ЙӘЙЛӘҮЕС
ЙӘЙКӘ (Р.: блюдце; И.: saucer; T.: fincan tabağı) и. диал.
Сәй эсә торған парлы һауыттың аҫҡа ҡуйылған йәйпәк өлөшө; сынаяҡ аҫты. □ Блюдце. Йәйкәгә һалып эсеу. Йәйкәгә һалып һыуытыу.
ЙӘЙЛЕК (йәйлеге) и. ҡар. йәйгелек.
■ Үҙҙәренә тормош теләгән, йылы ҡояш яҡтыһынан убелеуҙе өмөт иткән уҫемлектәр баш кутәреп уҫергә, йәйлек ғумерҙәренә эйә булырға маташалар. А. Таһиров.
ЙӘЙЛЕКТӘ р. диал. ҡар. йәйгеһен. Йәйлектә барыу. Йәйлектә ҡайтыу. Йәйлектә осрашырға һөйләшеу.
ЙӘЙЛӘП АЛЫУ (йәйләп ал-) (Р.: зале-товать; И.: spend the summer; T: yazlamak) ҡ.
Йәйләүҙә бер аҙ йәйләп китеү. □ Зале-товать (некоторое время). Йәйләуҙә йәйләп алыу.
ЙӘЙЛӘП КИТЕҮ (йәйләп кит-) (Р: за-летовать; И.: spend the summer; T: yazı bir yerde geçirmek) ҡ.
Йәйләүҙә йәйҙе үткәреп ҡайтыу. □ Зале-товать. Йәйләуҙә йәйләп китеу.
ЙӘЙЛӘП ЯТЫУ (йәйләп ят-) (Р: летовать; И.: live on a summer camp; T: yaylamak) ҡ.
Йәйләүҙә тороу. □ Летовать, жить в летовке. Хисам ғаиләһе менән йәйләп ята.
■ Имештер, бәшмәктәр ҡайҙалыр Алатау яғынан, аҙаҡ дицгеҙ буйы тигән, уткенселәр өмөткә саҡматаш һуҡтырған ер-һыуға кусә килә ятҡанда, оҙаҡ ҡына Урал тауы итәгендә йәйләп ятҡандар, йәйләп алғандар. Әкиәттән.
ЙӘЙЛӘҮ I (йәйлә-) (Р: летовать; И.: to graze (one’s flock) on a mountain pasture; T: yaylamak) ҡ.
Ҡайҙалыр йәй тороу. □ Летовать, жить на летовке, жить на летних пастбищах. Йәйләп йөрөу. Ауылда йәйләу. ■ Был ерҙәрҙә сарыш ырыуы йәйләй икән. Ә. Хәкимов. • Сулдә йөрөгән ҡуңыр ҡаҙ кул ҡәҙерен белмәҫ, кулдә йөрөгән ҡара өйрәк сул ҡәҙерен белмәҫ, тауҙа йәйләп, ташта уҫкән ил ҡәҙерен белмәҫ. Мәҡәл.
ЙӘЙЛӘҮ II [төрки телдәренән] (Р: ле-товка, джейлау; И.: tableland; T.: yayla) и. этн.
1. тар. Ауыл менән ҡырға күсеп, йәй тора торған урын. □ Летовка, джейлау
(летняя стоянка кочевника). Йәйләугә сығыу. Йәйләугә йыйыныу. ■ Арыҫлан бер ыцғай улының йәйләуенә лә һуғылырға уйланы. Ғ. Ибраһимов. Аҡташ йәйләуенең өҫтө лә, аҫты ла лысма һыуға өйләнгән. К. Мәргән. Яланда унлап тирмә — башҡорт йәйләуе. Ғ. Хәйри. Элегерәк ялан яҡ ҡаҙаҡтары мал-тыуарҙары менән Урал буйҙарына йәйләугә килер булғандар. Ғ. Аллаяров, [һәубән] йәйләугә ҡайтһа, бөтә тирмә аҡтарылып бөткән, бала-саға, ҡарт-ҡоро, әбей-һәбей, бисә-сәсә, ҡыҙ-ҡырҡын — барыһы ла бергә йыйылып, аптырашып һөйләшеп торалар, ти. «Аҡбуҙат». • Ағайым өйө — аҡ йәйләу, энем өйө — өң төбө. Мәҡәл. Йәйләугә туғай яҡшы, кәңәшкә ағай яҡшы. Мәҡәл. Һаҙлыҡ аҫты йәйләугә ярамай, ҡыҫҡа еп бәйләугә ярамай. Мәҡәл.
2. Ферма малын аҫрай торған йәйге урын. □ Летнее пастбище. М Куп хужалыҡтар малдарҙы йәйләугә сығара башланы. Т. Ға-рипова. [Сабир:] Йәйләу яғынан йөрөп килһәк, Тубылғы буйында сәй ҡайнатырбыҙ. Д. Шәрәфетдинов. Мәликә йәйләуен бөтә һыйыр һауыусылар өсөн дә тәжрибә мәктәбе итеп ҡуйыу уйы тыуҙы Әхнәфтә. Д. Исламов.
ЙӘЙЛӘҮ III (Р: противень; И.: baking tray; T.: fırın tepsisi) и. диал.
Икмәк бешереү өсөн киң итеп дүрткелләп эшләнгән тимер таба. □ Противень; лист для выпечки хлебных изделий. Йәйләугә йәйеп һалыу. Йәйләуҙә икмәк бешереу.
ЙӘЙЛӘҮ IV (Р: летняя кухня; И.: outdoor kitchen; Т.: летняя кухня) и. диал.
Йәй көнө аш бешерә торған асыҡ урын; тышҡы усаҡ. □ Летняя кухня (под открытым небом). Йәйләуҙә аш бешереу. Йәйләуҙә һыу йылытыу. Йәйләуҙе йыйыштырыу.
ЙӘЙЛӘҮЕК (йәйләүеге) и. ҡар. йәйләүлек. ■ Йәйләуектәр, һунар биләмәләре, солоҡлоҡтар ҡыҫылды; әлегәсә ишетелмәгән әллә ниндәй төрлө һалымдар һалынды. Ғ. Ибраһимов.
ЙӘЙЛӘҮЕС (Р: ягнёнок или козлёнок, родившийся летом; И.: kid, ewe, lamb born in summer; T.: yazın doğmuş kuzu) и.
269