ЙӘЙЕТ
2. миф. Им-томда ҡулланылған балыҡ.
□ Сом (мифологизированная рыба; используется в магической медицине.) Йәйен мыйығы имгә һәйбәт.
♦ Йәйен ауыҙ мыҫҡ. ҙур ауыҙлы кешегә мыҫҡыллап әйтелә. □ Большеротый. Йәйен ауыҙ инде лә уҙе, бигерәк килешһеҙ.
ЙӘЙЕН II (Р.: летом; И.: in summer; T.: yazın) р.
Йәйге көндә, йәйге ваҡытта. □ Летом. ■ Быны изге билдә, тиҙәр, шуға ышаныр инем, — ҡыш уҡ шулай хәбәр итә, йәйен иген уцасаҡ. М. Кәрим. Урамдарың буйлап сабып утте, йәйен — туҙан, ҡыш ҡар туҙҙырып, баллы кәрәҙ кеуек шаҙра малай, уҫтем һиндә гармун һыҙҙырып. Н. Нәжми. Ҡышын да, йәйен дә [Гәңребирҙе шишмәнең] һалҡынлығы бер сама була: туңмай ҙа, йылымай ҙа. Т. Ғарипова. • Йәйен айранһыҙ булма, ҡышын юрғанһыҙ булма. Мәҡәл. Йәйен аҡтан кейен, ҡышын ҡаранан кейен. Мәҡәл.
ЙӘЙЕН III (Р: отмель; И .: shoal; T.: sığlık) и. диал.
Йылғаның һай урыны. □ Отмель. Йәйендә кер сайҡау. Балалар, йәйендә генә йөҙөгөҙ.
ЙӘЙЕН IV (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T.:bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Юрматы ырыуы аймағы. □ Название одного из родовых подразделений башкир-юрматинцев.
ЙӘЙЕНКЕ (Р: плоский и широкий; И.: flat and wide; T.: yaygın, yayık) c.
Арҡырыға киң булып йәйелгән; киң.
□ Плоский и широкий; раскидистый, развесистый. Йәйенке һауыт. Ботаҡтары йәйенке ағас. Йәйенке танау. ■ Мырҙаш — бөкрөрәк айыу кәуҙәле, шаҙра табаҡ битле, кәгес танаулы, шағыр куҙле кеше, уның ҡуйы кәрәк һаҡалы битен тағы йәйенке курһәтә. Д. Юлтый. Ҡарама — йылалар ғаиләһенә ингән оҙонсараҡ япраҡлы, йәйенке ботаҡлы, ҡубырсып торған ҡытыршы ҡабыҡлы эре ағас. Интернет селтәренән.
ЙӘЙЕНКЕЛЕК (йәйенкелеге) (Р: развесистость; И.: state of being flat; T.: yayvanlık) и.
Йәйенке булыу сифаты, хәле. □ Развесистость и раскидистость. Ағастың йәйенкелеге. Танауҙың йәйенкелеге.
ЙӘЙЕН-ҠЫШЫН (Р: зимой и летом; И.: both in summer and winter; T.: yazın ve kışın) р.
Йәй көнө лә, ҡыш көнө лә; йыл әйләнәһенә. □ Зимой и летом, круглый год. ■ Ҡеше араһына сыҡҡан саҡта йәйен-ҡышын уның [Ҡотлояр мәзиндең] башында — йәшел тубәле ап-аҡ сәллә, өҫтөндә — салғыйҙары сусәрә башлаған ҡыҙыл буйлы зәңгәр узбәк сапаны .. булыр. М. Кәрим. [Азамат] йәйен-ҡышын йылҡы көтөп, атаһын уйлап, ауыр тормошто ҡәһәрләп йөрөгән. Ә. Чаныш.
ЙӘЙЕНЛЕК (йәйенлеге) (Р: жерлица; подпуск (крючок на сома); И.: fish hook for а sheatfish; T.: yayın için kancalı uç) u.
Ем ҡуйып йәйен тота торған ҡорал. □ Жерлица; подпуск (крючок на сома). Йәйенлек һалыу. Йәйенлек ҡороу.
ЙӘЙЕҢКЕ САБАҠ (сабағы) (Р: лещ;
И.: bream; T.: çapak) и. зоол. диал.
Һаҙандар ғаиләһенә ҡараған эре аҡ тәңкәле, яҫы, сөсө һыу балығы; ҡорбан балыҡ. □ Лещ(лат. Abramış brama). Йәйеңке сабаҡ тотоу. Йәйеңке сабаҡ урсетеу.
ЙӘЙЕП ЕБӘРЕҮ (йәйеп ебәр-) (Р: распростереть; И.: spread out; T.: yaymak) ҡ.
1. Ян-яҡҡа һуҙып ебәреү. □ Распростереть, разметать, простирать, свободно раскинуть в разные стороны. Ҡанаттарҙы йәйеп ебәреу. И Аҡмал көтөлмәгән һорауҙан өнһөҙ ҡалды, ҡулдарын йәйеп ебәрҙе, тик әйтерлек һуҙ тапманы. Б. Рафиҡов.
2. Ниҙеңдер өҫтөнә таратып, тағатып һалыу. □ Раскатать, раскрыть; накрыть. Өҫтәлгә ашъяулыҡ йәйеп ебәреу. ■ Турысай ҙа һыуынып өлгөргәс, ҡамытын һыпырып уны тышаны ла, тула сәкмәнен йәйеп ебәреп, тамаҡ алырға ултырҙы. Т. Хәйбуллин. Таҙ ашъяулыҡты йәйеп ебәргән, ашамлыҡ тауҙай өйөлөп киткән. Әкиәттән.
3. Эште киң йәйелдереп ебәреү, ҡолас йәйеү (эштә). □ Размахнуться, развёртывать. Эште киң итеп йәйеп ебәреу.
ЙӘЙЕТ (Р: весеннее половодье; И.: spring flood; T.: bahar taşkını) и.
267