Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 263


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

йәй
менән ҡайыштарына йәҙрә һалғыстар бәйләп йөрөткәндәр.
ЙӘҘҮӘЛ [ғәр. (Р.: таблица; И.: table; T.: cetvel) и. иҫк.
1. Төрлө мәғлүмәтте тәртип менән теҙеп биргән яҙма йәки һыҙма; таблица, график. □ Перечень, список, реестр, таблица. Ҡабатлау йәҙүәле. ■ Йәшерәк һәм тәжрибәһе самалыраҡ шофёрҙар страховка полисы өсөн күберәк түләйәсәк. Аңлайышлыраҡ булһын өсөн түбәндә был мәғлүмәтте йәҙүәл итеп күрһәтәбеҙ. «Башҡортостан», 27 июль 2010.
2. Эш башҡарылыу ваҡытын һәм урынын теҙеп күрһәткән яҙма; расписание. □ Расписание, график. Дәрестәр йәҙүәле. ■ Нимә-нимә, юлда ашамайынса булмай (Пруссия короле Фридрих Вильгельм I әйтмешләй, һуғыш һуғыш менән, ә төшкө аш йәҙүәл буйынса). «Йәшлек», 14 сентябрь 2010.
ЙӘҘӘК (йәҙәге) (Р: помощь государства населению во время голода; И.: relief food; T.: yedek) и. тар.
Кслътк ваҡытта дәүләттән ярҙамға алынған аҙыҡ-түлек. □ Помощь государства населению во время голода. Йәҙәк ашы ойоштороу. И Ҡүрәһең, ул [Ишбулды] был йәҙәк ашын да хәҙер үк күтәреп эсеп ҡуйырға уйлай ҙа, аяҡтарына үтеп барған һыуыҡҡа сыҙамайынса, алға ынтыла. Һ. Дәүләтшина.
ЙӘҘӘС и. диал. йәтәс. Йәҙәс айырыу. Йәҙәс отоу. Йәҙәс һөйәге.
ЙӘЖӘНКӘ [рус. лежанка} и. диал. ҡар. ләжәнкә. Сана йәжәнкәһе. Йәжәнкә йүнәтеү. Тәпәш йәжәнкә. Киң йәжәнкә.
ЙӘЗБӘ [ғәр. ‘ара, алыҫлыҡ’] и. ҡар. йәҙбә. ■ Уҡыусының муҡсаһында дәфтәре менән ҡәләме лә, йәзбәһе лә булыр. Ғ. Хөсәйенов.
ЙӘЗИТ I (Р: злой; И.: wicked; T: kasıtlı) с. диал.
Кешегә насарлыҡ, яманлыҡ ҡылыусан; уҫал, яуыз. □ Злой, зловредный. Йәзит кеше. Йәзит булыу.
ЙӘЗИТ II (Р: ябеда; И.: slanderer; Т: gammaz) и.
Ошаҡ, һүҙ йөрөтөүсе, бәләсел. □ Ябеда. Йәзит булып йөрөмә!
ЙӘЗҮР [ғәр. ‘ынтылыш; теләк’] (Р: жертвенное животное; И.: sacrificial animal; T.: kurbanlık hayvan) и. иҫк.
Дин буйынса, ҡорбанға тәғәйенләнгән мал. □ Жертвенное животное. Йәзүр итеп аҫрау. Йәзүргә тәғәйенләү.
ЙӘИҺӘ (Р: или; И.: ог; T.: veya) бүл. терк.
Мәғәнә яғынан береһен береһе алмаштырған ике һөйләм йәки һөйләм киҫәген теркәү өсөн ҡулланыла; йәки. □ Союз разд. Или, либо, или же. Бөгөн йәиһә иртәгә. ■ Беҙ [һалдаттар], күндәм кешеләрсә, трубкаларҙы һалып ҡуябыҙ ҙа, күңелдән хәтирәләр дәфтәрен аҡтарып йәиһә киләсәккә хыяли пландар ҡороп, ваҡыт үткәрәбеҙ. Д. Юлтый. Сөнәғәткә, әлбиттә, атаһы менән бер туған Ваһап бабаһына йәиһә Әҙһәм бабаһына тура-лап та ҡайтырға мөмкин ине. Ж. Кейекбаев.
ЙӘЙ I [дөйөм төрки йай\ (Р: лето; И.: summer; T.: yaz) и.
1. Йылдың яҙ менән көҙ араһындағы иң йылы ваҡыты. □ Лето. Иртә йәй. ■ Айбулат был кешене бөтә йәй буйына ни бары өсөнсө тапҡыр күрә ине. һ. Дәүләтшина. Инде октябрь айҙары, ә көндәр һаман, йәй аҙағындағы һымаҡ, сыуаҡ, йылы. Б. Бикбай. Сәйҙел, Зәйнәп китте Ҡырымға, ниндәй рәхәт йәйгә сығыуы! • Йәйгә сыҡҡан йән үлмәҫ. Әйтем. Йәй эшләмәһәң, ҡыш ашарға тапмаҫһың. Мәҡәл. Йәй эшләһәң, ҡыш ашарһың. Мәҡәл. Йәйҙең бер көнө ҡыштың бер аҙнаһына тора. Мәҡәл. Йәйҙең өйө киң. Мәҡәл. Йәйе барҙың ҡышы бар. Мәҡәл.
2. миф. Барлыҡ йылды билдәләүсе йән-ләндерелгән миҙгел. □ Олицетворённое время года, определяющее весь год. • Йәй ҡышты туйҙыра. Әйтем.
ЙӘЙ II (Р: летний; И.: summer; T.: yaz) с.
Йәйгә хас, йәй булған. □ Летний. Йәй айҙары. ■ Йәй көнө күп кеше ут алып тормай ятырға ғәҙәтләнгән. Д. Бүләков. • Вайымһыҙ йөрөһәң йәй көнө, алымһыҙ булырһың көҙ көнө. Мәҡәл.
ЙӘЙ III (Р: слово-обращение мужа и жены между собой; И.: word of address; T.: karı kocanın bir birine seslenme kelimesi) өндш. диал.
263