Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 266


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

ЙӘЙЕЛЕҮ
эргәһендә, Ҡыштым, Екатеринбург йүнәлешендә улар [милли хәрәкәт яҡлылар] ҡыҙылдарға ҡаршы көрәш йәйелдереп ебәрә. Р. Насыров. Атаҡлы шарлатан, авантюрист Григорий Распутин егерменсе быуат башында, йәмғиәттә буталсыҡ көсәйгәс, ижтимағи ҡапма-ҡаршы тороу айырыуса киҫкен төҫ алғас, эшмәкәрлеген йәйелдереп ебәргән. М. Ҡотлоғәлләмов.
ЙӘЙЕЛЕҮ (йәйел-) ҡ.
1. төш. ҡар. йәйеү, страд, от йәйеү. Һалмалар йәйелде. Ҡамыр йәйелде. Урын йәйелде. ■ Урындыҡ өҫтөнә түшәлгән балаҫтар ҙа олыштырылып йәйелгән. Т. Хәйбуллин. Малай мышҡылдап илап, иҙәнгә йәйелгән урынға ятып, үлек кеүек йоҡлап китте. Б. Бикбай. Урамдарға асфальт йәйелгән, ецел машиналар, мотоциклдар йөрөй. Т. Ғиниәтуллин.
2. Арҡырыға киң булыу, иркен ерҙе биләү. □ Раскидываться, простираться, стлаться, расстилаться. Киц ялан йәйелеп китә. Йәйелеп үҫкән ағас. Тирә-яҡта диңгеҙ йәйелеп ята. Йылға бик киң йәйелгән. ■ Тауҙарҙан арынып, тигеҙлектәргә барып сыҡҡас ҡына ул [Аҡнөгөш] йәйелеп, ирәйеп китеп аға башлай. Д. Бүләков. Әйтерһең, ул [Һабрау]күҙ етмәҫ киңлектәргә йәйелгән даръя һеүәненә эләккән дә, ағым ихтыярына бирелеп, ҡайһы ярға һуғылырға белмәй баш вата. Ә. Хәкимов.
3. күсм. Иркен, рәхәт тойоу; иркенләү, кинәнеү. □ В форме деепричастия на -п выражает неторопливое, размеренное действие: раскинуться. Йәйелеп ятыу. Йәйелеп ултырыу. Йәйелеп һөйләшеү. Йәйелеп ултырып сәй эсеү. ■ Юлдыбай менән Таймаҫ, бер нисә тапҡыр һүҙ башлап ҡараһалар ҙа, иркенләп, йәйелеп һөйләшеп китә алманылар. һ. Дәүләтшина. • Ҡыш — ҡыҫыл, яҙ — яҙыл, йәй — йәйел, көҙөн үҙең белерһең. Мәҡәл.
4. Ян-яҡҡа киң булып таралыу. □ Разливаться, растекаться. Нефть һыу өҫтөнә йәйелде. Буяу йәйелде. ■ Төтөн киске тынлыҡ менән һирпелеп, яйлап йәйелде лә Ирәндек өҫтөндә аҫылынып торған ап-аҡ көмөш болоттарға үрләп барып ҡушылды. Һ. Дәүләтшина. Ут көсәйҙе, ул икенсе өйҙәргә
йәйелде. Д. Юлтый. Дим буйҙарына, мамыҡ һымаҡ, ап-аҡ томан йәйелгән. М. Тажи.
5. күсм. Киң күләмдә таралыу. □ Распространяться. Хәбәр тиҙ йәйелде. ■ Ҡолморҙа старшина урыҫ байҙарына ер һатыу тураһында хәбәрләшеп ята тигән хәбәр ил араһына йәйелеп китте. Т. Хәйбуллин. Был фекер [хөкүмәт ғәскәрен еңеү]муллалар арҡылы Башҡортостандың бөтә мөйөштәренә йәйелә башлай. Картотека фондынан. «Фермер илде туйҙырасаҡ» — 90-сы йылдар башында, тәү башлап фермерлыҡ хәрәкәте йәйелә башлағас, шундай оптимистик лозунг бар ине. «Башҡортостан», 23 март 2012.
ЙӘЙЕЛЕШЕҮ (йәйелеш-) ҡ. урт. ҡар. йәйелеү 2—3. взаимн. от йәйелеү 2—3. Йәйелешеп ултырыу. ■ Трамвайҙа китеп бара ике малай. Йәйелешеп ултырғандар, рәхәт ҡалай. М. Кәрим. Табындар Ағиҙел буйҙарынан алып Урал тауҙарынаса, Урал аръяҡтарынаса әллә ҡайҙарға тиклем йәйелешеп яталар. Ғ. Хөсәйенов.
ЙӘЙЕМ (Р: раскатка; И.: roll; T: yufkalık) и.
Нимәнеңдер баҫып йәйелгән бер өлөшө. □ Раскатка (теста, глины и т. п.) ■ Бер йәйем һалма. Ҡаҙан тултырып ит һалынды, биш-алты йәйем һалма йәйелде. 3. Биишева. Мәғфүрә усаҡ яҡтыһына яҡын килеп он ашъяулығын йәйҙе һәм туҡмас таҡтаһын һалып, үҙе тубыҡланып тороп, кипкән һалма йәйемдәрен ҡырҡырға кереште. Һ. Дәүләтшина.
ЙӘЙЕН I [дөйөм төрки жаган] (Р: сом; И.: sheatfish; T: yayın, yağbalığı) и. зоол.
1. Киң ялпаҡ ауыҙлы, оҙон мыйыҡлы, сөсө һыуҙа йәшәгән шыма тәнле, тәңкәһеҙ бик эре йыртҡыс балыҡ. □ Сом (лат. Silu-rus glanis). Йәйен тотоу. Йәйен ҡармағы. ■ Йәйендәй дулап, һыу ярып, ҡойон-дауыл ҡуптарып, тау-таштарҙы тетрәтеп, ҡош-ҡорттарҙы өркөтөп, балыҡтарҙы ҡурҡытып, Шүлгән күле төбөнән Һәүбән донъяға сыҡҡан. «Урал батыр». Юғалды ҡуйҙы суртан, нишләргә белмәй Солтан. Ғәләмәт ҙур йәйендәр ҡалҡындылар һис юҡтан. М. Ғәли. • Йәйендең башын ашама, ҡойроғон аша. Мәҡәл.
266