ЙЫШЫНЫУ
, (от долгого употребления). Балта һабы йышылып киткән. И Айбикә мөрйә өҫтөндәге өлкән ташты, уныц аҫтындағы өлкән көл тоҡсайын алып, мөрйә янына ҡуя ла, йышылып бөткән боҙло баҫҡыстан шыуып төшөп, өйгә инә. Һ. Дәүләтшина. Фәғилә, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, куптән инде һыйыр һауып, көтөугә сығарған, хәҙер инде йәштәрсә өҙә баҫып, боҫо борҡоп торған һары алтындай йышылған, йыуан ҡорһаҡлы еҙ самауырҙы ецел генә кутәреп, сәй урыны әҙерләй. «Йәшлек», 19 август 2008.
3. кусм. Күпте күреп, төрлө эшкә, хәйләгә оҫтарыу; шымарыу. □ Становиться опытным, искушённым. Йышылған кеше.
■ [Ниғмәтулла:] Элеккегә ҡарағанда ла боҙолған ул бәндә! Боҙолған да, йышылған да [Хисмәтулла]. Я. Хамматов. Йөрәкле кеше булып сыҡты был балыҡсы, донъя куреп йышылған. Б. Рафиҡов. [Мәрйәм Ҡәнзәфәровна] курәһец, ауыл советында эшләп, йышылып алғайны. Д. Бүләков.
ЙЫШЫНЫУ I (йышын-) ҡ. диал.
1. ҡар. ышҡыныу. Мунсала йышыныу. Йышынып алыу. Йыуғыс менән йышыныу.
2. ҡар. һырығыу. Мөйөшкә йышыныу. Әсәһенә йышыныу.
ЙЫШЫНЫУ II (йышын-) ҡ. диал. ҡар. әрсеү. Бурәнәне йышыныу. Картуф йышыныу.
ЙЫШЫУ (йыш-) (Р.: строгать; И.: plane; T.: yontmak) ҡ.
1. Ағас нәмәләрҙең өҫтөн юнып шымартыу. □ Строгать, стругать. // Строгание. Йышҡы менән йышыу. Бурәнә йышыу.
■ [Атайым] уны [һәнәкте] йышып, шымартып, йәптәрен һелкәуесләндереп бөгөп, шундайын матур итеп эшләгән, бесәнде кубәнән һоҫоп ҡына алмалы. Н. Мусин. [Председатель:] Яубаҫаров, их Яубаҫаров!.. Ҡаҙаҡты былайтып ҡағалармы инде? Ә бына таҡталарҙы матурлап йышып, шыплап эшләгән. Ә. Хәкимов.
2. Ҡом, көл кеүек онтаҡ нәмә менән ышҡып йылтыратыу; ағартыу. □ Тереть, чистить (для наведения блеска). Тас йышыу. Ҡаҙанды йышыу. ■ Сыу аҡай әбей, йылтыратып йышып ҡуйылған еҙ тасҡа йылы һыу
һалып, мулла алдына алып килеп ултыртты.
3. Биишева. Өҫкө һикәлтәлә яңы ғына ҡом менән йышып ялтыратылған еҙ тас, ҡомған ҡуйылған. Ғ. Дәүләтшин.
ЙӘ I [фарс. Ь] (Р: или ..., или; И.: or ... or; T: veya) терк.
1. бул. Яңғыҙ йәки ҡабатланып килеп, мәғәнә яғынан бер-береһен алмаштырған һөйләм һәм һөйләм киҫәктәрен сағыштырыу өсөн ҡулланыла. □ Союз разд. Или ... или; либо ... либо; то ... то. И Йә елләп ямғыр һибәләй, йә ҡараңғы тымыҡ төн була, йә ай нуры төшә Иҙелгә. М. Кәрим. Ҡайһы бер яралы һалдаттар йә аяҡтарын, йә ҡулдарын, йә эҫтәрен тотоп ҡысҡыралар, ыңғырашалар, ярҙам һорайҙар. Д. Юлтый. Ҡайһы ваҡытта ҡабаланыу йә иғтибарһыҙлыҡ арҡаһында ситса төргәктәре эсендәге талондар төшөп ҡала. С. Агиш. Беҙҙең арала ла йыш ҡына йә берәй әҙәби китап тураһында, йә халыҡ-ара хәл, йә мөхәббәт тураһында бәхәстәр китә торғайны. Ф. Әсәнов. • Ике килен бешергән аш йә гел тоҙ булыр, йә гел тоҙһоҙ булыр. Мәҡәл.
2. бул. Ҡабатланып килеп, мәғәнә яғынан бер-береһен инҡар иткән һөйләм һәм һөйләм киҫәктәрен сағыштырыу өсөн ҡулланыла. □ Союз разд. Или ..., или; либо ..., либо; то ..., то. Йә һин, йә мин. Йә улем, йә йәшәу. Йә йәшәйбеҙ, йә айырылышабыҙ. Йә бөгөн, йә иртәгә. ■ [Ҡыҙ:] Иртәгә йә һинең башың бөтә, йә мин һинең ҡатының булам. Әкиәттән. Нурмыштың бар өмөтө ошо кук байталда ине. Йә баш, йә мал! Ғ. Лоҡманов. [Ҡарағол:] Йәгеҙ, туғандарым, ир булығыҙ, ныҡ булығыҙ. Йә улем, йә ирек! Д. Юлтый. • Икенең бере: йә ир, йә ҡатын баш булһын. Мәҡәл. Тик тормаҫ йә теленән табыр, йә ҡулынан табыр. Мәҡәл. Йә эшең улһен, йә уҙең ул. Мәҡәл. Кешене йә туҡлыҡ ҡуша, йә юҡлыҡ ҡуша. Мәҡәл.
3. Ниндәйҙер фаразды белдереү өсөн ҡулланыла. □ А то, вдруг. Көлмә, йә упкәләр. Ҡайтайыҡ, йә ямғыр яуып ебәрер. ■ [Сәлмән:] Быларға ышанһаң, йә ултыртҡан картуфты супләп бөтөрҙәр. Әкиәттән. [Әсәйем:] Ярар, бөгөнгә барма, йә ныҡлап ауырып китерһең. Н. Мусин.
254