Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 256


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

ЙӘБЕР ИТЕҮ
ниәте менән бер ергә йыйылышып, кәцәш мәжлесе яһамаҡсы булдылар. М. Ғафури. Ауыр кутәреуҙән, аслыҡтан, йәбер-золомдан тотҡондар тиҫтәләп, йөҙләп ҡырыла. Ә. Хәкимов. Б еҙ, батша турәләренә хеҙмәт итеп, ни ҡушһалар, шуны эшләп ҡараныҡ. Бының менән турәләрҙец йәбер-золомо туҡталманы. Ә. Харисов.
ЙӘБЕР ИТЕҮ (йәбер ит-) (Р.: притеснять; И.: oppress; T.: cebir kullanmak) ҡ.
Физик йәки рухи ғазап, яфа сиктереү; йәберләү. □ Притеснять. ■ Тәбиғәт артыҡ йәбер ҙә итмәй, ләкин уның ысулын ғына белеп алырға кәрәк. М. Ғафури. • Куршеһенә йәбер иткән — көнкурешен кәметкән. Мәҡәл.
ЙӘБЕР-ЙОБОР и. йыйн. ҡар. йәбер-золом. ■ «Яҙығына курә язаһы», — тип ул [Әсғәт] телен дә тыйманы, йәбер-йоборға ла иҫе китмәне. М. Кәрим.
ЙӘБЕР КҮРЕҮ (йәбер күр-) (Р: терпеть притеснения; И.: suffer oppression; T: zulüm görmek) ҡ.
Йәберләнеү, яфа сигеү. □ Терпеть притеснения, гнёт от кого, притесняться кем-л. ■ Уның [Зәйнәптең] арҡаһында нисәмә ҡабат йәбер кургән, етмәһә, ауыр йәрәхәт алып, больницала ғазап сигеп ятҡан кеше кисерә буламы?! Ғ. Лоҡманов. Куңелдәре йомшаҡ, ҡулдар ҡаты, бер булғандай ғумер — һуҙ ҙә бер. Маҡсатына барып етер өсөн сәсрәп утә, курә йөҙ йәбер. М. Басыров.
ЙӘБЕР ҠЫЛЫУ (йәбер ҡыл-) ҡ. ҡар. йәбер итеү. ■ Тиҙ улһәм дә, шуға саҡлы бир һин сабыр, ҡылдылар ҡәрҙәштәрем беҙгә йәбер. М. Ғафури.
ЙӘБЕРЛЕК (йәберлеге) (Р: обида;
И.: oppression; T: öfke) и.
Йәберҙән килгән ҡыйынлыҡ; ыҙа. □ Обида, притеснение. Йәберлек куреу. Йәберлек кисереу. Йәберлек сиктереу.
ЙӘБЕРЛӘНЕҮ (йәберлән-) (Р: терпеть притеснения; И.: suffer oppression; T: zulüm görmek) ҡ.
1. Йәбер күреү, йәбер кисереү. □ Терпеть притеснения, гнёт от кого, притесняться кем-л. ■ Фәҡирлек һаман артты. Ас-яланғас, ғазапланған, йөҙәгән һәм йәберләнгән халыҡ баш кутәрә. Һ. Дәүләтшина. Һөр
гөнсөләр ҡайғы уртаҡлаша, ялсы килә нужа һөйләргә, йәберләнгән ҡатын ярҙам һорап, илап килә кесе булмәгә. М. Хәй.
2. диал. ҡар. рәнйеү I. ■ Дәуләт бөйөк, ҡеуәтле, ләкин бәғзе кешеләр нахаҡҡа йәберләнә. «Ағиҙел», № 2, 2010. Был хәлдән һуң ҡатын-ҡыҙ уҙен мең ҡат йәберләнгән, кәмһетелгән итеп тоя, аҙаҡ уҙен ҡулға ала алмай. «Башҡортостан ҡыҙы», № 11, 2010.
ЙӘБЕРЛӘП КИЛЕҮ (йәберләп кил-) ҡ. ҡар. йәберләп тороу. Балаларын ғумер буйы йәберләп килде.
ЙӘБЕРЛӘП ТОРОУ (йәберләп тор-) (Р: постоянно притеснять; И.: keep oppressing; T: daima zulüm etmek) ҡ.
Даими рәүештә яфа сиктереп, ғазаплау. □ Постоянно притеснять, обижать. Ҡатынын йыш йәберләп тора. ■ Йәмәғәтеңде туҡмап, йәберләп торһаң, ни яуап бирерһең Алла ҡаршыһында?! «Йәшлек», 18 июль 2009.
ЙӘБЕРЛӘТЕҮ (йәберләт-) ҡ. йөкм. ҡар. йәберләү, понуд. от йәберләү. ■ [Әнуәр:] Йә, шул йыртҡыстан тағы ла купме йәберләтергә була халыҡты? Ғ. Лоҡманов. [Хәсбиямал әбей:] Мин иремә тоғро ҡалдым, улдарымды угәй атайҙан йәберләткем килмәне, башҡаса кейәугә сыҡманым. «Йәшлек», 3 апрель 2008.
ЙӘБЕРЛӘҮ (йәберлә-) (Р: притеснять; И.: oppress; T: cebir kullanmak) ҡ.
Йәбер күрһәтеү, йәбер сиктереү; йәбер итеү. □ Притеснять, обижать. // Притеснения, обиды. Йәберләуҙәр кисереу. ■ Ул [Родионов] .. офицерҙарҙың һалдаттарҙы йәберләгәне кеуек унтерҙарҙың да яфалауҙа-рын, юҡ ҡына нәмә өсөн ғәйепләп, уҙенец фронтҡа ебәрелеуен һөйләй ине. А. Таһиров. Кешеләр ғәҙелһеҙлек һәм йәберләуҙәргә ҡаршы бергә сығырға тип ҡоролтайҙарҙа килешкән. «Башҡортостан ҡыҙы», № 7, 2010. Вәзирҙе нахаҡҡа йәберләуе өсөн ул [Башлыҡ] эсенән бик бошона ине. М. Кәрим.
ЙӘБЕРЛӘҮСЕ (Р: притеснитель; И.: oppressor; T: zorba) и.
Залим, иҙеүсе. □ Притеснитель, угнетатель; деспот, тиран. И Шакир Ғилман мулла, уның улы Нәғим йөҙөндә ярлы халыҡты
256