Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 252


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

ЙЫШАЙТЫУ
ЙЫШАЙТЫУ (йышайт-, йышая) (Р.: уплотнять; И.: compact; T.: sıkılaştırmak) ҡ.
1. Бер төрлө нәмәләрҙең йәки өлөштәрҙең урынлашыу араларын кәметеү, тығыҙлау. □ Уплотнять (приближая друг к другу). Йышайтып ҡуйыу. Йышайтып сығыу. Ултырғыстарҙы йышайтып ултыртыу.
2. Бер төрлө хәрәкәттәрҙең, тауыштарҙың һ. б. алмашыныу ваҡытын кәметеү; йыш-йыш итеү. □ Учащать, убыстрять, ускорять. Һулышты йышайтыу. ■ Сәлиханың һуҙҙәре уның, Фатиманың, бер ҡолағынан инеп, икенсеһенән тыныс ҡына сығып китә алманы, уның йөрәк тибешен йышайтты. Ж. Кейекбаев. Теге [Шәйҙи] ҡыҙарған, буртенгән, һулыш алыуҙарын йышайтып, минең ҡаршыма килде. К. Мәргән.
3. Нимәнеңдер тиҙлеген, хәрәкәт темпын арттырыу. □ Учащать, убыстрять, ускорить. // Учащение, убыстрение, ускорение. ■ Миңлеямал, уттың уҙ яҡтарында булғанлығынан шикләнеп, йөрәге ҡубып, аҙымдарын йышайта башланы. Ғ. Дәүләтшин. Ҡәҙретдинов, әлеге эс бошорғос ҡап-ҡоп ҡабатланмаһын өсөн, һул аяғын шыуҙырып баҫа-баҫа, аҙымын йышайтты. Ф. Иҫәнғолов. Шул ваҡытта арттан йугереп килгән аяҡ тауышы ишетелде. Хисмәтулла менән Михаил да аҙымдарын йышайтты. Я. Хамматов.
ЙЫШАЙЫУ (йышай-, йышая) (Р.: уплотняться; И.: move closer together; T.: tıkızlaşmak) ҡ.
1. Бер төрлө нәмәләрҙең йәки бер нәмә өлөштәренең урынлашыу аралары кәмеү; тығыҙланыу. □ Уплотняться, становиться густым. Ағастар йышайҙы. Өйҙәр йышая бара.
2. Бер төрлө хәрәкәттәрҙең, тауыштарҙың һ. б. алмашыныу ваҡыты кәмеү; йыш ҡабатланыу. □ Учащаться, частить. // Учащение. Пульс йышайҙы. Һулышы йышайҙы. ■ [Мәҙинә] усаҡ эргәһендәге бактан һалҡын һыу алып эскәс, йышайған йөрәк тибеше урынына ултырғандай, башына һиллек килгәндәй булды. Т. Ғарипова. Уның [Хамматтың] тын алышы утә йышайып китте, шешенмәкләнеп торған куҙ ҡабаҡтары, ҡурғаш кеуек ауырайып, йомолдолар. 3. Биишева.
3. Ҡабатланып, булып торған күренештәрҙең ваҡыт араһы кәмеү; тиҙ-тиҙ ҡабатланыу. □ Учащаться, частить. // Учащение, убыстрение, ускорение. ■ Бомбалар ҙа һирәгәйҙеләр. Беҙҙән артҡа уҙып төшкән снарядтар йышайҙылар. Д. Юлтый. Ваҡиғалар теҙмәһе шул хәтле йышая, хатта улар һуңынан бер тарихи факт булып ҡына куҙ алдына килә башлайҙар. С. Галин.
ЙЫШ-ЙЫЛТЫРАҠ (йыш-йылтырағы) и. йыйн. ҡар. йылтыр-йышыр. Йыш-йылтыраҡ менән биҙәу. Кулдәккә йыш-йылтыраҡ тегеу.
ЙЫШҠЫ I (Р.: рубанок; И.: plane; T.: rende) и.
Ағастан булған нәмәләрҙең өҫтөн юнып шымарта торған ҡорал. □ Рубанок, струг. Йомро йышҡы. Ҡул йышҡыһы. Тырнаҡ йышҡы. Кәкре йышҡы. ■ [Хәйернас] бесәнен дә саба, балта, бысҡы, йышҡы менән дә оҫ-талай. Р. Солтангәрәев. [Мифтахетдин Аҡмулла] магазинға барып балта, бысҡы, сукеш, йышҡы һатып алды ла ике тәгәрмәсле арбаһын киңәйтеп, уның бер ситенә — китаптар, икенсеһенә оҫталыҡ ҡоралдары һалып йөрөтөрҙәй айырым-айырым булек-сәләр яһаны. Я. Хамматов. • Бысҡы һорағанға йышҡы тотторған. Мәҡәл.
ЙЫШҠЫ II (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T.:bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Түңгәүер ырыуының араһы. □ Название одного из родовых подразделений башкир-тунгаурцев.
ЙЫШҠЫЛАТЫУ (йышҡылат-) ҡ. йөкм. ҡар. йышҡылау, понуд. от йышҡылау. Таҡтаны йышҡылатыу. Йышҡылатып алыу. Йышҡылатып биреу.
ЙЫШҠЫЛАУ (йышҡыла-) ҡ. ҡар. йышыу. Таҡтаны йышҡылау. Йышҡыларға ҡушыу. ■ Ана [Баллыбанаттың] өлкән улы, атаһына эйәреп, ниҙер йышҡылап ултыра. М. Кәрим.
ЙЫШҠЫ Л АШЫУ (йышҡылаш-) ҡ. урт. ҡар. йышҡылау, взаимн. от йышҡылау. Йышҡылашып йөрөу. Йышҡылашырға барыу. Малай атаһына таҡталар йышҡылаша.
252