Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 268


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

ИӘИЕҮ
Йәйелеп ятҡан яҙғы ташҡын һыу. □ Весеннее половодье. Йәйет башланды. Йәйет йылға ярҙарын ағыҙып алып китте.
ЙӘЙЕҮ (йәй-) [боронғо төрки йәд- ‘таратыу’] (Р.: раскидывать; И.: stretch out; T.: yaymak) ҡ.
1. Ян-яҡҡа иркен итеп һуҙыу. □ Раскидывать, простирать. Ҡанат йәйеу. Ҡолас йәйеу. ■ Ярһыған арыҫлан кеуек атылып барып, сейфҡа һалған кук папкалағы ҡағыҙҙарҙы алыу ниәте менән Ниғмәтулла ҡулдарын йәйҙе. Я. Хамматов. Тотош аҡтан кейенеп, билен көмөшлө ҡәмәр менән быуып ебәргән Аҙнағол, ҡоласын киң йәйеп, кәмәлә аяҡ урә баҫып килә. 3. Биишева. Ағиҙелгә төшә яҙҙым, тотманың беләгемдән. Тамыр йәйгән гөлдәр кеуек, китмәнең йөрәгемдән. Халыҡ йырынан. Мине ҡосаҡларға торған кеуек, ҡолас йәйгән таныш имәндәр. Р. Ниғмәти.
2. Йоҡа, киң нәмәне тағатыу; яҙыу. □ Развёртывать, раскрывать (свёрнутое, сложенное). Төрөлгән ҡағыҙҙы йәйеп һалыу. Ҡеләм йәйеу. Балаҫ йәйеу. Таратып йәйеу.
■ Әсәйем ашъяулыҡ йәйеп, ашарға ултыртып йөрөй. Н. Мусин. Йәмле өҫтәл өҫтөнә йәйгән матур аҡ эскәтер, эскәтер өҫтөндә ҡоймаҡтар нәфис еҫ еҫкәтер. Ш. Бабич. [Өлкән агроном менән Ғәҙел] колхоздың баҫыуҙар картаһын алдарына йәйеп һалғандар. Ғ. Лоҡманов.
3. Ятыр йәки ултырыр өсөн аҫҡа түшәү. □ Стлать, стелить, расстилать, устилать, застилать. Урын йәйеу. Тушәк йәйеу.
■ Аҫылбикә шунда уҡ Айымдың аяҡ аҫтына уҙ ҡулдары менән аҡ кейеҙ йәйҙе. Ғ. Ибраһимов. Урындыҡ өҫтөнә йәйгән алама кейеҙ өҫтөндә [Айбикәнең] атаһы һәр ваҡыт итек тегеп, итек ямап, быйма табанлап ултыра. Һ. Дәүләтшина. • Йомшаҡ йәйә, ҡатыға ултырта. Мәҡәл. Йөрәк ашъяулыҡ тугел, һәр кем алдында йәйеп булмай. Мәҡәл.
4. Ҡоршап, теҙеп һалыу, түшәү. □ Настилать. Иҙән йәйеу. Тубәгә таҡта йәйеу. ■ Ҡупергә йәйелгән таҡталар менән ошо арҡыры урҙалар араһында ике метр самаһы ара бар. Н. Мусин. Аҡ асфальт йәйәләрме ни — урамдарға аҡ ҡар яуа.
Б. Бикбай. Һуңғы йылдарын ремонтсылар бригадаһында эшләп (фатирҙар ремонтланылар, паркет йәйҙеләр, обой йәбештерҙеләр), Сәмиғ пенсияға сыҡты. Т. Ғиниәтуллин.
5. Тәгәрләтеп йоҡартыу. □ Раскатывать. Туҡмас йәйеу. Ҡамыр йәйеу. Кейеҙ йәйеу.
■ [Хәмдиә] самауыр алып бара, шәшкеләр, туҫтаҡ, ҡалаҡтар ташый. Һалма баҫа, һалма йәйә, ҡайта һалып, Гөлйөҙөмгә ашығып шыбырлап хәбәр итеп тора. Һ. Дәүләтшина.
6. Йоҡа итеп таратыу. □ Тонко разложить. Как йәйеу. Корот йәйеу. ■ Гөлйөҙөм туҡмас таҡтаһын алып сығып ҡорот йәйергә әҙерләнде. Һ. Дәүләтшина. Алма иҙелмәһен, 5—7 миллиметрлыҡ ҡалынлыҡта йәйеп, май һөртөлгән йә пергамент ҡағыҙ өҫтөнә һылап, ҡалайға һалып киптерергә ҡуйырға. «Йәшлек», 23 август 2011.
7. Киптереү өсөн таратып һалыу, тағатып элеү. □ Раскидывать, развешивать. Кер йәйеу. Бесән йәйеу. Иген өйөмөн йәйеу.
■ Сейәле майҙы әҙерләу ябай ғына. Иң алда сейәне, таҙартып, һалҡын һыуҙа йыуып, кран аҫтында сайҙырып, ашъяулыҡҡа йәйеп һалып һурыҡтыраһың. «Башҡортостан», 7 октябрь 2011.
8. Төрлө ергә, ҙур майҙанға күсеү, үрсеп таралыу. □ Размножаться, появляться в большом количестве. ■ Торна, өйрәк, ҡыр ҡаҙҙар, туғаҙаҡ менән сел, ҡорҙар бала сығарып, тул йәйеп, балалары ҡош бул[ған]. Ҡобайырҙан. Байтаҡ йылдар уҙған һуң, һомай Уралын һағынған: уның юлы буйынан осоп йөрөп, талпынған, тауға килеп, ҡаяла Уралды уйлап, моң сәскән, аҡҡош булып тул йәйеп, аҡҡош тыуын урсеткән. «Урал батыр». А й, Уралым, Уралым — ил һаҡлаған ҡоралым! Ятып ҡалған төнөң бар, балҡып янған көнөң бар, мең йыл йәйгән тулең бар, тул йәйҙергән телең бар. Р. Ғарипов.
ЙӘЙ ЙӨРӨМ (Р: нагульный; И.: fattening; T: yaz serbest bırakılan mal) с.
Йәй буйы иркендә йөрөгән. □ Нагульный (о скотине), летнего нагула. Йәй йөрөм мал. Йәй йөрөм ат.
268