ЙӘДКӘР ДӘФТӘРЕ
ЙӘҒНИ (Р.: то есть; И.: that is; T.: yani) аныҡл. терк.
Әйтелгән һүҙ йәки фекерҙең мәғәнәһен асыҡлап килгән һөйләм һәм һөйләм киҫәктәрен теркәү өсөн ҡулланыла. □ То есть. Имзаңды, йәғни ҡултамғаңды ҡуй.
■ Твердышев .. Белорет тирәһендәге өс йөҙ мең дисәтинә ерҙе өс йөҙ һумға, йәғни ун дисәтинәһен бер тингә төшөрөп һатып алған. Н. Мусин. Ҡасандыр кешеләр ҙә, йәғни уларҙың тәуге куҙәнәктәре, бына шулай тупраҡты тишеп сыҡҡандыр һымаҡ тойолдо миңә. М. Кәрим. Әхмәҙиәләрҙең өйө, ауылдағы куп йорттар һымаҡ, ике яҡлы, йәғни алты мөйөшлө. Р. Солтангәрәев.
ЙӘҒНИ МӘҪӘЛӘН терк. ҡар. йәғни.
■ [Хасбулат олатай:] Герман һуғышы ваҡытында, йәғни мәҫәлән Беренсе донъя һуғышы мәлендә, фронтта осраштыҡ беҙ уның менән. 3. Биишева.
ЙӘҒРӘФИ [ғәр. (Р: географический; И.: geographic(al); T.: coğrafi) с. иҫк.
Географик. □ Географический. Йәғрәфи атамалар. Йәғрәфи урынлашыуы.
ЙӘҒРӘФИӘ [ғәр. (Р: география; И.: geography; T: coğrafya) и. иҫк.
География. □ География. Тәбиғи йәғрәфиә. Иҡтисади йәғрәфиә. Физик йәғрәфиә. Башҡортостан йәғрәфиәһе. ■ Әгәр ҙә, йәғ-рәфиә мөғәллиме өйрәткәнсә, Ер ҙә, бутән планеталар ҙа Ҡояш тирәләй әйләнә икән, ниңә улар бер-береһе менән төкәшмәй? Ә. Хәкимов. Бында уҡылған нәмәләрҙең минең өсөн иң мөһиме — ғәрәп әҙәбиәтенән «Мәҡамәти Хәрири» менән Йософ Аҡчура тарафынан уҡытылған йәғрәфиә менән тарих ине. М. Ғафури.
ЙӘҒФӘР (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T.:bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Үҫәргән ырыуының аймағы. □ Название одного из родовых подразделений башкир-усерганцев.
ЙӘДИДИ I [ғәр. С5АР-] и. тар. ҡар. йәҙит 1,1. ■ Ҡәдимиҙәр менән йәдидиҙәр араһында көрәш барған мәл ине. Ф. Иҫәнғолов.
ЙӘДИДИ II [ғәр. (5^] с. тар. ҡар. йәҙит II. Йәдиди йунәлеше. Йәдиди мәктәп.
ЙӘДИТ [ғәр. АР** "яңы, өр-яңы’] и. тар. ҡар. йәҙит. Йәдит мәктәбе. ■ Ә. Инан .. мәҙрәсә ҡаршыһында Силәбе ҡалаһының алдынғы фекерле сауҙагәрҙәре һәм байҙары тарафынан төҙөлөп, йәдит ысулы менән уҡытыу индерелгән мәктәптең мөғәллимдәре менән курешеп, уларҙан уҡыу өсөн китаптар алып тороуы тураһында яҙа. Р. Шәкүр. Ауыл балалары булыуға ҡарамаҫтан, шәкерттәр ятаҡта ятып уҡый торған был мәҙрәсә Мөғәллим әл-әууәлдән алып Ҡөрьән шәрифенә тиклем өйрәтә торған ысул йәдит мәктәбе була. Р. Өмөтбаев.
ЙӘДИТЛӘНЕҮ (йәдитлән-) ҡ. тар. ҡар. йәҙитләнеү. Йәштәр йәдитләнә бара.
ЙӘДИТСЕ и. тар. ҡар. йәҙитсе. ■ [Ғаббасов] заманында реаль училище тамамлаған, йәдитселәр хәрәкәтендә ҡатнашҡан, һуңғы осорҙа губернатор канцелярияһында сәркәтип-тылмас вазифаһын атҡарған. Ә. Хәкимов.
ЙӘДИТСЕЛЕК (йәдитселеге) и. тар. ҡар. йәҙитселек. Йәдитселек хәрәкәте.
■ [Таһиров] уҡытыу эшендә шул уҡ йәдитселек идеяларын алға һөрә, яңы мәктәптәр асыуға өлгәшә. Р. Шәкүр. Фәтхелҡадир уҙенең тыуған ауылында олатаһы Мөхибулла хәҙрәттең ҡыҙына өйләнгән Ғәлим әфәнденең йәдитселек ысулы менән эшләусе мәктәбендә башланғыс белем ала. Р. Шәкүр.
ЙӘДКӘР [боронғо төрки йәд ‘хәтирә, хәтер’] (Р: память; И.: memory; T: yâd) и.
Хәтирә, иҫтәлек. □ Память. // Памятный. Йәдкәр итеп ҡалдырыу. Йәдкәр дәфтәре.
■ Бөйөк шәһәрҙең байтаҡ урындарында йөрөргә, килгән һайын әллә купме атаҡлы ҡомартҡыларын, тарихи йәдкәрҙәрен курергә насип булғайны. Р. Бикбаев. Әммә ерҙә көллө ғәләм һаман да ниҙер көтә — һуңғы һуҙҙе, йәдкәр итеп, шиғриәт илгә әйтә. X. Назар. Был әҫәр [Әхмәт Ибн Фаҙландың әҫәре] ғилем тарих ғашиҡтары өсөн ҡиммәтле бер йәдкәрҙер. Р. Фәхретдинов.
ЙӘДКӘР ДӘФТӘРЕ и. иҫк. ҡар. иҫтәлек дәфтәре. Йәдкәр дәфтәренә яҙып барыу.
261