
5. кусм. Кешенең күңелен арбап иретеү; юхалау. □ Умасливать (льстивыми словами). Тел менән йыуыу. Кешене йыуа белеу.
■ Ҡуштан әҙәм турәнең бер алдынан, биш артынан төшә, халыҡ тапҡыр әйткәнсә, эшләп ярамаһа, кешнәп ярай. Байрамдарҙа, мәжлестәрҙә уны өнһөҙ итер ҡылйыуғыс тел менән йыуа. С. Бәҙретдинов. • Ҡулы эшләй, теле йыуа. Мәҡәл.
6. кусм. һөйл. Ниҙелер ҡотлап, эскелек һыйы ойоштороу, берәй ваҡиғаны эскелек менән билдәләү. □ Обмывать (отмечать что-л. с выпивкой). ■ Табын гөрләй, һайрашалар ҡоҙасалар, ҡоҙалар, бөгөн улар берәуһенец тыуған көнөн йыуалар. Т. Арслан. [Барый:] Орденды бөгөн миндә йыуасаҡбыҙ, тип ышанам. Ә. Хәкимов. Шофёр Сафуандыц ҡатыны бәпәйләгәс, гаражда йыйылышып бәпәйҙе йыуғайныҡ. И. Абдуллин.
7. кусм. Ҡайғы-хәсрәттән һ. б. бушаныу, үкенеү, ғазапланыу менән ғәйеплекте, гөнаһты кисертеү. □ Смывать (вину, горе, обиду и т. д.). И Минең эс ҡырыла. Тик быны Сәлимгә генә белгертмәйем. Ҡайғымды Етегән буйына төшөп йыуам. И. Ғиззәтуллин. Әгәр мөмкинлек бирһәләр, мин ғәйебемде ҡаным менән йыуыр инем. Ғ. Әмири. Ата юлын ҡыумаһа, биленә ҡорман быумаһа, уғын атып, дошмандың алғасҡыһын боҙмаһа, битенә килер оятты уҙе белеп йыумаһа, — атанан алтау тыуғансы, берәу ҙә берәгәй тыуһа ине. Ҡобайырҙан.
♦ Битен йыумаған оятһыҙ, намыҫһыҙ. □ Беззастенчивый, бессовестный; бесстыжий. Битен йыумаған әҙәм. Сеүәтә йыуыу күҙҙе йәшкәҙәтеп шым ғына илау. □ Тихо плакать; плакать беззвучно. ■ [Яланбикә — Гөлйөҙөмгә:] [Ҡатындар] сеуәтәләрен йыуа башланылар, әйҙә, сығайыҡ, һ. Дәүләтшина.
ЙЫУЫУСЫ (Р: уборщик; И.: cleaner; T.: temizlik işçisi, çöpçü) и.
Нимәнелер йыуыу, таҙартыу, йыйыштырыу менән махсус шөғөлләнеүсе эшсе. □ Уборщик, уборщица. Иҙән йыуыусы.
■ Коридорҙар буш һәм тын, тик иҙән
йыуыусыларҙың ғына биҙрә шатырлатҡандары ишетелә. Ш. Хажиәхмәтов.
ЙЫУЫШЫУ (йыуыш-) ҡ.
1. урт. ҡар. йыуыу 1, 2. взаимн. от йыуыу 1, 2. Иҙән йыуышыу. ■ [Маһи] Билалдың муйын, ҡолаҡтарын йыуышты. А. Таһиров. Клуб йыуышырға Рая килә тип әйткәс тә, бик изгелек курһәтер инде, тигән кеуек ҡарап ҡуйғайнылар [лаборанттар]. Р. Солтангәрәев. [Әсәһе — Миңлеғәлегә:]Бер һимеҙ йылҡы һуйғандар. Шуның эсәк-ҡарынын йыуышырға саҡырғайнылар. Я. Хамматов.
2. диал. ҡар. йыуыныу. Йыуышып алыу. Мунсала йыуышыу.
ИЫФЫУ (йыф-) ҡ. диал. ҡар. йыпы-рыу. ■ Ул [Тариф] балғалаҡ алды ла ҡурған йомортҡаны йыфырға тотондо. Н. Мусин.
ЙЫҺАД [ғәр. «М и. ҡар. йыһат. Йыһадҡа ҡалҡыу. Йыһад ойоштороу.
ЙЫҺАЗ [ғәр. JW] (Р: оборудование, мебель; И.: furniture; equipment; T: tesisat) и.
1. Өй эсендәге бөтә булған кәрәк-яраҡ нәмә; өй йыһазы. □ Мебель, оборудование, обстановка, утварь. Бай йыһаз. Өй йыһазы. ■ Кейем-Һалым, йорт йыһазы ла тик сифатлы булырға тейеш ине уның [Дилбәрҙең]. Г. Ғиззәтуллина. Ыласынбайҙың өйөндә йыһаз куп куренмәй ине. Ғ. Ғүмәр. Ғәзимә артынан килгән көтөу-көтөу мал, ике ҙур ағас йорт, йөкләгән өй йыһаздары .. хәбәрҙең дөрөҫ булыуын раҫлайҙар. Һ. Дәүләтшина. Башҡа сығарғанда һәр береһенә һарай шикелле иркен өй һалып бирҙе. Малын да, йыһаздарын да тапты. Тырышты Ахун. М. Кәрим. Булмәлә әҙәби консультант менән машинисткаға берәр өҫтәл һәм бер нисә ултырғыс ҡына. Башҡа йыһаз юҡ. Ғ. Ғәйнуллин.
2. Билдәле эш өсөн кәрәк булған ҡо-рал-ҡорамал. □ Оборудование, оснастка, прибор, аппарат, установка. Яңы техник йыһаз. Яңы йыһаздар ҡуйыу. Электр йыһаздары. ■ Өс бала табыу залы ла уңайлы йыһаздар менән тәьмин ителгән. «Башҡортостан ҡыҙы», № 4, 2010.
ЙЫҺАЗЛАНДЫРЫЛЫУ (йыһазландырыл-) ҡ. төш. ҡар. йыһазландырыу.
249