ЙӘҘБӘ
Йәдкәр дәфтәре башлау. Йәдкәр дәфтәрен уҡыу.
ЙӘҘБӘ [ғәр. ‘ара, алыҫлыҡ’] (Р.: циркуль; И.: compasses; T.: pergel) и.
Түңәрәк һыҙа торған ҡорал; циркуль.
□ Циркуль. Йәҙбә менән туңәрәк һыҙыу. Йәҙбә ҡулланыу.
ЙӘҘИТI [ғәр. ‘яңы, өр-яңы’] (Р.: джа-дид; И.: Jadid; T: cedid) u.
1. Яңылыҡ, йәҙитселек яҡлы кеше.
□ Джадид, джадидист, сторонник джади-дизма. Йәҙит булыу. ■ «Ишми» һөйөнә. Доностарым менән йәҙиттәрҙең ҡойроғон шиңдерәм, тип һөйөнә. Йәҙиттәр йәһәннәмгә төшөп бөтөрҙәр ҙә, миңә ожмахта типтерергә урын буш ҡалыр, тип һөйөнә. Ш. Бабич.
2. ҡар. йәҙитселек. Йәҙит хәрәкәте.
ЙӘҘИТ II [ғәр. ‘яңы, өр-яңы’] (Р: джадидистский; И.: jadid; T: cedid) с.
Йәҙитселеккә бәйле, йәҙитселеккә ҡараған. □ Джадидистский. ■ Әбйәлил районының Ҡаҙмаш ауылында беренсе йәҙит ысулы мәктәбен асҡан Усман мулла Ниязғолов аҙаҡ Тамъян-Ҡатай кантонының тәуге мәғариф булеге мөдире булып киткән. «Шоңҡар» № 8, 2010. Ғумер бушҡа уҙмаға, кейем юҡҡа туҙмаға, ғилемлеккә истифтахтыр ысул йәҙит. Ғ. Кейеков.
ЙӘҘИТЛӘНЕҮ (йәҙитлән-) (Р: становиться джадидом; И.: become a jadid; T: cedid olmak) ҡ. тар.
Йәҙиткә (1) әйләнеү; яңыға, йәҙитселеккә ынтылыу. □ Становиться джадидом; быть сторонником джадидизма. Йәҙитселек осоронда куберәк йәштәр йәҙитләнә бара.
ЙӘҘИТСЕ и. ҡар. йәҙит I. ■ Иҫке мәсет эргәһендә Насибулла хәҙрәт быуат башында уҡ инде беренсе мәҙрәсә асҡан. Һуңынан унда йәҙитсе мулла Моратов эшләгәне билдәле. «Йәшлек», 19 ноябрь 2009.
ЙӘҘИТСЕЛЕК (йәҙитселеге) (Р: джа-дидизм; И.: Jadidism; T: Ceditlik) и. тар.
XIX быуат аҙағында — XX быуат башында мәктәптәргә реформа индереүҙе талап итеп сығыш яһаған ижтимағи ағым. □ Джа-дидизм (общественное движение, выступающее за просвещение, реформирование школы
в конце XIX и начале XX веков). / Джадидистский. ■ XIX быуаттың 90-сы йылдарында йәҙитселек хәрәкәте баҫымында мәҙрәсәләрҙә донъяуи предметтарҙы уҡыта башлау халҡыбыҙҙың куп кенә арҙаҡлы зыялыларын уҫтерергә ҙур мөмкинлектәр биргән. Интернет селтәренән.
ЙӘҘРӘ I [рус. ядро] (Р: ядро; И.: shot; T.: top mermisi) и.
1. Боронғо шыма кәбәкле туптың тумалаҡ снаряды; туп йәҙрәһе. □ Ядро. Йәҙрә ярылыу. ■ Һауала шрапнелдар шартлай, крепосты штурмлаусылар өҫтөнә йәҙрәләр, снаряд ярсыҡтары сәселә. Б. Хәсән. Ике һалдат яраланды, өсөнсөһө, ҡулын йәҙрә өҙөп, куп ҡан юғалтыуҙан аҙаҡтан улде. Я. Хамматов. Дошман тарафынан яуҙырылған уҡ, йәҙрә, ҡаяға атҡан борсаҡ шикелле, ете батырҙың кукрәгенә барып тейеу менән кире һикерә. И. Абдуллин. Ир-егеткәй өсөн, ай, яуҙарҙа кукрәккәйен тишер ҙә йәҙрә юҡ. Халыҡ йырынан.
2. Һунар мылтығының эре хайуанға ата торған ҡурғаш пуляһы; мылтыҡ йәҙрәһе. □ Дробь. Мылтыҡ йәҙрәһе. Айыу йәҙрәһе. ■ Йәҙрә [рәйестең] сикәһен сыйып уткән. Д. Бүләков. • Бер йәҙрә берҙе ултерер, бер һуҙ меңде ултерер. Мәҡәл.
ЙӘҘРӘ II [рус. ядро] (Р: ядро; И.: shot; T.: gülle) и. спорт.
Еңел атлетикала алыҫлыҡҡа ташлау өсөн тәғәйенләнгән снаряд. □ Ядро, снаряд. Йәҙрә ташлау. Йәҙрә ауырлығы. Йәҙрә ташлау буйынса ярыш.
ЙӘҘРӘЛЕ (Р: дробовой; И.: with small shot; T.: saçmah) c.
Йәҙрә һалып ата торған. □ Дробовой, с дробью. Йәҙрәле мылтыҡ. ■ Ошо уйҙарҙан алйып, Ыраҫ Ғибат ҡушкөбәген алды, ҡарбуз ҡарағына тәғәйенләнгән эре тоҙ йәҙрәле яһау ын тыҡты. Й. Солтанов.
ЙӘҘРӘ ҺАЛҒЫС (Р: кожаный или матерчатый мешочек для пуль; И.: leather bag for bullets; T.: saçma torbası) и.
Йәҙрә һалыу өсөн күндән йәки туҡыманан тегелгән тоҡсай. □ Кожаный или матерчатый мешочек для пуль, пыжей. Йәҙрә һалғыс тегеу. Башҡорт яугирҙары уҙҙәре
262