ЙӘБЕШКӘКЛӘНЕҮ
ЙӘБЕШКӘКЛӘНЕҮ (йәбешкәклән-) (Р.: стать липким; И.: gum; T.: yapışık olmak) ҡ.
Һыланып, йәбешеп тороусанға әйләнеү.
□ Стать липким, вязким, клейким. Ҡар йәбешкәкләнде. Аяҡ аҫты йәбешкәкләнде.
ЙӘБЕШКӘКЛӘҮ I (йәбешкәклә-) (Р.: вшиветь; И.: become lousy; T.: bitli olmak) ҡ.
Йәбешкәклегә, ваҡ бетлегә әйләнеү.
□ Вшиветь. Башы йәбешкәкләп киткән. Йәбешкәкләй башлау.
ЙӘБЕШКӘКЛӘҮ II (йәбешкәклә-) (Р: слипаться; И.: stick together; T.: yapışmak) к.
һыланып, йәбешеп тороу. □ Слипаться. ■ Йәбешкәкләп торған ҡайын бөрөләре бер тиндәй генә япраҡ яралтты. С. Ильясов.
ЙӘБЕШТЕРЕЛЕҮ (йәбештерел-) ҡ. төш. ҡар. йәбештереү 1, 2. страд, от йәбештереү 1,2. ■ Бер тугел, рәттән биш листовка йәбештерелгән ҡоймаға куҙ төшөрөп, куҙ йөрөтәләр [уткенселәр]. Д. Бүләков. Ат ауыр иттереп атлай, ти, инде хәҙер: өҫтөндә утыҙ айғыр тиреһе йәбештерелгән, етмәһә, аяҡтарында берәр ботло даға бит инде. Әкиәттән. [Хат] бик ныҡ йәбештерелгән, мөһөр урынына ғәрфиә аҡса баҫылған. Ғ. Ибраһимов.
ЙӘБЕШТЕРЕҮ (йәбештер-) (Р: скреплять; И.: fasten (together); T.: yapıştırmak) ҡ.
1. Ҡуша һалып, тығыҙ итеп тоташтырыу. □ Скреплять, прикреплять, паять (различными способами). Иретеп йәбештереу. Ҡойоп йәбештереу. ■ Ҡулына тәгәрмәс камераһынан йәбештереп эшләнгән биҙрә-һауыт тотоп, .. аяғына итек кейгән кеше йәһәт кенә шишмәгә табан төшә башланы. Д. Бүләков. Шәрифә шулай ҡыҙып һөйләй башлағас, Ғамир башын эйеп, ни эшләргә белмәй, ашъяулыҡтағы икмәк валсыҡтарын бер-береһенә йәбештереп, бармаҡ биттәре менән тәгәрәтеп йомарлай башланы. Б. Бикбай.
2. Елем һ. б. менән беркетеү. □ Приклеить. Иғлан йәбештереу. Марка йәбештереу. Тәҙрә йәбештереу. ■ Делегаттар арлы-бирле клуб таҙартырға керешеп киттеләр. Ҡайһыһы һепертке яһап алып һеперергә, ҡайһыһы эскәмйәләрҙе теҙергә, ә ҡайһыһы лозунг йәбештерә башланы. И. Насыри.
Ҡотлояр һаман ҡырын ятҡан көйө, тәмәке төрөп, ҡағыҙын ялап йәбештерҙе лә, тоҡандырмай һөйләнде. Һ. Дәүләтшина. Арҡанан, биттән аҡҡан әсе тир, тәнде әсеттереп, мунса сабынып сыҡҡандағы һымаҡ яндырып, кулдәктәрҙе тәнгә йәбештерҙе. Һ. Дәүләтшина.
3. ҡар. ҡаҙалтыу. Һөлөк йәбештереу. Талпан йәбештереп ҡайтыу.
ЙӘБЕШТЕРЕҮСЕ (Р: расклейщик; И.: billsticker; T.: yapıştıran kimse) и.
Афишалар, белдереүҙәр йәбештереп йөрөүсе. □ Расклейщик. Йәбештереусе булып эшләу. Иғландар йәбештереуселәр талап ителә.
ЙӘБЛЕК (йәблеге) [рус. яблоко] и. диал. ҡар. картуф. Йәблек йыйыу. Йәблек ҡоймағы. Йәблек сәсеу. Йәблек бутҡаһы.
ЙӘБЛЕК СОҠОРО (Р: погреб; И.: cellar; T.: mahzen) и. диал.
Картуф баҙы. □ Погреб, ям. Йәблек соҡоро ҡаҙыу. Йәблек соҡорона һалыу. Йәблек соҡорон таҙартыу.
ЙӘ БУЛМАҺА (Р: или ... или; И.: or ... or; T.: veya, yahut) терк.
Мәғәнә яғынан бер-береһен алмаштырған һөйләм һәм һөйләм киҫәктәрен сағыштырыу өсөн ҡулланыла; йәки. □ Союз разд. Или ... или; либо ... либо. И Әгәр ҙә Әхмәтовта аҙ ғына булһа ла бюрократлыҡ, йә булмаһа Тимербайҙың курергә теләгән сараларына ҡаршы килеу кеуек ғәҙәттәр булһа ине, ул уның менән талашыуҙан да баш тартмаҫ ине. С. Агиш. Пётрҙан һуң килгән батшалар ҙа әле Төркөстанға, узбәк ханлыҡтарына айырым хәрби экспедициялар ойоштороу йә булмаһа сауҙа алыш-бирештәре менән генә сикләнергә мәжбур була. Р. Байымов. Һуңғы ваҡытта төрлө темаларға лекциялар уҡырға әуәҫләнеп китте Фәһим. Йә булмаһа төрлө китаптар аҡтарып ултырыр булды. И. Ғиззәтуллин.
ЙӘБӘЛДӘШ с. диал. ҡар. йомро I, 3. Йәбәлдәш кәуҙәле. Йәбәлдәш беләк. Йәбәлдәш ҡыҙ.
ЙӘГҮР и. диал. ҡар. һыла. Йәгур майы. Йәгур тотоу.
260