ИӘИ АТАҺЫ
Ир менән ҡатындың бер-береһенә өндәшеү һүҙе. □ Слово-обращение мужа и жены между собой: эй. Йәй, ишетмәйһеңме әллә?
ЫЫААТҠЫАи.миф. ҡар. йәй тәңре.
ЙӘЙ БАШЫ и. диал. ҡар. яҙ. Йәй башында ҡайтыу. Йәй башы быйыл йылы килде.
ЙӘЙГЕ (Р: летний; И.: summer (у); T.: yaz) с.
1. Йәй көнөндәге, йәйгә хас. □ Летний. Йәйге ваҡыт. Йәйге кис. Йәйге ҡояш. Йәйге ямғыр. Йәйге каникулдар. ■ Йәйге йомарт ҡояш нурҙары апаруҡ йылытырға өлгөргән таш нигеҙгә арҡаны терәп, кисәге уйындарҙа кемдең еңеуе, кемдең еңелеуе .. хаҡында бәхәсләшеугә байтаҡ ваҡыт китә. Н. Мусин. Беҙҙең яҡта хатта йәйге ямғырҙар ҙа ултырып яуа. М. Кәрим. Хатың уҙе менән алып килә тыуған яҡтың таныш еҫтәрен, сирень сәскәләрен, һыу буйҙарын, талғын елле йәйге кистәрҙе. Р. Ниғмәти. ® Йәйге көн бер йылды туйҙыра. Мәҡәл. Сирлегә йәйге селлә лә һыуыҡ. Мәҡәл.
2. Йәй өсөн тәғәйенләнгән, йәйен файҙаланыла торған. □ Летний. Йәйге кулдәк. Йәйге кейем. Йәйге театр. И Көн яҡшы уҡ эҫе булһа ла, костюм өҫтөнән плюш яғалы иҫке фасон йәйге пальто кейгән,.. оло ҡолаҡлы, ҡыҙыл сырайлы берәу өс киҫәк багажы менән минең янға килде. Ғ. Ғүмәр. «Өфө трикотаж фабрикаһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте йәйге кейем коллекцияһын әҙерләгән. «Йәшлек», 22 апрель 2008.
ЙӘЙГЕЛЕК (йәйгелеге) (Р: летнее время; И.: summer time; T.: yaz mevsimi) и.
Йәйге ваҡыт, йәй осоро. □ Летнее время, летний сезон. Йәйгелеккә әҙерләнеу. Йәйгелеккә ҡайтыу. И Шәңгәрәйҙең донъя теуәл, ялан тулы йылҡыһы, йәйгелеге — ҡымыҙ ҙа ит, ҡалъя ла бал — ҡышлығы. С. Кулибай. Мөлкәтенең купселек өлөшөн аҡсаға әйләндереп, йәйгелектә ук сит илгә кусереп өлгөргәйне ул [Вәлишин]. Ә. Хәкимов. Аҡ ҡуянҡайҙарҙан тун тектерҙем, тыш-ҡынайын ниҙән тышлайым? Йәйгелеген бында, ай, йәйләнем, ҡышҡынайын ҡайҙа ҡышлайым? Халыҡ йырынан.
ЙӘЙГЕС и. диал. ҡар. йәймә. Бер йәйгес туҡмас. Йәйгес йәйеу.
ЙӘЙГЕ СЕЛЛӘ (Р: середина лета; И.: hot season; heat; T.: yaz sıcağı) и.
25 июндән 5 авгусҡа тиклем булған йәйҙең иң эҫе ҡырҡ көнлөк осоро. □ Середина лета, межень, пора летней жары. ■ [Туҡ батыр — әсәһенә:] Яурыныңдан дошмандың уғы утә сыҡҡанда; йәйге селлә көндәрҙә һыу табалмай ҡаңғырып, тамаҡтарың кипкәндә, .. атама юлдаш булғанһың. «Иҙеүкәй менән Мораҙым».
ЙӘЙГЕҺЕН (Р: летом; И.: in summer; T.: yazın) р.
Йәйге ваҡытта. □ Летом, в летнюю пору, летней порой. Йәйгеһен барыу. Йәйгеһен ҡайтыу. Йәйгеһен ултыртыу. ■ Каникулға ҡайтҡанда, Искәндәр ҡышҡыһын ҡар тоторға, баҫыуға тиреҫ, көл сығарырға йөрөнө, йәйгеһен бесән сапты, урғыс машинала эшләне. Ә. Хәкимов. Йәйгеһен аша ырғып сығырлыҡ ҡына ятҡан шишмә, мин дә ата балаһы тигәндәй, ҡоторған да киткән, оло бер ярһыу йылға шикелле, туғарланып-туғарланып ағып ята. Р Солтангәрәев.
ЙӘЙҒОР I (Р: радуга; И.: rainbow; T.: gökkuşağı) и.
1. Ямғыр тамсыларында ҡояш нурҙары сағы л ыу ынан яһалып, күк йөҙөндә барлыҡҡа килгән атмосфера күренеше. □ Радуга. Йәйғор ҡалҡты. Йәйғор сағылышы. Йәйғор төҫтәре. ■ Кешеләрҙе хайран ҡалдырып, купер һалынған һаҙлыҡ өҫтөнә мең-мең нурҙан яралған йәйғор төшә. Ә. Вахитов. Көтмәгәндә генә яуа башлаған ямғыр көтмәгәндә генә уҙып та китте. Ике осон ике офоҡҡа терәп, йәйғор ҡалҡты. Р. Ғабдрахманов. һаумыһығыҙ! — тип өндәшәм шифа ләйсән ямғырға, яҙғы кукрәу менән килгән кук биҙәге — йәйғорға. А. Игебаев.
2. миф. Алланың көйәнтәһе кеүек ҡабул ителгән, ямғыр менән бәйле мифик күренеш (башҡорттар ышаныуынса, кешенең енесен уҙгәртеу көсөнә эйә). □ Мифологизированное небесное явление, связанное с дождём, воспринимаемое как коромысло Бога (по представлениям башкир, радуга способна изменить пол человека).
ЙӘЙҒОР II (Р: радужный; И.: rainbow; versicolored; T.: rengarenk) с.
264