ЙӘЙЛӘҮЕСЛӘҮ
Йәй тыуған бәрәс. □ Ягнёнок или козлёнок, родившийся летом. ■ [Йомабикә:] Мәхмут анау төпкө өйөнә инеп йылынып ултырған арала, юрғаһы һарайҙы ярып сыҡҡан да бер йәйләуесте тибеп ултергән, шуныц өсөн бахырҙы һыу эскеһеҙ итеп туҡмағандар. Т. Хәйбуллин.
ЙӘЙЛӘҮЕСЛӘҮ (йәйләүеслә-) (Р.: ягниться или котиться летом; И.: lamb in summer; T.: yazın kuzulamak) ҡ.
Йәй бәрәсләү. □ Ягниться или котиться летом (о козе, овце), һарыҡтар йәйләуесләй.
ЙӘЙЛӘҮ ҠЫНАҺЫ (Р: бальзамин; И.: balsamine; T.: kmaçiçeği) и. бот. диал.
Ҡына гөлө. □ Бальзамин. Йәйләу ҡынаһы орлоғо. Йәйләу ҡынаһын сәсеу.
ЙӘЙЛӘҮЛЕК (йәйләүлеге) (Р: место летовки; И.: place for Bashkir summer camp; T.: yayla) и.
Йәйләүгә сыға торған урын. □ Место летовки; летовля, летовище, летник. ■ [Кәбәк:] Әптекәй, Аҡмәмбәт еҙнәмдәр менән дуртәуләп, Көтөргә Таштуғайҙан йәйләулек бирәйек тә ырыуынан ситләтәйек. М. Буранғолов. Кайтышлай ҡыр-ҡаҙаҡтарҙың Бөгенбай батырына һуғылырға ине уйҙары [Алдарҙарҙың]. Ләкин батырҙың йәй-ләулектәренә етеп, Жим йылғаһы буйына ҡуна туҡтаған ерҙәрендә юл баҫҡынсыларға юлыҡтылар. Ғ. Хөсәйенов.
ЙӘЙМӘ I (Р: лепёшка; И.: flat cake; T.: lavaş) и.
1. кул. Ҡамырҙы йәйеп, табала бешереп алынған икмәк; кәлсә. □ Лепёшка. Йәймә бешереу.
2. этн. Йоҡа ғына итеп, майға йәки һурпаға бешереп, мәрхүмдең өсөн, етеһен, ҡырҡын уҡытҡанда ҡуя торған ашамлыҡ. □ Тонко раскатанное тесто из пшеничной муки (ритуальное блюдо, выпекаемое на третьины, седьмины, сороковины). Йәймәгә саҡырыу. И Өсөнә өс йәймә, етеһенә ете йәймә бешереу йолаһы бар. Башҡорт мифологияһынан.
3. Йоҡа итеп йәйелгән нәмә. □ Тонко раскатанный лист чего-л. ■ Корбанбикә еңгә осормалағы йөн араһына йәшергән ҡарағат ҡағынан бер оло йәймә алып бирҙе. М. Кәрим.
Бына ҡаҙан тултырып ит һалынды, биш-алты йәймә һалма йәйелде, тултырма, йыуаса, ләуәш, кумәс — береһе лә ҡалмай бешерелде. 3. Биишева.
ЙӘЙМӘ II (Р: покрывало; И.: bedspread; T: örtü, çarşaf) и.
1. Өҫтән йәйеп, ҡаплай торған нәмә; япма. □ Покрывало; скатерть. ■ Бәләкәй өҫтәлдәргә сигелгән йәймәләр йәйелгән, өҫтөнә диңгеҙҙең матур тәлмәрйен ҡабырсаҡтары ҡуйылған. А. Таһиров.
2. Түшәк өҫтөнән йәйә торған йоҡа аҡ нәмә. □ Простыня. Тушәккә йәймә йәйеу. Н Рәттән теҙелеп киткән бер төҫлө карауаттарҙың өҫтәре бер төҫлө һоро одеялдар менән ябылып ҡуйылғандар ҙа, уларҙың баш остары ҡайтарылып, уның аҫтындағы аҡ йәймәләре менән ҡымтылып ҡуйылған. Ғ. Дәүләтшин. Азат уҙе генә һу-ҙендә ныҡ торҙо: кейәу менән килен өсөн сымылдыҡлы карауатҡа тушәлгән йәймәгә, ҡушлап һалынған эре биҙәкле сатин тышлы мендәрҙәргә дуртенсе тәулектә генә килеп башын һалды. Т. Ғарипова.
ЙӘЙМӘ Л ЕК (йәймәлеге) (Р: простынное полотно; И.: sheeting; T: çarşaflık) и.
Йәймәгә яраҡлы туҡыма. □ Простынное полотно. Йәймәлек алыу. Йәймәлек ҡырҡыу.
ЙӘЙНӘҮ (йәйнә-) ҡ. диал. ҡар. йәйрәү.
Йәйнәп ултырып сәй эсеу. Йәйнәп ятыу.
ЙӘЙПЕI с. диал.
1. ҡар. йәйпәк 1. Йәйпе ҡаҙан. Йәйпе һауыт.
2. ҡар. йәйенке. ■ Текә тауҙың аҫтында иҫәпһеҙ ҙур ҡуңыр йылан һымаҡ борғоланып һуҙылып киткән киң, йәйпе, салҡып ағып ятҡан матур йылға. Ғ. Дәүләтшин.
ЙӘЙПЕ II (Р: блюдце; И.: saucer; T: fincan tabağı) и. диал.
Сәй эсә торған парлы һауыттың аҫҡа ҡуйылған йәйпәк өлөшө; сынаяҡ аҫты. □ Блюдце. ■ Хужа минән иҫәп-хисап алғанда стакан ватҡан өсөн ете тин, йәйпе ватҡан өсөн алты тин тотоп алып ҡалды. Ғ. Ғүмәр. Атай кеше Өфөләге Гузәл ҡыҙы алып ҡайтҡан кәнфитте ҡабынан алып, Байрамғолдоң сынаяҡ йәйпеһенә һалды. Ф. Янышев.
270