ЙӘБЕШЕҮ
хужалары күсенергә күнмәй, торған урындарына йәбешеп ята. Ф. Иҫәнғолов.
ЙӘБЕШЕҮ (йәбеш-) [боронғо төрки йав-, йап-} (Р.: прилипать; И.: stick (to); T.: yapışmak) ҡ.
1. Ҡуша һылашып, тығыҙ булып тоташыу □ Прилипать, липнуть, приставать. Ныҡ йәбешеү. Йәбешеп ҡатыу. ■ Бура һуғыу беләктәрҙе талдыра, ширләүҙән күлдәктәр арҡаға лыпын йәбешә. Н. Мусин. Ҡышлаҡтың тирә-яғын, баҡсаларын уратып алған алмағастар, ағастарға йәбешеп үҫкән виноградтар, үҙҙәренең ҡосағында йәй буйы һаҡлап үҫтергән емештәренең тиҙҙән ҡойоласағын һиҙепме, суҡтарын түбән эйгәндәр ҙә киске һалҡын елдә уйсан ғына һелкенәләр. Б. Хәсән. Асыуланып, һәнәгемде көс менән өҫкә күтәргәйнем, бер яҡҡа туҙышып бесән ырғыны, һәнәк осона йәбешкән тупраҡ күҙемә һирпелде. Н. Мусин. • Бер киҫелгән икмәк кире йәбешмәй. Мәҡәл. Киҫелгән баш кире йәбешмәҫ. Мәҡәл. Майһыҙ ҡоймаҡ табаға йәбешә. Мәҡәл.
2. күсм. Урын-еренә килеү; килешеү. □ Идти, быть к лицу, подходить; сидеть как влитой. ■ [Барсынһылыу] һөйләһә, һүҙе килешеп тора, ти, кейһә, кейеме йәбешеп тора, ти. Халыҡ ижадынан.
3. Сәнселеп эләгеү; ҡаҙалыу. □ Прицепляться, приставать. Һөлөк йәбешкән. Дегәнәк йәбешкән. ■ Ас һөлөктәр тәнгә йәбешә лә ҡан һура башлай. Һ. Дәүләтшина. Шәйхи ҡарт теҙҙәренә тиклем төшөп торған оҙон киндер күлдәгенә йәбешкән ваҡ йүкә һуйындыларын төшөрҙө. Ғ. Хәйри. Рамазан, ҡапҡаға һөйәлеп, сәйер тынлыҡҡа сумған ауылды күҙәтеп торған арала, ҡуранан өҫ-башына, һаҡал-мыйығына сүп-сар йәбешеп бөткән теремек сулаҡ ҡарт килеп сыҡты. Ә. Хәкимов. • Насар буҫтауға йөн йәбешә. Мәҡәл.
4. Ысҡынмаҫлыҡ итеп эләктереү; тотоноу. □ Хвататься, держаться. Ҡулға йәбешеү. Йәбешеп ултырыу. ■ Тызрайы-шып бер-береһенең яғаһына йәбешкән, күҙҙәре аларған, аһылдашҡан малайҙарҙың ғәйрәте ҡапыл ҡайта, икеһе ике яҡҡа атлай. Н. Мусин. Ғазраилдың шашка һабына
тотонғанын, Ҡәнзәфәрҙең тегенең ҡулына йәбешкәнен күрҙе лә бер үк ваҡытта тиерлек һалдаттарҙың яурындарынан мылтыҡтарын ала башлағанын абайланы. Б. Рафиҡов. Үҙенең сәсенә йәбешеп уйнай башлаған туғаны менән айпашты [ҡыҙ]. Һ. Дәүләтшина. • Һыуға батҡан һаламға йәбешкән. Мәҡәл. Үлеп барғанүләнгә йәбешер. Мәҡәл.
5. Терәк, ярҙам өмөт итеп, кемгәлер һырлығыу; тағылыу. □ Хвататься, держаться.
■ Ҡиләбеҙ. Минең һул ҡулға Сәлимә, уға Разия йәбешкән. Ғ. Хәйри. Милиционер Ҡотлоҡайҙы алып сыға башлағас, эште һиҙеп ҡалып, Эреҫ еңгә, иламһырап барып, Ҡотлоҡайҙың итәгенә йәбеште. Ғ. Дәүләтшин.
6. Тиҙ генә алыр өсөн ҡул һалыу; тотоноу. □ Браться, хвататься. Ҡоралға йәбешеү. ■ Рамазан үҙ-үҙен белмәй дилбегәгә йәбеште. — Туҡтат аттарҙы! Ә. Хәкимов. Ат алға ташланды, Сергей, теҙгенде ҡулынан ысҡындырып, инде осоп ҡалам тигәндә, эйәр ҡашына йәбешеп өлгөрҙө. И. Абдуллин.
7. күсм. Һәләтләп, ихласлап керешеү; тотоноу. □ Приниматься, браться. Уйынға йәбешеү. Ашарға йәбешеү. Эшкә йәбешеү.
■ Тәфкилев бигерәк тә Әбелхәйер хан мәсьәләһенә ныҡ йәбешкәйне. Ғ. Ибраһимов.
8. Аймап алып, ҡулды йәки теште батырыу. □ Брать, хватать за что. Боғаҙға йәбешеү. Алҡымға йәбешеү. ■ Ҡайһы берәүҙәрҙең бәйләнеп өлгөрмәгән быҙауҙары көтөүгә ҡаршы сабып киләләр ҙә, инәләрен табып алып, ҡабалана-ҡабалана имергә йәбешәләр. Һ. Дәүләтшина. Ошо ҡурҡыныс хәлде күреп ҡалған Ҡарабай батыр, атынан һикереп төшә һалып, инде Сарыбайҙың алҡымына йәбешкән йыртҡыстың уң аяғын бер һелтәүҙә өҙә саба. «Ҡуҙыйкурпәс менән Маянһылыу». Ул [Тарасов],минеңмашинаның автолын ағыҙып, подшипниктарҙы иретергә лә, мине ғәйепле яһамаҡсы булған. Шунда уҡ барып йәбешәһе, бәйләп ташлайһы килде. А. Карнай. • Ҡөсө еткәнгә көсөк тә йәбешә. Мәҡәл. Яман эт итәккә йәбешә, яман кеше яғаға йәбешә. Мәҡәл.
9. күсм. Даулап йәки әрләп кемгәлер ташланыу. □ Набрасываться, накидываться
258