ЙЫШЫЛЫУ
ЙЫШҠЫН с. диал. ҡар. шыр I, 1. Йышҡын урман. Йышҡын ҡайын.
ЙЫШҠЫС и. диал. ҡар. йышҡы I. Ҙур йышҡыс. Ҡул йышҡыс. Оҙон йышҡыс.
ЙЫШҠЫ ТАБЫ и. диал. ҡар. юнысҡы. Йышҡы таптарын һепереп алыу.
ЙЫШЛАНЫУ (йышлан-) ҡ. төш. ҡар. йышлау 1. страд, от йышлау 1. Йышланған иҙән. ■ Немецтар, курәһең, уларҙыц [һалдаттарҙың] ябырылып килгәнен һиҙеп ҡалды; пулемёт уты байтаҡ көсәйҙе, бер ук ваҡытта улар өҫтөнә снарядтар ҙа йышланып яуа башланы. Д. Юлтый.
ЙЫШЛАТЫУ (йышлат-) ҡ. йөкм. ҡар. йышлау 1,2. понуд. от йышлау 1,2. Аҙымды йышлатыу. Иҙәнде йышлатыу. ■ Заурҙыц буйволға ҡысҡырған әсе тауышы теге кешене һиҫкәндереп ебәрә, һәм ул, килеуселәрҙе куреп, атының аҙымын йышлата. Ә. Чаныш. Ғәбиҙә, танауын йышлатып, еуеш куҙҙәрен ҡулъяулығы менән һөрттө. Ә. Хәкимов.
ЙЫШЛАУ (йышла-) (Р.: уплотнять; И.: compact; T.: tokmalamak) ҡ.
1. Бер-беренә яҡын килтереү, араларын яҡын итеү. □ Уплотнять. Иҙәнде йышлау. Һайғауҙы йышлау. ■ Тау ҡыуышына һайғауҙан йышлап яһалған өйҙөң сыуалы янында нимәлер ямап ултырған, йөҙөн һаҡал-мыйыҡ баҫҡан ир һәндерәлә салҡатан ятҡан ҡунағына ҡараны. Т. Ғарипова. [Рәйфә:] Кешеләрҙең ирҙәре бына тигән итеп йорт ултыртып ҡуйҙы, әйтһәң, әҙәмгә оят, иҙән таҡталарын уҙем йышлап ҡағып ҡуйҙым бит. Р. Солтангәрәев.
2. Ҡайҙалыр йыш-йыш йөрөү, йыш-йыш барыу. □ Зачастить. ■ Әптелғәлимдең улы ауылдан ун ике-ун өс саҡрымдағы Ҡрапкау баярының утарына йышлай. Ф. Иҫәнғолов. Анфиса ир кереткәс, староста был йортҡа айырыуса йышланы. Д. Исламов. [Зәйнулла:] Мөхәббәттең төп хужаһы ҡайтты. Ә ул уҫал. Ҡылығы ҡырҡыу уның. Елкәләп тә сығарыуы мөмкин, һөмһөҙөрәк ҡунаҡ йышлай ҡалһа. М. Кәрим.
3. ҡар. йышайтыу 3. Аҙымын йышлай. ■ Ул [Сурағол] тағы ла аҙымын йышлабыраҡ алға ҡарай ашыҡтыра. Т. Хәйбуллин.
ЙЫШЛЫҠ (йышлығы) (Р: частота; И.: frequency; T.: sıklık) и.
1. Нимәнеңдер йыш ҡабатланыу дәрәжәһе. □ Частота; частотность. Һуҙҙең ҡулланылыш йышлығы. ■ Пулемёт утының йышлығына, миномёттарҙың ҡотороноп атыуына ҡарағанда, дошман бер төрлө лә зыян курмәгәнгә оҡшай. Ә. Хәкимов. Сибай аэропорты рейстар йышлығын арттырырға ниәтләй. Интернет селтәренән.
2. Билдәле бер ваҡыт эсендәге хәрәкәттең, тирбәлештең һаны, ҙурлығы. □ Частота. Пульстың йышлығы. Тирбәлеуҙәрҙең йышлығы. Тауыш йышлығы. Ун килогерц йышлыҡ. ■ Көлгән ваҡытта һулыш йышлығы ғәҙәттәгенән өс-дурт тапҡырға юғарыраҡ була. «Йәшлек», 18 сентябрь 2008. Яҙғыһын, көҙгө көнгә ҡарағанда, тын алыу йышлығы уртаса өстән бергә юғарыраҡ була. «Башҡортостан», 13 май 2011.
3. Нимәнеңдер бер-береһенә бик яҡын, тығыҙ урынлашыуы. □ Густота, плотность. Ағастарҙың йышлығы. Ултырғыстарҙың йышлығы. Ашханалағы өҫтәлдәрҙең йышлығы.
ЙЫШЛЫҠ ҺҮҘЛЕГЕ (Р: частотный словарь; И.: frequency dictionary; T.: sıklık sözlüğü) и. лингв.
Билдәле бер телдәге һүҙҙәрҙең статистик мәғлүмәттәр аша һан яғынан торошон күҙаллаусы һүҙлек. □ Частотный словарь. Йышлыҡ һуҙлеге төҙөу. Башҡорт теленең йышлыҡ һуҙлеге.
ЙЫШЫЛЫУ (йышыл-) ҡ.
1. төш. ҡар. йышыу, страд, от йышыу. Таҡта йышылған. ■ Ҡоймалар яңы ғына бысылған, дурт яғы ла йышылған таҡталарҙан, яҫы бурсаларҙан яһалған. Интернет селтәренән. Тимер мейестең һис ваҡытта төтөндө ҡыҙғанмауы арҡаһында, өй стенаһының йышылмаған, бары балта менән генә юнылған бурәнәләре .. төтәҫләнгәндәр, ҡарайғандар. Ғ. Хәйри. Ғәләу йышылмаған таҡталарҙан әтмәләнгән өҫтәлгә ике көрөшкә ҡуйҙы, көл араһынан сипсы менән тартып бер нисә картуф сығарҙы. Т. Ғарипова.
2. Күп тотоноуҙан шымарып ялтырау. □ Отполироваться, стать (быть) гладким
253