Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 251


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

йыш
2. Бөтә ер йөҙө. □ Весь мир, весь свет. Йыһан гиҙеу. ■ Бынан [Ҡыҙҙар тауынан] бөтә йыһандың бөтә ауылдары, бөтә ҡалалары куренеп торасаҡ. М. Кәрим. Егет булһаң, йондоҙҙай бул, йондоҙҙо ҡыҙҙар куҙ-ләй. Йондоҙ ҡурһәтә яҡты юл, бар йыһанды балҡыта ул, зәңгәр кук йөҙөн биҙәй. М. Хәй. • Илдән биҙҙергән дә мал, йыһан гиҙҙергән дә мал. Мәҡәл.
3. кусм. һөйл. Ниҙеңдер сикһеҙ, иҫәпһеҙ күп һаны. □ Несметное, бесчётное количество; большой объём. Йыһан халыҡ. ■ Куҙ асып йомғансы, йыһан ғәскәр йыйылған. Риүәйәттән.
ЙЫҺАН II р. диал. ҡар. оҙаҡ. Йыһан йәшәу. Йыһан итеп сәй эсеу.
ЙЫҺАНГИР [фарс. (Р.: завоеватель; И.: conqueror; T.: cihangir) и. иҫк.
Баҫып алыусы, баҫҡынсы. □ Завоеватель. ■ Ул [Тимур] уҙенең бөтөн барымталарын Алла исеменән башҡарырға яратҡан, ислам йыһангиры булырға һуҙ биргән. Ә. Хәкимов. Уғыҙ төркиҙәренең уртаҡ дастаны иҫәпләнгән «Уғыҙнамә»лә башҡорттарҙың .. һис бер йыһангирға баш эймәгән ҡәуем сифатында иҫкә алыныуы ла Әхмәтзәки Вәлидиҙең иғтибарынан ситтә ҡалмаған. Ә. Сөләймәнов.
ЙЫҺАНДАР [фарс. jh ûM (Р: правитель; И.: ruler; T.: yönetici) и. иҫк.
Хөкөмдар, батша. □ Правитель, властелин, владыка, джихангир. Йыһандар әмерен утәу. Йыһандар хөкөмө.
ЙЫҺАНИ (Р: вселенский; И.: universal; T.: cihani) с.
Йыһанға хас. □ Вселенский. Йыһани аң. Йыһани көй. ■ Уйландырған етди, йыһани мәсьәләләр хаҡында шағирә [Г.Еарипоеа] «Йыһан» тигән поэмаһын яҙҙы. Ғ. Хөсәйенов.
ЙЫҺАННАМА КИТАБЫ и. ҡар. йы-һаннамә китабы. Йыһаннама китабын тө-ҙөу. Йыһаннама китабына таянып эш итеу.
ЙЫҺАННАМӘ КИТАБЫ [ғәр.
(Р: древняя книга о Вселенной; И.: ancient book on the universe; T: ci-hanniima) u.
Бөтә йыһан тураһында төрлө мәғлүмәт биргән боронғо китап. □ Древняя книга
о Вселенной. ■ Йыһаннамә китаптарын төҙөуҙең Көнсығыш халыҡтарында уҙ традициялары бар. Ғ. Хөсәйенов.
ЙЫҺАТ [ғәр. ‘көрәш’] (Р: джихад; И.: Moslem holy war, jihad; T.: cihat) и. иҫк.
Дин өсөн изге һуғыш. □ Джихад, священная война за веру; газават. И Алға табан барырға ҡылғыл йыһат. М. Ғафури. [Сәйфелмөлөк:] Дәурән мырҙа килә! Йыһат ҡылысы ялтлай!.. Эй, дәруиш, килтер аттарҙы! Ә. Хәкимов.
ЙЫШ I (Р: частый; И.: frequent; T.: sık) с.
1. Бер-беренә яҡын урынлашҡан бер төрлө нәмәләрҙән йәки өлөштәрҙән торған. □ Частый, густой. Йыш рәшәткә. Йыш тараҡ. Йыш ҡарағайлыҡ.
2. Бер төрлө хәрәкәттәрҙең, тауыштарҙың һ. б. тиҙ алмашыныуынан торған. □ Частый. Йыш һулыш. Йыш пульс.
3. Ҡыҫҡа ваҡыт һайын ҡабатланып, булып торған. □ Частый. Йыш осрашыуҙар. Йыш куренеш.
ЙЫШ II (Р: часто; И.: frequently; T.: sık) р.
1. Яҡын урынлашып. □ Часто, густо. Йышсәсеу. Йыш ултыртыу. ■ [Тауҙытау-ғаһуғар:] Бынау ерҙә тау бик йыш ултырған, ә тегендә һирәк булған. Шуларҙы тигеҙләп ултыртып йөрөйөм. Әкиәттән. ® Карама ағас йыш булмай, ҡарттар һуҙе буш булмай. Мәҡәл.
2. Шәп, ҡыҙыу итеп. □ Часто. Йөрәк йыш-йыш тибә. ■ Уның [Зәйтунәнең] уйҙары сыбалды, хистәре таралды, йөрәге кукрәгенән сығырға етешеп йыш типте. Ф. Әсәнов. Хәйернисаның йөрәге йыш тибә, ә куҙҙәре йәшләнгәйне. Ғ. Лоҡманов.
3. Ҡыҫҡа ваҡыт һайын. □ Часто. Йыш ҡайтыу. Йыш алыу. Йыш курешеу. Йыш ишетеу. Йыш ҡарау. ■ Бындай шаярыуҙар, көлкө һуҙҙәр тора-бара мәктәптә лә йыш ҡына ишетелә башланы. М. Тажи. Һыуҙар ҙа унда бик шаян аға, бик йыш боролоп, ҡая таштар аҫтына инеп китергә яраталар, әллә ҡайҙа барып, тағы килеп сығалар. Һ. Дәүләтшина. Яйыҡтан килтерелгән атлы казактар менән крәҫтиәндәр араһында ҡанлы бәрелештәр йыш була торҙо. Б. Бикбай.
251