ЙЫҺАЗЛАНДЫРЫУ
страд, от йыһазландырыу. Булмә йыһазландырылған. ■ Ул [Хәйретдин] йомшаҡ кун менән ҡапланған креслолар, ултырғыстар, төрлө приборҙар торған өҫтәл һәм келәмдәр менән йыһазландырылған булмәне тәуге тапҡыр курә. Я. Хамматов. Ур планетаһында кешеләр матур итеп йыһазландырылған махсус урында ашай. Н. Ғәйетбаев. Ғәби-товтрьц кабинеты шул ҡәҙәр яҡшы йыһазландырылған. Ф. Иҫәнғолов. Ярлы ғына йыһазландырылған, төрлө урынына ҡара тамып бөткән ҡыҙыл сепрәк менән ҡапланған өҫтәл артында бер-ике көн ултырғандан һуң, ҡапыл килеп тыуған ғәҙәттән тыш мөһим ваҡиға уның [Таһир Кусемовтың] тормош юлын ҡырҡа бороп ебәрә. Р. Өмөтбаев.
ЙЫҺАЗЛАНДЫРЫУ (йыһазландыр-) (Р: оборудовать; И.: furnish; equip; T.: donatmak) ҡ.
1. Йыһаз (1) менән тәьмин итеү, йыһазлы итеү; йыһазлау. □ Обставлять, меблировать. Фатирҙы йыһазландырыу. ■ Яңы йылда Йылан йондоҙлоғо аҫтында тыуғандарҙың куптәре йорттарын төҙөкләндереу, йыһазландырыу менән мәшғул булыр. «Башҡортостан ҡыҙы», № 12, 2010.
2. Эш өсөн кәрәкле ҡорал-ҡорамалдар алып урынлаштырыу, йыһазлау. □ Оборудовать, оснащать. // Оборудование, оснащение. Физика булмәһен йыһазландырыу.
■ Йыйылыш ата-әсәләр көсө менән мәктәп мастерскойын йыһазландырырға, шулай уҡ биш йөҙ һумлыҡ инструменттар алып бирергә ҡарар сығарҙы. Н. Мусин.
ЙЫҺАЗЛАНЫУ (йыһазлай-) (Р: быть оборудованным; И.: be furnished; T.: donatılmak) ҡ.
Йыһаз менән тәьмин ителеү, йыһазландырыу. □ Быть обставленным, оснащённым. Ойошма компьютерҙар менән йыһазланған.
■ Рәсми осрашыуҙар уткәреу өсөн, куптән тугел генә төҙөлөп бөтөп, куркәм итеп йыһазланған, биҙәтелгән ҙур булмәгә куҙ йөрөтөп, Иҙеукәй ғорурланып ҡуйҙы. Ә. Хәкимов.
ЙЫҺАЗЛАП ҠУЙЫУ (йыһазлап ҡуй-) (Р: обставить полностью; И.: furnish completely; T.: döşemek) ҡ.
Кәрәкле йыһаз менән тәьмин итеүҙе тамамлау. □ Обставить, оснастить полностью, завершить меблирование. Етәксе булекте кәрәкле техника менән йыһазлап ҡуйҙы.
ЙЫҺАЗЛАТЫУ (йыһазлат-) ҡ. йөкм. ҡар. йыһазлау, понуд. от йыһазлау. Булмәне йыһазлатыу. ■ [Таһир] арыу кеше яҡын юламаҫ бысраҡ, иҫке бинаны ипкә-һапҡа килтерҙе, өр-яңынан йыһазлатты, тәжрибәле ашнаҡсылар тапты. Ә. Хәкимов.
ЙЫҺАЗЛАУ (йыһазла-) ҡ. ҡар. йыһазландырыу. Йыһазлап биреу. ■ [Карам] көнөнә икешәр-өсәр ҡат юллап, район уҙәгенә иген ташыны, иген бөткәс, таҡта, шифер, кирбес кеуек төҙөлөш ҡорамалдары килтерҙе йә, машина кузовын эскәмйәләр менән йыһазлап, сыр-сыулашҡан ҡатын-ҡыҙҙы эш урынына йөрөттө. Ә. Хәкимов, һис кем һиңә аҙыҡ-тулеген әҙерләп ҡуймаған, ҡарурманды йәшәр өсөн йыһазламаған. Ғ. Хөсәйенов.
ЙЫҺАЗЛЫ (Р: обставленный; И.: furnished; T.: döşeli, tefriş edilmiş) с.
Йыһаз менән тәьмин ителгән. □ Обставленный (мебелью), оборудованный. Йыһазлы өй. Йыһазлы фатир. ■ Булмәләр бөтәһе лә шундай иркен, яҡты, бай йыһазлы.
3. Биишева. Хәйретдиндең өйө лә, артыҡ бай йыһазлы булмаһа ла, ҙур һәм таҙа итеп йыйыштырылғайны. Ә. Вәли.
ЙЫҺАЗҺЫҘ (Р: необставленный; И.: not furnished; T.: tefriş edilmemiş) c.
Йыһазы булмаған, йыһаз менән тәьмин ителмәгән. □ Необставленный (мебелью), необорудованный. Йыһазһыҙ фатир. Йыһазһыҙ кабинет. Йыһазһыҙ булмә.
ЙЫҺАН I [ғәр. ûWj (Р: Вселенная; И.: Universe; space; T.: cihan) и.
1. (баш хәреф менән) Ҡояш, йондоҙҙарҙы эсенә алған бөтә донъя, ғаләм. □ Вселенная, космос, весь мир. Йыһан арауығы. Йыһанды өйрәнеу. ■ Ул [Дукаш] Әмиләнең Йыһан һәм Ер планетаһы хаҡындағы һорауҙарына ялҡмай яуап бирҙе. Н. Ғәйетбаев. Әйтерһең, ҡырыҫ ҡаялар, алыҫ Каҙаяҡ буйҙары, хатта уй етмәҫ Йыһандың уҙе, сабый һымаҡ, иңрәп илай ине. Ә. Хәкимов. Йыһан өсөн был — бер һулыш ҡына, ауылым өсөн — бөтөн бер заман. М. Кәрим.
250