ЙӘБЕШКӘК ҠАҒЫҘ
на кого (с упрёками, бранью и т. п.). Ярҙам итмәйһең, тип миңә йәбеште. ■ [Сәмиғулла — Илгизгә:] Ул самолёт, поезд, пароходтарҙа минең ни ҡыҫылышым бар һуң? Һин упсым ысын судтағы ише йәбешәһең, әйтерһең, уларына ла мин ғәйепле. Ә. Әминев.
10. кусм. Талар, көсләр өсөн ҡул һалыу.
□ Набрасываться, накидываться. ■ Үҙем курше ауылға мөрйә сығарырға киткәс, бер төндө, етмәһә, [Заир] бисәгә йәбешергә уйлаған да, бисә бумала менән ҡыуып сығарған. А. Карнай.
11. кусм. Йоғоу, эләгеү (ауырыуға ҡарата). □ Приставать, передаваться, переходить, заражаться (о болезни). Уның [взвод командирының] бөтә тәндәре ҡалтырай. Һөйләгәндә, тапма йәбешкән кеше кеуек, тотлоғоп-тотлоғоп һөйләй. Д. Юлтый. • Сирләмәгән сир тапҡан: кире сире йәбешкән. Мәҡәл.
12. Ҡапыл тотоп, ныҡ ауыртыу. □ Схватывать (о боли). Башҡа йәбешеу. Эскә йә-бешеу. Ашҡаҙанға йәбешеу.
ЙӘБЕШКЕ (Р.: отгадка; И.: clue; T.: cevap) и.
1. Йомаҡтың мәғәнәһе, йомаҡтың яуабы.
□ Отгадка загадки. Йомаҡтың йәбешкеһе. Йәбешкеһен әйтеу. ■ Һабрау ҡарттың йомағын ишеткәс, Иҙеукәй артыҡ уйланып тормаған, шунда уҡ йомаҡтың йәбешкеһен әйтеп биргән. «Иҙеүкәй менән Мораҙым».
2. Ниҙеңдер асылына тоҫмал яһалған нәмә. □ Подсказка, зацепка, намёк. ■ [Аҡҡоломбәт ] бисәләренән, улы Бабсаҡтан һорашҡан, кумәкләп уйлашҡандар, [хәлдең] һис йәбешкеһен таба алмағандар. «Бабсаҡ менән Күсәк».
ЙӘБЕШКӘ и. диал.
1. зоол. ҡар. йәбешкәк II. Йәбешкәләрҙе ултереу.
2. ҡар. йәбешке 1. ■ Йомаҡты ҡойғас, уға йәбешкәһен әйтәләр. Экспедиция материалдарынан.
ЙӘБЕШКӘК I (Р.: липкий; И.: sticky; T: yapışık) с.
1. Һылашып, йәбешеп тороусан.
□ Липкий, клейкий; вязкий. Йәбешкәк ҡағыҙ. Йәбешкәк ҡар. ■ Мин, йәбешкәк ту
малсайҙарҙан куҙ алмай, ҡасан уларҙың ҡап уртаһында ғына көрән ҡыҙыл сәскә ишараты моронлар икән, тип ашҡынып көт тә йөрө! Ш. Янбаев. Беҙ майҙанға барып етеу менән йәбешкәк ҡар яуа башланы. А. Таһиров. Ғәбит уларҙың [кешеләрҙең] йөҙөн курә алманы, шәуләләрен генә шәйләне — томан ҡуйы һәм йәбешкәк. М. Ямалетдинов.
2. кусм. Кешегә һырлығып, йәбешеп барыусан. □ Прилипчивый, навязчивый. Йәбешкәк бала. ■ Зифа апайҙың уҙенә ҡыҙығып йөрөусе «кейәуҙәр» ҙә куп булған. Ҡайһы бер йәбешкәгерәктәрен һөрөп тә сығарғылаған, буғай. К. Мәргән.
3. диал. Йоғошло, йоғоусан. □ Заразный, прилипчивый (о болезнях).
ЙӘБЕШКӘК II (йәбешкәге) (Р: вошь мелкая; И.: small louse; T: yavşak) и. зоол.
Ваҡ бет, һеркә. □ Вошь мелкая, гнида. И [һатыусылар:]Был тараҡ менән башыңды тараһаң, йәбешкәген, һеркәһен дә ҡалдырмай һыпырып төшөрә. Н. Мусин.
ЙӘБЕШКӘК III (йәбешкәге) и. бот. диал.
1. ҡар. энәлек. Йәбешкәк ағасы. Йәбешкәк тамыры. Йәбешкәк сәскәһе.
2. Бесәй үләненең борсағы. □ Плоды валерианы.
ЙӘБЕШКӘК IV (йәбешкәге) (Р.: снежная буря; И.: snowstorm; T: kar fırtınası) и. диал.
Һыулы буран, һырма буран. □ Снежная буря.
ЙӘБЕШКӘК БӨРМӘКӘЙ (Р.: подмаренник цепкий; И.: cleavers; T: tırmanıcı yoğurtotu, yapışkan otu) и. бот.
һәр быуынынан уратып сыҡҡан ваҡ ҡыяҡ япраҡлы, аҡ өйкөм сәскәле, йөнтәҫ ҡуш орлоҡло болон үләне. □ Подмаренник цепкий (лат. Galium aparine). Йәбешкәк бөрмәкәй борондан бөйөр, биҙ ауырыуҙарына ҡаршы ҡулланылған.
ЙӘБЕШКӘК ҠАҒЫҘ (Р: липкая лента; И.: adhesive tape; T: yapıştırıcı bant) и.
Себенде йәбештереп тота торған ҡағыҙ. □ Липкая бумага, лента. Йәбешкәк ҡағыҙға себен тулған. Йәбешкәк ҡағыҙ һатып алыу.
9*
259