ЙӘЙЕЛДЕРЕҮ
Төрлө-төрлө төҫтә булған. □ Радужный, многоцветный. ■ Йәйғор ҡанатлы күбәләк осоп йөрөй болонда. Г. Юнысова.
ЙӘЙҒОР ҠАЛҠЫУ (йәйғор ҡалҡ-) (Р.: появление радуги; И.: appearance of a rainbouw; T.: gökkuşağı çıkmak) ҡ.
Йәйғор күтәрелеү, сығыу. □ Появление радуги. ■ Йыртығынан болоттоң алтын һаҡал һоноп көлдө ал Ҡояш, һаҡал нурын һирпелдереп ауылға; ҡалҡты йәйғор, көмрәйтеп арҡаһын, ут-һаҡалға батырылған тараҡтай. Й. Солтанов.
ЙӘЙҒОРОН и. диал. ҡар. йәйғор. Йәйғорон сығыу. ■ Йәйғорондо аша сыҡҡан ҡыҙ малайға әйләнә, ти. Башҡорт мифологияһынан.
ЙӘЙҒУР ТАШЫ и. диал. ҡар. йәй ташы.
ЙӘЙҘЕРЕҮ (йәйҙер-) ҡ. йөкм. ҡар. йәйеү, понуд. от йәйеү. Балаҫ йәйҙереү. Кейеҙ йәйҙереү. Урын йәйҙереү. ■ Дүрт аяҡлы януарға төйәк булған Уралым; яусыл булған атама ата булған Уралым; икеһен дә йоп ҡылып, түл йәйҙергән Уралым; аҫыл ағас үҫтереп, ҡош үрсеткән Уралым. «Урал батыр». Хатта ҡолас етмәҫ имәндәрҙән күпер ҙә йәйҙереп ҡарағандар [ауылдаштар], тик уларҙы ла Ямаш батҡағы йотҡан. Н. Мусин. [Боғара].. иҫкерә төшкән һигеҙ ҡанатлы аҡ тирмә урынына яңыһын текләтте, уның эсен биҙәтеп, иҙәненә ҡыйбатлы келәмдәр йәйҙерҙе. Ә. Хәкимов.
ЙӘЙҘӘҮ и. диал. ҡар. тирмә. ■ [Алдар:] Ырыҫбай ҙа, Сәйетбай ҙа, Көҫәп тә, Алдарға эйәреп, яуға сығырға тора, әле минең йәйҙәүгә ябырылып, үҙемде сабырға итәләр, тигән. Унан арҡа көтөп, атлы казактар ебәреүен һораған. Ғ. Ибраһимов.
ЙӘЙҘӘҮКӘ и. диал. ҡар. йәйләүес. Көтөүҙә йәйҙәүкәләр күп. Йәйҙәүкәне эт ашаған.
ЙӘЙЕК I (йәйеге) (Р: ветвь; И.: branch; T: budak) и.
Ылыҫлы ағастың тарбаҡлы ботағы. □ Ветви, ветки, лапы (хвойных деревьев). Шыршы йәйеге. Киңйәйекле ҡарағай. ■ Аҫҡа йәйек итеп артыш ҡыуаҡтары һындырып һалынды, үлән йолҡоп түшәлде. Ғ. Ибраһимов. Был арала ат туҡтаны, ҡолаҡтарын һерәйтеп, башын уңға борҙо. Унда, мөгөҙҙәре
артыш йәйектәре һымаҡ, армыт-армыт үҫкән ике дәү һәм бер бала болан тора ине. С. Кулибай.
ЙӘЙЕК II (Р: большой; И.: large, big; T: geniş) с.
Арҡырыға йәйелгән; йәйенке; киң. □ Большой, широкий. Йәйек ҡойроҡ. ■ Йәйек ҡойроҡ кир бейә, ти, тайҙар менән ул да юҡ, ти. «Аҡһаҡ ҡола». Аҫылбикә уны [киленен] ҙурланы: тана-торпонан ғына түгел, көмөш ҡыялы эйәр һалынған,.. ошо көнгә тип күптән инәүләнгән ялбыр яллы, дуға муйынлы, йәйек ҡойроҡло ерән юрға бейәне етәкләп килтерҙе. Ғ. Ибраһимов.
ЙӘЙЕК III (йәйеге) и. диал. ҡар. йәйет. Йәйек ваҡыты. Йәйек башланды.
ЙӘЙЕК IV (йәйеге) (Р: вешние воды; И.: spring water; T: bahar suları) и. диал.
Яҙғы һыу. □ Вешние воды. Йәйек кисеү. Йәйек ташыу. Йәйек ҡалҡыуы.
ЙӘЙЕЛДЕРЕЛЕҮ (йәйелдерел-) ҡ. төш. ҡар. йәйелдереү, страд, от йәйелдереү. ■ Был эшмәкәрлек элекке социалистик системаны тәшкил иткән башҡа илдәрҙә лә ныҡ йәйелдерелгәнгә оҡшай. Р. Бикбаев. АҠШ тарафынан һуғыштан һуңғы осорҙа йәйелдерелгән был шәфҡәтһеҙ сәйәсәт бөгөнгө. шарттарҙа ла эҙмә-эҙлекле дауам итә. «Ағиҙел», № 2, 2010. 30-сы йылдар башынан кулак һәм урта хәллеләргә ҡаршы золом киң йәйелдерелә. М. Хужин.
ЙӘЙЕЛДЕРЕҮ (йәйелдер-) (Р: раскидывать; И.: stretch out; T: yaymak) ҡ.
1. Ян-яҡҡа киң итеп йәйеү. □ Раскидывать, простирать, расстилать. Итәктәрҙе йәйелдереү. ■ Суртан ҡарпый шаптыр итеп, йәйелдереп ҡулсалар, аҡ сабаҡтар ауларға тип, аҡсарлаҡтар осалар. Р. Ғарипов.
2. күсм. Киң күләмдә таратыу. □ Развёртывать. // Развёртывание. Ярышты киң йәйелдереү. Халыҡтың ижади әүҙемлеген йәйелдереү. Эшмәкәрлекте йәйелдерә барыу. Колхозсылар баҫыу эштәрен киң ҡолас менән йәйелдерә барҙылар. ■ Киң күләмдә мелиоратив эштәр йәйелдереп ебәреү ҙә күҙ уңында тотола, яҡшы йыһазландырылған район-ара ремонт мастерскойы төҙөләсәк. Н. Мусин. Сара станцияһы, Ҡуяш ауылы
265